Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Май 2023, 12:30

Ауылға яҡтылыҡ килде. Рауза Мусина

Беҙҙең Мораҙымга электр уты ,яңылышмаһам, 1967 йылда килде.Ауыл янына күп итеп ыҫмалаланган баганалар килтерҙеләр. Һәр хужа үҙ йорто ҡаршыһында бағана өсөн соҡор ҡаҙыны.Алдан диаметры, тәрәнлеген әйткәндәр ине.

Беҙ, 7-10 йәшлек балалар, яңы соҡор әҙер булған һайын барып ҡарайбыҙ, эшлекле ҡиәфәттә киңлеген, тәрәнлеген тикшерәбеҙ. Беҙҙе ололар "соҡорға тупраҡ төшөрәһегеҙ “,тип ҡыуып ебәрәләр.Кемдәр нисек өйҙәрендә проводка үткәргәндәре тураһында фекер алышабыҙ. Беҙҙең осраҡ иң отошлоһо кеүек күренә миңә, сөнки еҙнәм буровойҙа электрик булып эшләй. Ул аҡ тышлы проводканы стеналарға беркетеп тә сыҡты.Бәләкәй генә , уймаҡ ҙурлыҡ кына фарфор ҡаҙыҡтар хатта матур , ҡиммәтле әйбер булып күренделәр.Ә сынаяҡ ҙурлығындағы ҡара төҫтәге нимәгә ишек янында оло кеше буйы етерлек итеп, проводка осон нығытып борҙолар.Ул ҡара әйбер ,, выключатель,, тип атала тип урамдағы иптәштәремә сығып һөйләнем.Урамда бағаналарҙы ултыртып сыҡтылар.Беларус тракторындагы яйланма ярҙамында. Аяҡтарына тимер ырғаҡ кейгән монтерҙар һәр өйгә тимер сымдар һуҙҙылар.Тәү мәлдә бурауайҙың генераторын файҙаланып, ауылға свет ебәрҙеләр.Беҙҙең тәҙрәләрҙә гөлт итеп электр уты күренгәс, Хәйбулла абзый йүгереп әтейем янына килгән.

" Мөтиҡ еҙнә , нишләп беҙҙә янмай икән, һеҙҙә яна бит"-, ти. "Патрон ҡуймаһаң, янмай инде,- тип әтейем иренмәй, счетчиктагы патронды бороп алып күрһәтә.

" Кейәү килтерҙе беҙгә , ул Мораҡта ғына бар,- тип, ҡайҙан табырға өйрәтеп ебәрә
.
1969 йыл магазиндарға радио/ телевизорҙар ҡайтара башланылар. Тиливизорзын ниндәй икәнен Магнит ҡалаһында ҡунаҡ булып ҡайтҡан класташыбыз Әлфиә хойлэгэн ине инде.Шул тиливизорзың өҫтөндә мөгөҙ һымаҡ ике сыбығы булмаһа , күрһәтмәй икән әле ул!
Беренсе телевизорҙы Шәрифйән абзыйзар, икенсеһен Хәсән абзыйзар алды.Күп тә үтмәне, Әхмәт еҙнәйҙэр, Ғәлимйән абзыйҙар телевизорлы булдылар . Беҙ үҙебеҙҙең телевизор булғансы, Шәрифйән абзыйларга йөрөнөк. Күп сериялы " Дүрт танкист һәм эт" фильмын уларҙа ҡараныҡ.
Ә " Шоңҡар " спектаклен Әхмәт еҙнәләрҙә ҡараныҡ. Унын ҡатыны Нурикамал апай беҙгә өс туған ғына! Кис еткәс, әнейем һәм беҙ, үрьяҡҡа, Нурикамал апайҙарға килдек. Алғы яҡта ҡәйнәһе менән урындыҡҡа ашъяулыҡ йәйеп сәй әҙерләгән Нурикамал апай, көлөп-йылмайып ҡаршы алды.”Зөһрә апай ,әйҙә сәй эсергэ ултыр, балалар үҙҙәре лә ҡарарҙар тиливизорҙы,- “ тине.Әнейем :”Куй, куй, сәй эсергә килмәнек, оялмай!”-, тине. Мәғиә инәй ҙә килененең һүҙен ҡеүәтләп: “ Әйҙә, әйҙә, әллә нейгэ бер килеп, сәй ҙә эсмәй китәһеңме?”- тигәс, ҡыймай ғына урындыҡтың бер ситенә барып ултырҙы.Икенсе ситендә Нурикамал апай ултырып , банкылағы һөттө ағас ҡалаҡ менән теҙеп ҡуйылған сынаяҡтарға һала башланы.

Беҙ аяҡ кейемдәребеҙҙе мейес буйына теҙеп, төпкө яҡҡа үттек. Беҙгә тиклем килгән балалар иҙәнгә теҙелеп ултырғандар ине инде.Бына диктор, матур прическалы Зөһрә Бәхтизина апай ,спектакль буласағын иғлан итте.”Шоңҡар “ спектакле башланды.Ҡайһы ерендә ҡыҙыҡ, ҡайһы ерендә ҡыҙғаныс был спектакль беҙгә бик оҡшаны. Иртән мәктәпкә барғас, спектакль персонаждары булып ҡыланып уйнап йөрөнөк.

Оҙаҡламай,үҙебеҙҙең дә телевизор барлыҡҡа килде.Шулай ҙа тәүге телевизор тапшырыуҙарын, уларҙы ҡарарға мөмкинселек биргән туғандарыбыҙҙы беҙ әле лә иҫтә тотабыҙ.

Ҡайны-ҡәйнәһе менән бергә йәшәгән өй тулы бала менән беҙҙе асыҡ күңел менән ҡаршы алған Нурикамал апай менән Әхмәт еҙнәйгә бик рәхмәтлебеҙ.

Абдулла олатай ат тотто, Мәғиә инәй менән йәй буйы дарыу үләндәре, Муйыл киптереп йыйып тапшыралар ине.
Нурикамал апайҙың ҡайны- ҡәйнәһе менән бергә йәшәһәләр ҙә, бер зарланганын ишетмәнек, гел көлөп-йылмайып ҡына һөйләшер ине. Мин уның менән фермала эшләгән сағымда күберәк аралаштым.Ул, Зәлифә апай, Фатима апай, Хәжирә еңгә һауынсы булып эшләнеләр мин быҙау ҡараған саҡта Бер тапҡыр ҙа конфликтҡа килгәндәрен күрмәнем апайҙарҙың, миңә лә ауыр саҡта ярҙам иттеләр. .Ә эшләй башлағанда беренсе ярҙамсыларым Зифа апай менән Хәмитйән еҙнә булды. Зифа апай менән"Имәнлекүл минең тыуып-үҫкән ерем" тигән йырҙы бергәләп өйрәндек.

Бына ошондай Иҫтәлек!

Читайте нас: