Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Июнь 2023, 16:45

“Ағиҙел” журналының 6-сы һанына күҙәтеү

Журналдың июнь һанын ҡаршы алығыҙ, ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ! Был һан яҙыусы Иҙрис Мөҙәрис-Ноғмановтың “Бар ғүмерҙәр һыйған саҡта” романы менән асыла.  “Сәсмә әҫәрҙәр” рубрикаһында шулай уҡ Рамай Ҡаһирҙың “Күңел йылыһы” хикәйәһе урын ала.

“Ағиҙел” журналының 6-сы һанына күҙәтеү
“Ағиҙел” журналының 6-сы һанына күҙәтеү

Филология фәндәре докторы, профессор Гөлфирә Гәрәеваның билдәле яҙыусы Наил Ғәйетбай ижады хаҡындағы мәҡәләһе “Бөйөк Бабич, теп-тере Бабич, атаҡлы Бабич ҡайтты беҙгә тотош бер быуат аша!..” тип атала. Драматургтың үҙенең дә “Иректең дә сиге бар йәки йөрәктәр ярһыған ерҙә” драмаһы менән танышырға мөмкин был һанда.  

Шағирҙар Тамара Искәндәриә (“Ҡылғандарҙай талғын наҙлыбыҙ беҙ, ҡауландарҙай ҡаты, ҡырыҫбыҙ...”), Рәшит Шәкүр (“Сығайыҡсы, йәнем, сәхрәләргә, сәхрәләрҙә - киңлек, иркенлек”) серле шиғриәт донъяһына саҡыра.

“Әҫәр нисек яҙылды?” рубрикаһында яҙыусы, шағирә, тәржемәсе Гөлнур Яҡупованың ижад лабораторияһына (темалар, прототиптар, әҫәрҙең яҙылыу тарихы һ.б.) байҡау яһала.

“Журнал уҡыусылар ижады”нда Зифа Ишмырҙинаның “Мүскә” тигән бик ғибрәтле хикәйәһе тәҡдим ителә.

Ә  “Балалар әҙәбиәте” рубрикаһында “Бәйләнештә” төркөмөндә иғлан ителгән “Иң матур бишек йыры” конкурсына килгән йырҙар - Айзилә Мортаева, Гөлиә Көмөшбаева, Тәскирә Абдуллина, Гөлзифа Исрафилова, Рәйхана Әхмәҙиева, Әлфиә Шәғәлина, Фәрәғиә Ғилемханова, Ольга Щедричева, Гөлнур Раева, Раушан Хажиәхмәтов, Лилиә Миниязова, Сәлиә Ҡоломбәтова, Мәхмүзә Шәғәлиева, Гөлниса Йәнсәйетова, Гөлнас Моратова, Гөлнара Иҫәнғолова, Фәнүзә Зөлҡәрнәева, Гөлйөҙөм Күсәкова, Эльмира Рәмова, Сәүиә Солтанова, Нәжибә Фәйзуллина, Миләүшә Бәширова, Гөлшат Дәүләтова, Фәниә Са­тучина, Гөлсирә Сәғитова, Гөлсөм Закирова, Әлимә Фәхретдинова, Рәйлә Хисмәтуллина, Фәүзиә Ҡотлогилдина, Әминә Яхина, Рәфиға Ғәлиуллина әҫәрҙәре урын ала.

Был һанды шулай уҡ “Китап байрамы” халыҡ-ара йәрминкәһенән репортаж һәм фотолар ҙа биҙәй.

Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, ни сәбәптәндер “Ағиҙел”гә яҙылырға онотһағыҙ, подписканы һәр ваҡыт дауам итеү мөмкинлеге бар, ул саҡта инде журнал һеҙгә киләһе айҙан килә башлаясаҡ. Ә инде редакциябыҙҙан килеп алып йөрөү шарты менән айына ни бары 96 һумға ғына яҙылырға була.

Берҙәм булайыҡ!

 

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: