Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Сентябрь 2023, 10:41

БАЛАҒЫҘҘЫ СИТ-ЯТ КЕШЕНЕҢ ҺҮҘЕНӘН ҺАҠЛАҒЫҘ

Беҙ көн һайын беҙҙе уратып алған кешеләрҙең йоғонтоһона дусар булабыҙ. Хатта шәхси ҡарашыбыҙ, ҡылығыбыҙ ҙа кем тарафынандыр шунда уҡ ыңғай йә кире тигән баһа ала һала.

doctordirar.ru
Фото:doctordirar.ru

Бигерәк тә бәләкәй балаларға, уларҙың әсәләренә көн юҡ һымаҡ тойолоп китә. Мәҫәлән, магазинда йәки урамда бала ҡысҡырып илап ҡараһын әле, шунда уҡ: "Уй, ҡалай насар ҡыҙ!", "Тыңлашмаһаң, алып китәм", - тигән һүҙҙәр ташлаусылар табыла. Бала үҙен насар тотҡас, тәрбиәһеҙ һәм бында уның ата-әсәһе ғәйепле, тигән һығымталар яһала. Бындай осраҡта нимә эшләргә? Баланы бөтөнләй ят кешеләрҙең агрессияһынан нисек һаҡларға? Ошо һорауҙарға психолог Альмира ИСХАҠОВА менән яуап эҙләйбеҙ.

- Йәмғиәттә йәшәгәс, кешеләрҙең күҙенән ҡасып булмай, был тәбиғи. Әммә балағыҙға сит-ят кешеләр тарафынан яһалған киҫәтеүҙәрҙе лә иғтибарһыҙ ҡалдырырға кәрәкмәй. Ғәҙәттә, кеше бит уйлап та тормай, бала ямғырлы көндә кейемен бысратһа ла, оялтырға ғына тора. "Әсәйеңә эш булған, хәҙер ул кер йыуа инде! Ҡалай бысраҡһың!" - тигән күрше ҡатындан да баланы яҡлау мотлаҡ. Юғиһә, балала даими ҡурҡыу һәм оялыу тойғоһо барлыҡҡа киләсәк. Һуңғараҡ ул тиҫтерҙәренән үҙен яҡлай алмауы ла бар. Йәғни, һеҙ был осраҡта баланы үҙен яҡларға өйрәтәһегеҙ. Был хәлдең бер ҡурҡынысы ла юҡлығы тураһында күрше ҡатынға бала алдында әйтегеҙ.
Тормош булғас, төрлө ваҡиғалар ҙа була. Бала магазинда нимәлер һорап илауы бар. Сөнки бәләкәй балалар, өлкәндәрҙән айырмалы рәүештә, алдаша белмәй. Ул үҙен рәнйетелгән тойһа, илап та ебәрә. Бында ла сит кешенең ҡыҫылыуына юл ҡуймаҫҡа кәрәк. Шулай ҙа баланы илауға тиклем алып барып еткермәҫкә һәр әсәйҙең хәленән килә. Минең ике йәшлек ҡыҙым бар. Магазинда ул быны, тегене һорай башлағанда әүрәтеп алып китә алам, әммә беҙ "Аленка" тигән шоколад һәм һут эргәһенән тыныс ҡына үтеп китә алмайбыҙ әлегә. Шуға ла уларҙың зарарлы булыуын белһәм дә, мин ул нәмәләрҙе алам, сөнки күҙ йәшенә алып барып еткергем килмәй. Әммә бала ҡысҡыра, илай башлай һәм берәй өлкән йәштәге кеше уға киҫәтеү яһай икән, был урындан тиҙерәк китергә тырышығыҙ.
Дөрөҫөн әйткәндә, сит кешенең һүҙҙәре, балаға ҡарағанда, уның ата-әсәһенә күберәк тәьҫир итә. Бала аңламай ҙа ҡалыуы ихтимал, әммә балаһына тик яҡшылыҡ ҡына теләгән әсәй йәки атай уны үҙенең битенә төкөрөү итеп ҡабул итә. Әлбиттә, бала алдында һиңә киҫәтеү яһауға, йәки уны нисек тәрбиәләргә өйрәтеүгә берәү ҙә ҡыуанмаясаҡ. Бындай осраҡта ҡаршы яуап бирмәй ҡалыуы ла ауыр, әммә негатив яуап реакцияһы хәлде ҡатмарлаштырасаҡ ҡына. Бәхәсләшмәгеҙ, сөнки ике яҡ та үҙенең фекерендә ҡаласаҡ. Иң яҡшыһы, ишетмәгәнгә һалышығыҙ ҙа ҡуйығыҙ. Ғөмүмән, өлкәндәрҙең әйткәнен артыҡ күңелгә алырға ярамай.
Шулай ҙа бала кешенең әйткән һүҙенән ҡурҡып, тағы ла нығыраҡ илай башлауы бар. Был саҡта: "Мин һине яратам, бер кемгә лә бирмәйем, һин минең улым, минең ҡыҙым", - тип тынысландырығыҙ. Балалар илағанда һәр ваҡытта ла эшләй торған ысул ул - ҡосаҡлау. Күтәреп, ҡосаҡлап торһаң, шунда уҡ тынысланалар. Һеҙҙең тәрбиәгеҙҙең дөрөҫ түгеллеге хаҡында һеҙгә әйтергә тырышыусыларға яуап ҡайтара белегеҙ. Был баланы Хоҙай Тәғәлә һеҙгә биргән, һеҙ уны тәрбиәләргә тейешһегеҙ. "Баламды үҙемә тәрбиәләргә рөхсәт итегеҙ", йәки "Был һөйләшеү миңә оҡшамай", тип әйтә алаһығыҙ. Бала алдында уның тураһында бөтөнләй һөйләргә ярамай икәнен беләһегеҙ, юғиһә ул был һүҙҙәрҙе ҡолағына һалып ҡуйып, аҙаҡтан үҙегеҙгә ҡаршы ҡулланыуы ихтимал. Баланың ҡылыҡтарына яһалған киҫәтеүҙәр баланың шәхесен кәмһетмәһен.
Ысынында иһә, балаларҙың холҡон күмәкләшеп кемдәр боҙа һуң? Кемдер ныҡ яратып, кемдер ҡатыраҡ тотам тип, үҙебеҙ, өлкәндәр, боҙабыҙ. Кемдер был нәмә ярай, ти, кемдер ярамай, ти. Улар бит фәрештә кеүек кенә, тупылдашып үҫеп китәләр ҙә, тыңлашмай, алдаша башлайҙар. Бала ышаныслы шәхес булып үҫһен, бәхетле, изгелекле, игелекле булһын өсөн уны бары тик яратырға кәрәк һәм ул һеҙҙең яратҡанығыҙҙы белергә һәм күрергә тейеш. Шул саҡта урамда, мәктәптә, башҡа урындарҙа уның шәхесенә ҡарата әйтелгән һүҙҙәрҙең әһәмиәте лә булмаҫ.
Әлбиттә, беҙ, башҡорттар, ҡырыҫыраҡбыҙ, баланы яратыуҙы күрһәтеп тә бармайбыҙ. Был дөрөҫ түгел. Бәләкәй баланы көнөнә, иң кәмендә, 12 тапҡыр ҡосаҡларға кәрәк, тигән ҡараш бар. Йәғни, һүҙҙәр арҡанан һөйөү, баштан, сәстән һыйпау кеүек тактиль саралар менән оҙатылырға тейеш. Шуныһы ла бар, бөгөн йәмғиәттә бала культы барлыҡҡа килде. Сөнки ғаиләләрҙә балалар әҙ. Уларҙы ҡурсаҡ кеүек кейендереп, кәрәккәнгә-кәрәкмәгәнгә ҡыҫтырып, улар тирәләй әйләнеп йәшәйбеҙ. Өләсәй-ҡартәсәйҙәрҙе әйтеп тораһы ла түгел, уларҙың сикһеҙ һөйөүе баланы хаттин шаштырып ебәрә ҡайһы саҡта. Мәҫәлән, күп кәнфит ашарға ярамай бит, тигәнгә: "Өйөгөҙҙә ярамаҫ, миндә ҡунаҡта саҡта ярай", - тип кенә ебәрәләр. Ата-әсәгә лә быға түҙеп, аҙаҡтан баланы кире үҙ тәртибенә өйрәтеп алырға ғына ҡала.
Эйе, беҙҙең әсәйҙәр менән бөгөнгө әсәйҙәр, беҙҙең өләсәйҙәр менән бөгөнгө өләсәйҙәр бер түгел, быуындар ҙа үҙгәрә. Тик заман үҙгәрһә лә, бер ҡасан да үҙгәрмәй торған әхлаҡи ҡанундар бар. Улар бөтөн диндәрҙә лә сағылыш тапҡан. Кешенекенә теймә, кешене рәнйетмә, кешегә зыян итмә, алдама тигән тәғлимәттәр бөгөн дә бала тәрибәләгәндә үҙәктә торорға тейеш. Йәшәйештең тәү күҙлеккә ошо ябай ғына ҡанундарын иҫегеҙҙә тотһағыҙ, бала тәрбиәләүҙә яңылышмаҫһығыҙ. Ғаиләм - ҡәлғәм, ти халыҡ мәҡәле. Кемдеңдер ғаилә эшенә бер кем дә ҡыҫыла алмай. Башҡаларға ла ҡыйыу рәүештә ошоно әйтә алаһығыҙ.

Ләйсән НАФИҠОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзитенән. 

Читайте нас: