Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Июнь 2023, 13:47

Олатай-өләсәйҙәргә уҡытыусынан 7 кәңәш

ОЛАТАЙ-ӨЛӘСӘЙҘӘРҘЕҢ ЯУАПЛЫ ОСОРО йәки уларға каникул осоронда рус телендә һөйләшкән ейән-ейәнсәрҙәренә әсә телен өйрәтеү өсөн ете кәңәшем. Наил ЮЛДАШБАЕВ.

...Оҙаҡламай өс айға һуҙылған каникулдар башлана. Ғәҙәттә, ҡалаларҙағы ата-әсәләр балаларын ауылдарҙа йәшәгән ҡартай-өләсәйҙәргә оҙаҡ ҡына ваҡытҡа ҡунаҡҡа ебәрәләр. Рәхәтләнеп ял итһендәр һәм эшләһендәр, һаулыҡтарын нығытһындар, шулай уҡ башҡорт телен дә өйрәнһендәр, тип теләйҙәр. Тәүгеләре тормошҡа ашалыр, ә бына аҙаҡҡыһы йыш ҡына килеп сыҡмай: балалары башҡорт телен өйрәнәһе урынға, киреһенсә, ҡартай-өләсәйҙәрен рус теленә өйрәтеп ҡайтып китәләр. Төп проблема шунда: өләсәйҙәр рус телендә һөйләшкән ейәндәре менән үҙҙәре рус телендә һөйләшә башлайҙар. Былай барһа, киләсәктә телебеҙҙе һаҡлауы бик ҡыйын буласаҡ.

...Шуға мин ейәндәрен ҡабул итәсәк өләсәй-олатайҙарға әсә телен өйрәтеү өсөн ете кәңәшемде тәҡдим итәм.

💎 Әлбиттә, беренсе сиратта, ейәндәрегеҙ Һеҙҙе яратырға тейеш. Сөнки нимәнелер өйрәнеү уны яратыуҙан башлана.
... Белем биреү өлкәһендә шундай закон йәшәй: балалар уҡытыусы менән уның предметын бер бөтөн итеп ҡабул итәләр. Шуға уҡытыусыны яраталар икән, уның предметын да яраталар һәм теләп өйрәнә башлайҙар.
... Һеҙҙең осраҡта ла был закон эшләйәсәк.
💎 Ейәндәрегеҙ һеҙҙең менән рус телендә һөйләшә башлай икән: “Балам, мин рус телен аңламайым бит әле,”- тип әйтегеҙ. Шул ваҡыт улар Һеҙҙең менән башҡорт телендә һөйләшергә тырыша башлаясаҡтар. Әйтергә кәрәк, был бик көслө алым.
💎 Ҡартай, олатай, өләсәйҙәр (һәм башҡа туғандары) ейәндәре алдында тик башҡорт телендә генә һөйләшергә тейештәр. Улар аңлаһын тип, рус теленә күсеп китергә ярамай.
💎 Ғөмүмән, балаларҙың аҡылы әле яңы барлыҡҡа килә, ә ҡартай-өләсәйҙәрҙеке юғары кимәлдә, тип уйлайбыҙ. Был осраҡта әсә теленең яҙмышы кемдең ҡулында булырға тейеш? Әгәр ейәндәрегеҙ ыңғайына рус телендә һөйләшәһегеҙ икән - был аҡылһыҙлыҡ. Шуға аҡыллы булығыҙ.
💎 Ейән-ейәнсәрҙәр Һеҙҙең менән рус телендә һөйләшеүҙәрен дауам итәләр икән - Һеҙ барыбер башҡорт телендә яуап бирегеҙ һәм һөйләшегеҙ. Өйҙәге предметтарҙы тик башҡорт телендә атағыҙ. Мөмкин булғанда, үҙҙәренән әйттереп ҡарағыҙ.
💎 Ейәндәрегеҙҙең килеүенә, уның йоҡо һәм уйын бүлмәләрен башҡорт телендәге һүрәтле китаптар һәм журналдар менән тултырып ҡуйығыҙ. Аш бүлмәһендә һәр ваҡыт “Юлдаш” радиоһы һөйләп торһон (һ.б).
... Йоҡлар алдынан ҡыҫҡа ғына әкиәттәр һөйләгеҙ. Бер үк әкиәтте бер нисә көн ҡабатлағыҙ. Һәм үҙҙәренән һөйләтеп ҡарағыҙ. Йәки бер һөйләгәнегеҙҙә йөкмәткеһен боҙоғоҙ. Улар шул ваҡыт һеҙҙе туҡтатып, дөрөҫ итеп үҙҙәре һөйләп ишеттерәсәктәр.
💎 Ейәндәрегеҙ башҡорт телендә һөйләһә, шулай уҡ ниндәйҙер һүҙҙе әйтергә өйрәнһә, ысын күңелдән һоҡланығыҙ, ҡыуанығыҙ һәм шатланығыҙ.”Афарин” тип арҡаларынан һөйөгөҙ. Ошо мәлде тойоу өсөн улар тағы ла нығыраҡ тырышасаҡтар.

....Уңыштар теләйем!

Читайте нас: