Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Август 2023, 13:51

ҠЫРМЫҪҠА ИЛӘҮЕ

Ҡамыр өсөн кәрәк була:

- маргарин - 1 пачка(150гр),
- kаймаk - 3 аш kалағы,
- шәкәр kомо - 2 аш kалағы,
- он - 2 стакан,
- разрыхлитель - 1 пачка(10гр).
Әҙерләү :
- Маргарин, шәкәр, ҡаймаҡты бергә туғыйбыҙ. Яkшылап туғығандан һуң разрыхлитель ҡушып бутайбыҙ. Аҙаҡ он өҫтәй-өҫтәй kамыр баҫабыҙ, йомшаҡ килеп сыға, ҡамыр ҡулға йәбешергә тейеш түгел.
- Ҡамырҙы 8 сәғәткә hыуытҡысҡа алып торабыҙ. Эре тёрканан үткәреп, 20 минут 180 градуслы духовкала бешерәбеҙ.
Крем өсөн кәрәк була:
- ҡуйыртылған һөт (сгущёнка) - 1 банка (380 гр),
- аk май - 1 пачка (150 гр)
Ҡуйыртылған һөттө hәм аk майҙы бергә венчик менән туғыйбыҙ.
Йыйыу:
- Бешкән ҡамырҙы бутайбыҙ крем менән. Тарелкаларға матур итеп өйәбеҙ, 4 сәғәткә һыуытҡысka алып торабыҙ.

Ялдарығыҙ күңклле, сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Читайте нас: