Тиҫтә йыл элек Әнисә апайға өй йыуыша барғандан алып тимер кәритәлә кер йыуған-сайҡаған юҡ ине, әле яйы ла, һыуы ла, кере лә сығып торғас, теге шаптыр-шоптор һыулы терапиянан баш тартманым.
Тимер генә тасҡынамды бәпкә үләнле ергә лап иттерем ултыртып ҡуйҙым. Мунсаның йылы ғына һыуын ташып, ҡытай ҙа ғына баҙарында алынған, күл буйынан һуң һаман кибә алмай еҫләнә башлаған алтын ғына төҫлө покрывалды әлеге порошоклыҡай һыуға батырҙым, әй. Уным, анһыҙ ҙа, ҡояшта ялтырай-ялтырай сайпылған һыуға сумып та китте, быуындарын яҙған әбекәй шикелле иҙрәп-ебеп ятыуын белде. Мин дә уны борсомай торайым, тип, күбек һымаҡ йылы, йомшаҡ хәтирәләргә ин дә кит.
Үҙемде белә башлап, кер йыуыу процессы былайыраҡ күрә инем. Ҡәҙимге ике бүлмәле генә ауыл өйөнөң ишек төбөндә әсәй кер йыуа. Ул эш ваҡытында ишектән бер сығып, бер инеп тыздап йөрөргә ярамай, артты баҫып ҡына йә өйҙә ултыраһың, йә, бәхетеңә, тышҡа уйнарға китеп олағаһың. Тик ҡайҙа булыуыңа ҡарамаҫтан, әсәй кер йыуып бөтһә, боҫрап торған калгут һәм ойоҡтарҙан өйөлгән тауҙы тиҫкәрегә әйләндереү – апай менән минең эш. Тауы килеп тороп ҙур, йөн ойоҡтарҙы әйләндерә башлаһаң, ҡулға һыу йөн һырып ҡына бара. Ҡыҫҡаһы, һыуыҡ миҙгел кер йыуыуы иҫтә шулайыраҡ ҡалған.
Ә инде йәй етеп, көн дә тиерлек яуған ямғыр һыуы һарай башынан ағып килеп тимер бочкаға йыйылып торғанда... Байрам! Әсәй ҡапҡа эсендә кер йыуғанда, бәпәйҙәр йә коляскала, йә ҡайҙа селтәр ҡамауында иҫ белмәй йоҡлап ятҡанда... Байрам! Тик ни тиһәң, шул, ҡустылар үҫеп еткәнсе кер шаптырлап йыуылып торор ине, улары өҫтө ғүмерҙә һабын күрмәгәндәй бысранып ҡайтыр ине, ихатаның әле был, әле теге мөйөшөндә тас-тас һыуҙар “гөрҫ” һибелер ине... Әллә ни байрам, тимәҫ инем. Их, шул ваҡытта әсәй генәбеҙгә хәҙерге автомат стиралка булһа икән.
Ярай, автомат юҡ, тип олойһо түгел, эштең ҡатыһын теге керҙе геүләп өрөлтөп биреп ултырған стиралкалар күтәрҙе. Йәйгеһен тегеләрҙе ҡапҡа эсенә сығарып алып тороп..! Тик улар менән дә әле – тәүҙә һыуын тултыр, аҙаҡ ситкә ташып түк, иң һуңында үҙен күтәрә-һелкетә сайып ҡуй... Оооуф. Ҙур ғаиләнең керен йыуып барып сыҡҡансы тотош бер көн китә ине. Әләй ҙә генә, тупһала бар көсөнә йырлап әлеге ҡытай магнитофоны ултырҙы, кассетаң ғына сәйнәлеп китмәһен. Беҙҙең тупһала радио насар тотто, дөрөҫөрәге, тотманы. Шул барына шөкөр итеп, ике-өс кассетаны ятлағансы тыңлап, көнө буйы “крошка Сорти” һымаҡ йыуаһың-саяһың-һирпәһең ине инде.
Ятҡас ятып торһон кәритәләге алтын түшәк, мин һеҙҙе Ҡыҙыл йылғаһы буйына кер йыуырға апарып киләйем әле. Иллә мәгәр, күрше ҡыҙҙар менән беҙ унда яратып, ҡыуанып бара инек.
Көн эҫе булһа, төшкө сәйҙән тороу менән күҙ йылға яғына ҡарай ҙа тора. Ҡустылар төрөсик кенәләрен шатыр-шотор алыштыра һалып, вилсәпиттәрен егә һалып, һыу буйына осалар. Беҙ ике апай һыу төшөр алдынан кер йыумаҡ, тасҡа кер тултырабыҙ. Шунан бер мөйөшөнә порошок, һабын тығып алып, күрше ҡыҙҙар мн бергә юлға сығабыҙ. Заманында әлеге йомшаҡ каучук тастар юҡ, тимер тасты бил тирәһендәге һөйәккә терәп ҡыҫып алып, йәйге ауыл буйлап тәпищкәңде шәп-леп иттереп атлап бараһың. Ҡайһы саҡ ике тотҡалы тасты алһаҡ, уны апай менән ике яҡлап тотоп барыр инек. Йылғаның кер йыуған махсус еренә килеп етеп, һыу тулы тастарға порошок һалып ебәрһәң, туғай ғынаң татлы химия еҫенә илерер! Йәштәш ҡыҙҙар менән сөкөр-сөкөр һөйләшә шунда кер йыуа торғайныҡ. Ҡыҙыл һыуының керҙе тиҙ һәм таҙа йыуғанын һөйләп тораһы түгел. Тастарҙа тысҡып-тысҡып, шаршыға тороп һелтәп-ағыҙа сайып алғас, керҙе талдарға элеп, үҙебеҙ аҫҡараҡ - ҡустылар шап-шоп килгән ергә һыу төшә бара инек. Унда оҙаҡ йөрөнөк микәндер инде, тиҙ әйләнгәнбеҙҙерме инде, кире килеүебеҙгә, һәр хәлдә, керҙәр кипкән була ине. Шуларҙы бөкләп кенә һалып алып, байтаҡ ябыҡҡан һабынды япраҡҡа төрөп, ҡайтыр юлға сыға инек. Шул заманда беребеҙҙә сәғәт йә телефон булһасы, юҡ, йәйге көн ваҡиғаларға бай, оҙон һәм тәмле үтә ине, иң ҡыҙығы - һәр нәмәгә өлгөрә инек. Бөгөн үҙ ҡыҙымды ҡала өйөндә кер йыуырға өйрәтәм тиһәм, үҙ футболкаһын тысҡыйым тигәнсе ҡулы порошоктан ҡысып бара😆 Ҡайҙа инде ул эҫелә тимер тас тоттороп йылға буйына оҙатыу?!😄 Тас тигәндән, тора-бара бәхетебеҙгә төрлө төҫтәге пластик тастар килеп сыға башланы. Килеп тороп еңел, уңайлылар, ҡояш ҡыҙҙырғанда үҙҙәре бер гилке йомшарып, тағы ла ҡулайыраҡ, һығылмалыраҡ булып ҡыуандыра инеләр, әйтәгүр.
..Шул таслы бала сағымды ҡабатламаҡ булып, ат башындай тимер кәритәлә түшәк йыуа йөрөүем ине ул. Юғиһә, апарҙың тыҡтың стиралкаға😏Тысҡып ултырам, эргәлә йөрөгән әсәй менән апайға тимер тас романтикаһын һөйләп ултырам. Ни тиһәң дә, крандан аҡҡан һыу менән ҡояшта ялтыраған шаршы араһында айырма һәм тәм - елде генә бер кер һабынылай бар, бисара.
Йәйҙең бер йәмелер ул - сырҡылдашып-серләшеп кер сайҡауҙар!