Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Июнь 2023, 16:26

Мифтахетдин мулла тураһында бер хәтирә

Бик көслө әүлиәләрҙең генә тәбиғәттең бер мәлен үҙ ихтыярына бойһондора алыуы боронғо замандарҙан уҡ билдәле.

Тәбиғәтте буйһондороу көсө

Бик көслө әүлиәләрҙең генә тәбиғәттең бер мәлен үҙ ихтыярына бойһондора алыуы боронғо замандарҙан уҡ билдәле. Алда һөйләп үтеүемсә, Мифтахетдин бесән бурҙарына ысын мәғәнәһендә аҡман-тоҡманды күрһәтә. Буран бөтөн ауылда булғанмы, әллә уларҙың аттары тирәһендә генәме, әйтеүе ҡыйын. Әммә Мифтахетдин олатай үҙе иҫән сағында ауылы Кинйәбулатты ҡоролоҡтан сарсатмаған. Оло быуын кешеләренең хәтерләүенсә, шулай булған: бер төркөм ҡарттар килеп, ямғыр яуҙырыуын үтенһә, Мифтахетдин мулла үҙенең йортонда һаҡланған ҡыу ат башын ҡулына алып, Арыҫланйылға башындағы ҡайынлыҡҡа барып, һыуға бағышлап намаҙ һәм саҙаҡа ҡылған (ул ҡайынлыҡ бөгөнгө көндә лә Мостаҡ мулла ҡайынлығы тип атала). "Ҡыу ат башы" тигәне - ул оло йылҡы малының ныҡ кибеүҙән, һелкеткән ваҡытта шалтырлап торған баш һөйәге. Ул үҙенсә бик яҡшы барометр һәм гигрометр. Һауалағы дымлылыҡ артып, ямғыр яуырҙай сиккә етһә, баш һөйәге шешенә, һелкеткәндә шалтырлауы кәмей төшә. Мифтахетдин мулла теләктәрен Хоҙай Тәғәләгә еткереп, мотлаҡ булған бөтөн йолаларҙы башҡарғандан һуң ҡайтып китә, ауылға килеп инеүе була, ямғыр ҙа яуа башлаған, тиҙәр. Ундай әүлиәләрҙең ҡәберенә килеп, ямғыр яуҙырыуҙы һәм башҡа теләктәрҙе үтенгән саҡта ла уның мәңге тере рухи көсөнөң үтенестәрҙе тормошҡа ашыра алыуы боронғо замандарҙан уҡ кешелеккә билдәле (әммә һәр кем дә әүлиә ҡәберлегенә килеп, теләктәрен тормошҡа ашыра алмай. Ундай уйҙарығыҙҙы үрсетмәгеҙ).
Ошо юҫыҡтан, бер ҡыҙыҡлы ваҡиғаны ла һөйләп үтеү кәрәктер. 2010 йылдағы ямғырһыҙ ҡоролоҡ. Мифтахетдин олатайҙың бүләсәренең тыумышы менән Ғафури районынан булған кейәүе, уның ҡәберенә килеп, тейешле булған йолаларҙы башҡарып, ауылға ямғыр яуҙырыуын һорай. Шул ыңғайы ҡабат Кинйәбулат ауылына һуғылып тормай, еңел машинаһында ғаиләһе менән Өфөгә юлланалар. Ҡайтып еткәс, Кинйәбулатҡа шылтырата. "Ауыл өҫтөндә ҡап-ҡара болоттар ҡуйырҙы, ләкин яумайынса, тауҙар яғына китте", тип яуап бирәләр уға. Күп тә үтмәй, был кейәүгә Ғафури районындағы ауылдаштары шылтырата: "Ишембай яҡтарынан ҡуйы болоттар килеп сығып, ямғыры ике сәғәттәй ауыл тирәһен тетте лә һалды…" Бына шулай, берәй теләк теләгәндә, теләгеңдең "адресын" да белгертергә кәрәк икән.

Балаларын ҡурсыуы

Алда әйтеп үтеүемсә, Мифтахетдин мулла һуңыраҡ өйләнә. Эйе, ауылында уны атайҙан ҡалған мал-тыуары, әҙер донъя көтөп тормай. Кәртә-ҡура төҙөп, мал-тыуарлы булып, кәләш алырлыҡ мөлкәт-байлыҡ туплағанса ла байтаҡ ваҡыт үткәндер. Ул 30-35 йәштәр тирәһендә генә башлы-күҙле була. Тәүге улы Мөхәмәтхәбиб - 1894 йылда, икенсеһе Фәйзрахман 1902 йылда донъяға килә (Мөхәмәтхәбиб - ғәрәпсә данлы, яратҡан дуҫ, юлдаш тигән мәғәнәлә, Фәйзрахман - белемле, бай һәм рәхимле тигәнде аңлата). Заманына һәм ваҡытына күрә, улдары уның өмөт-теләктәрен аҡлаған, тип әйтергә була. Бөтөн Рәсәй өсөн ҡәһәрле 1937 һәм ҡорбанлы 1941 йылдарҙың килерен алдан белеп торған әүлиәгә улдарының тормошо артыҡ мәрхәмәтһеҙ булмаһын, ғүмерҙәре оҙағыраҡ һәм һау-сәләмәт булһын өсөн дә аҙмы рухи көсөн, һаулығын сарыф итергә тура килгәндер. Ул бер Хоҙайға ғына билдәле. Икеһен дә үҙе уҡыған Һайран мәҙрәсәһендә уҡытып, заманына күрә төплө белемле итә. Тәүге ҡатыны ваҡытһыҙ донъя ҡуйып, икенсе ҡатынға өйләнгәс, 1915 йылдар тирәһендә үк тулыһынса динилеккә бирелеп, бер ат, бер һыйыр ғына тигәндәй ҡалдырып, уртаса хәллеләр рәтенә күсә. Был инде уның киләсәктә балаларын эҙәрлекләүҙәргә дусар итмәҫ өсөн, алдан күреп-һиҙеп эшләгән эше булғандыр. Бәлки шуның өсөн дә улы Фәйзрахманды икенсегә, үҙе һайлаған "Йылан Ғәрифулла" ҡушаматында йөрөгән Ғәрифулла Хәйруллиндың Ғәрифә исемле ҡыҙына өйләндергәндер. (Ғәрифулла Хәйруллин менән Ғәләүетдин Ишмырҙин бер ата балалары. Фельдшер Ғәләүетдиндың улдары, Зәки Вәлидиҙең хәрби сардарҙары - Ишмырҙиндар. Кинйәбулат ауылының беренсе ауыл Советы рәйесе Хәйруллин Ғәрифулланың улы Абдулла Хәйруллин -Блюхер армияһында партизан отрядының командиры. Аҡтар, ҡыҙылдар заманында Ҡотломөхәмәтовтар, Хәйруллиндар һәм Ишмырҙиндар ошондай туғанлыҡтары арҡаһында ике яҡтың да эҙәрлекләүҙәренән ҡотолоп иҫән ҡалған).
Оло улы Мөхәмәтхәбиб оло йәштә булыуы һәм белеме арҡаһында 1941-1945 йылғы һуғышта хеҙмәт армияһында хеҙмәт итеп, иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Ә инде кесе улы Фәйзрахманға һынауҙарҙың мулы һәм ҡатмарлыраҡтары тейә. 1937 йылда Фәйзрахман олатайҙың өҫтөнән мулла балаһы, Совет власын һанға һуҡмай, кладовщик булыуынан файҙаланып, келәттән иген урлай, тип ғәйепләп, ялыу яҙалар. Бик ҡаты тентеүҙәрҙә һәм һорау алыуҙарҙа ул үҙен аҡлай ала. Һорауҙар алған НКВД уполномоченныйы: "Һиңә дошманлашҡандар барыбер ҡаҙалырҙар, тынғы бирмәҫтәр", - тип, олатайға ғаиләһе менән яңы төҙөлә башлаған Ишембайға күсенеп, шоферҙар курсына уҡырға урынлашырға ярҙам итә. Автомашиналарҙы яҡшы белгәне өсөн "бронь" менән ҡалдырылып, авторемонт батальонында һуғыш аҙағынаса хеҙмәт итә. Үҙенең улы Фәтхрахман 1943 йылда фронтта һәләк булғас, өс тапҡыр военкомға барып, һуғышҡа ебәреүҙәрен һорап ғариза яҙһа ла, ебәрмәйҙәр.

Кирәмәттәре

Мифтахетдин әүлиәнең әле фәҡәт изге әүлиәләрҙә генә була торған телекинез (йыраҡтағы әйберҙәрҙе күтәреү, шылдыра алыу) көсө лә билдәле. Бәлки, телекинез түгел, ә телепортация (күҙ асып-күҙ йомғанса бер урындан икенсе урынға күсә алыу һәләте) булыуы ла ихтимал. Тимәк, ул әле левитация (ауырлығын юғалтып һауала осоп йөрөй алыу һәләте) алымдарын да үҙләштергән булып сыға. Әүлиә Зәйнулла Рәсүлевтың ошондай һәләте тураһында яҙылған хәтирә лә һаҡланған. Стәрле күперенә етергә байтаҡ ара ҡалғас, ул юлдаштарына: "Һеҙ күпер аша сығып, бараһы ерегеҙгә барығыҙ, ә минең тиҙ арала башҡарыр, кисектергеһеҙ эшем бар", - тип, яҙғы Ағиҙел өҫтөнән, ҡоро ерҙәгеләй атлап, икенсе ярға сыға ла, үҙ юлын дауам итә… Әле студент саҡтарымда Фәйзрахман олатайыма килгәндә, ул үҙе менән булған бер ваҡиғаны һөйләгәйне. Ул атаһының ҡушыуы буйынса һатыу-алыу эштәре менән Стәрлегә барғанында, алдашып-мутлашып тигәндәй, ярты төргәктәй туҡыма үҙләштерә. Бөтә алған әйберҙәрен арбаға тейәп ҡайтып килгәндә, Байыҡ күперенә еткәс, һәр ваҡыт йыуаш, күндәм аты, аптырашҡа ҡалдырып, сығынлап ала ла китә. Баш бирмәй юлдан ситкә төшөп китеп, арбаны ауҙарып, бер тәртәһен һындырып ҡуя. Атын туғарып, арбаны йүнәткәндән һуң, тирә-яҡта туҙышып ятҡан әйберҙәрҙе йыйып, ҡабат арбаға тейәй башлай. Бөтә әйберҙәре лә теүәл, ә теге ярты төргәк тауар ғәйеп булған. Арба эргәһенә бер әҙәм, ҡош-ҡорт, эт тә яҡын килмәй. Ә тауар юҡ! Яҡын-тирәне ҡабат-ҡабат тентеп сыға, таба алмай. Ҡараңғы төшөр алдынан ғына үҙҙәренең йорттарының ҡапҡа төбөнә килеп туҡтай. Башҡа ваҡытта атаһы үҙе сығып ҡапҡа асып, юл хәлдәрен һорашып ҡаршы алған була. Был юлы ҡомғанын тотоп, тәһәрәткә сығып барһа ла, улы яғына боролоп та ҡарамай. Иртәнсәк асыуы һүрелә төшкән атаһы улы эргәһенә килеп: "Күпме әйтәм, күпме өйрәтәм! Хәрәм мал, алдашып табылған килем беҙгә ярамай, тип. Юҡ, һаман нәфсеңде үҫтерәһең!" - ти.
Сығып китеп, байтаҡ ҡына йөрөп ингәс: "Тауарың бик матур икән. Күҙ ҙә ҡыҙырлыҡ шул. Шау сәскәле. Атыңды ек тә, кисә аунаған ереңә барып, күпер аҫтынан төргәгеңде алып ҡайт!" - тип, сығарып ебәрә. Юғалған ярты төргәк тауар күпер урҙаһына ҡыҫтырылған көйө торған була. Килене Ғәрифә үҫмер-ҡыҙ ваҡытында Хәҙисә еңгәһе ҡарауында үҫкәнгә, теген машинаһында тегергә өйрәнгән була (Хәҙисә Ишмырҙин Ғәләүетдин фельдшерҙың ҡатыны. Минзәлә яҡтарынан булып, аш-һыу әҙерләүгә, тегенеү-сигенеү эштәренә оҫта була. Яратҡан бикәсе Ғәрифәгә лә үҙе белгәндәрҙе өйрәтә. Мифтахетдин мулла үҙе үк килененә "Зингер" теген машинаһы бүләк итә). Был ваҡиғанан һуң ауылдың байтаҡ ҡыҙ-ҡырҡындары Ғәрифә еңгәләренән шау сәскәле күлдәктәр тектереп кейә.
1931 йылда 74 йәшендә баҡыйлыҡҡа күскәндән һуң да Мифтахетдин мулланың улдары Мөхәмәтхәбиб һәм Фәйзрахманды, нәфселәре үҫеңкерәп киткәндә, киҫәткән йә үҙенсә хөкөмгә тарттырған осраҡтарҙы ишетергә тура килде.

Әүлиәләр менән ихтилалдар бәйләнеше

Фән һәм ғилемдең төрлө тармаҡтары, йүнәлештәре менән танышып, шул өлкәләрҙә үҙен үҫтереү өҫтөндә даими эшләгән кешегә ниндәйҙер һорауҙарға яуап биреү, фекерләү, йомғаҡлау һәләте лә хас. Әсәйем һөйләүенсә, Мифтахетдин олатайҙың өй ҡыйығы аҫтында һаҡланған китаптары араһында үҙенең дә ҡалын дәфтәрҙәргә ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған эштәре һаҡланған. Атаһының шул эштәре менән ғәрәп телендә яҙыу-уҡыуҙы һыу кеүек эскән улы Фәйзрахман да таныш булған. Тик үҙе иҫән саҡта, атаһы яҙғандарынан белгәндәрҙе халыҡҡа сығарыуҙың елгә ҡаршы төкөрөү икәнен аңлап, шымып йөрөгәндер. Бына 1990 йылдарҙан һуң Фәйзрахман олатай ысын тарихты һөйләп бирә алыр ине, ләкин үҙе лә 1986 йылда баҡыйлыҡҡа күсә. Бер ваҡыт юғары белемле балалары (минең әсәйемдән башҡалары, йәғни улдары Мәғҙән, Нафиҡ, Риф Мифтаховтар, ҡыҙы Гөлфирә Ҡотломөхәмәтова. Әсәйем Ғәмбәрә 16 йәше лә тулмаҫтан, атайым Дусалин Исламетдингә кейәүгә сығып, донъя ҡороп йәшәй башлайҙар. Беҙҙе - ете баланы үҫтереп, аяҡҡа баҫтырҙылар. Ауыр тупраҡтары еңел булһын. Үлеренән ике-өс йыл алда Мифтахетдин олатай килене Ғәрифәгә: "Мин үлеп, бер йыл үткәс, бик ырыҫлы ҡыҙың донъяға килер", - тип, әсәйем тураһында әүлиәлек ҡылған) бергә йыйылған ваҡытта Салауат ихтилалы тураһында әңгәмә башланып китә. Ниңәлер үҙ балаларының һөйләгәне менән килешмәгән Фәйзрахман олатайым шундай һүҙҙәр ысҡындыра: "Һеҙҙең Салауат тураһында һөйләгәндәрегеҙ атайымдың яҙғандарына яҡын да килмәй!" Аҙаҡтан унан Мифтахетдин олатайҙың яҙғандары тураһында һораһалар ҙа бер нәмә лә һөйләмәҫ була.
Рәсәй дәүләтенең һәр хакимлығы тарихты үҙҙәренсә үҙгәртеп, үҙҙәренсә халыҡҡа һеңдерергә тырышҡан. Шуның өсөн дә КПСС Пугачев-Салауат ихтилалын батшалыҡҡа ҡаршы булғаны өсөн "Бер үк уйлы, ынтылышлы халыҡтар күтәрелеше" өлгөһөндә күрһәтә. Бөгөнгө көнгәсә беҙ бары китаптарҙа яҙылғандарҙы уҡыныҡ һәм китаптағыса фекерләнек, уйланыҡ. Үҙегеҙгә уйланыу һәм фекерләү өсөн бер тарихи мәғлүмәт кенә килтерәм: Ҡолғона ауылынан ете саҡрымда Ҡалыу-Айыры тигән ауыл урынлашҡан. Шул ауылдан булған мәрхүм дуҫым Абайдуллин Фәхретдин ағай һөйләп ҡалдырыуынса, уларҙың ата-бабалары Ғафури районындағы Ташбүкән ауылынан күсенеп килеп, йәшәүгә уңайһыҙыраҡ булған Үргеғамыш тигән урында нигеҙләнәләр. Бөгөнгө Ҡалыу-Айыры ауылының нисәнсе йылдарҙа Үргеғамыштан әлеге ултырған ерҙәренә күсенеүе аныҡ ҡына билдәле түгел. Фәхретдин ағай хәтерләүенсә, уларҙың йорт соланында ағас таҡтаға ҡабырсаҡтың эске яғы кеүек ялтырап торған буяуҙар менән төшөрөлгән, бала күтәреп торған ҡатын һүрәте элеүле торған (һис шикһеҙ, урыҫтарҙың тәреһелер). Ғөмүмән, был тирәлә алтын, көмөш, тимер тәреләр, еҙҙән ҡойолған ҡыңғырауҙар, хатта алтындан ҡойолған түш тәреһе табылыуы тураһында мәғлүмәттәр Ҡалыу-Айыры халҡының хәтерендә әле лә һаҡлана…
Күптәрегеҙҙә, бында ихтилалдар һәм башҡа төрлө яуҙар менән әүлиәләрҙең ниндәй бәйләнеше бар, тигән һорау тыуыр. Бик боронғо замандарҙан уҡ билдәле: хан-солтандар яу сабыр алдынан үҙҙәренең әүлиә-күрәҙәселәренә мотлаҡ мөрәжәғәт итер, яугирҙары алдында уларҙың рухи көсөн, еңеүгә ышанысын һәм ынтылышын нығытыу ниәтендә сығыш яһауҙарын һорар булған. Дини руханиҙар һәм рухи юлбашсылар үҙҙәре лә яуҙарҙа ҡатнашҡан. Башҡорт илендә ике быуат буйына күтәрелеп торған ихтилалдарҙың башында ла яу башлыҡтары булып күпселек осраҡта көслө дини руханиҙар һәм әүлиәләр торған (был мәсьәләгә ҡағылғанда, ихтилалдарҙы баҫтырырға сыҡҡан рус ғәскәрҙәрендә лә дини руханиҙар - поптар, монахтар һәм башҡаларының ҡатнашыуын оноторға ярамай).
Аңлы, кәңәшле рәүештә ойошторолған ихтилалдарҙың яу башлыҡтарының яҙмыштары ла күпмелер кимәлдә әүлиәләрҙең, йәғни рухи юлбашсыларҙың күҙәтеүендә һәм төҙәтеүендә алып барылған. Билдәле булыуынса, Салауаттың атаһы Юлай Аҙналиндың көслө руханиҙар, әүлиәләр менән осрашыу осраҡтары халыҡ хәтерендә һаҡланған. Тимәк, улар шул ваҡыттарҙан уҡ Салауатта киләһе күтәрелештең яу башлығын күреп, уны рухи тәрбиәгә алғандыр һәм яҙмышын да халыҡтар хәтерендә ҡалдырып, Башҡорт иленең быуаттар буйы үҙ ирке өсөн алып барған күтәрелештәренең мәңгелек "символик батыр"ына әйләндереүгә өлгәшкәндер. Әйтәйек, Салауат батыр ҙа, Юлай Аҙналин да Кинйә Арыҫланов кеүек, ҡаҙаҡ-ҡырғыҙ далаларында эҙ юғалта алған (Кинйә үҙе үк абыҙ-әүлиә). Әммә әүлиәләр өсөн Салауаттың юғалыуы түгел, ә мәңгелек азатлыҡ батыры булып ҡалыуы мөһимерәк булған. Дини руханиҙарҙың, рухи юлбашсыларҙың - әүлиәләрҙең башҡорт халҡының күтәрелештәрендә ҙур көс булыуын аңлаған Рәсәй батшалары уларҙы кәметеү маҡсатынан мөмкин булғандарҙың бөтәһен дә эшләгән. Шуға ла һуңғы йылдарҙа "Батырша ихтилалы" тураһында халыҡҡа таратылған имеш-мимештәр ҙә икеләнеү тыуҙыра...

Шулай итеп…
Һеҙ Кинйәбулат ауылында йәшәп, баҡыйлыҡҡа күскән Мифтахетдин әүлиә тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәтле булдығыҙ. Үлеренән бер йыл алда ул өйҙәгеләргә үҙе тураһында әүлиәлек ҡылып: "Мин был донъянан киткән көндә, йылы ямғыр яуып үткәс, күктә йәйғор ҡалҡыр. Уның бер осо беҙҙең зыяратҡа төшөр. Мине шул урынға ерләрһегеҙ", - тигән. Бөтәһе лә ул әйткәнсә була. Мифтахетдин олатайҙың өй ҡыйығы аҫтында һаҡланған китап, ҡулъяҙмалар бөтөнләй үк яндырылмаған. Әсәйемдең хәтерләүенсә, ул ҡалыныраҡ, һүрәтлерәк китаптарҙы алып төшөп, мейескә яҡҡан. Ә ҡулъяҙмалар һәм һүрәтһеҙ китаптар ҡалған була. Һуғыштан һуң улы Фәйзрахман был китап, ҡулъяҙмаларҙы ваҡыты булғанда алып уҡыштырған. Күпмелер мәғлүмәттәрҙе үҙенең дәфтәренә лә күсереп алған була.
Көслө күрәҙәсе һәм табип булараҡ даны бөтөн башҡорт иленә таралған Мифтахетдин әүлиә тураһында мәғлүмәтле булған күпмелер оло быуын вәкилдәре лә әле иҫәндәр, иҫән булмағанда ла, уларҙың һөйләп ҡалдырғандарын хәтерләгән йәш быуын бар. Ҙур үтенесем һәм һорауым: ишеткән-белгәндәрегеҙҙе миңә ҡыҫҡаса ғына хат менән (Ишембай районы, Маҡар ауылы, Больничный урамы, 15а. Р. И. Дусалинға) йә телефонға шылтыратып һөйләй алаһығыҙ. Йорт телефоны: (347-94) 75-5-85, кеҫә телефоны: 8-937-320-60-53. Хәбәрҙәштәр булайыҡ. Әүлиәләр тураһында хәтирәләр, риүәйәттәр туплау һәм уларҙың мәңгелек рухын халыҡ хәтерендә ҡабаттан тергеҙеү иң изге һәм сауаплы ғәмәлдәрҙең береһе!

Рәдис ДУСАЛИН,
Ишембай районы Маҡар ауылы участка дауаханаһы табибы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, һәүәҫкәр тарихсы, шағир.

Читайте нас: