Тәүҙә ҡамыр әҙерләйек.
Кәрәк буласаҡ:
250 г он
0,5 ч.л. тоҙ
150 мл ҡайнар һыу
1 ст.л үҫемлек майы
_______________
Эслеге:
350 г тауыҡ боттары
350 г күркә боттары
800 г картуф
1 ҙур һуған
тоҙ, борос
зира, паприка
петрушка япрағы
_______________
Ҡыҙҙырыу өсөн:
2 һуған
2 кишер
1 ҙур татлы борос
______
Әҙерләү
Ондо иләйбеҙ, уға тоҙ ҡушабыҙ, һыу өҫтәйбеҙ. Ҡул янмаһын өсөн тәүҙә ҡалаҡ менән болғағыҙ, һуңынан, үҫемлек майы өҫтәп, ҡул менән болғарға ла мөмкин. Ҡамыр уртаса тығыҙлыҡта, һуҙылмалы килеп сығырға тейеш. Әҙер ҡамырҙы пакет йәки пленкаға урап 10-15 минутҡа һалып ҡуябыҙ.
Эслекте әҙерләү ҙә ҡыйын түгел. Итте ваҡ итеп турарға (фарш һалһаң, һутлыраҡ була). Картуфты һәм һуғанды таҙалап, ваҡ ҡына кубиктарға турайбыҙ. Бөтәһен бергә ҡушып, тоҙ, борос, тәмләткестәр өҫтәп һәйбәтләп болғайбыҙ.
Ҡамырҙың бер өлөшөн ҡырҡып алабыҙ (ҡалғанын пленка менән ябығыҙ) һәм жгут (колбаса) формаһына килтерегеҙ ҙә өлөштәргә ҡырҡығыҙ. Һәр өлөштән бәләкәй йәймәләр әҙерләйбеҙ. Улар йоҡаҡ булырға тейеш. Киңерәк ауыҙлы һауытҡа һалып, эсенә эслекте һалып, видеолағы һымаҡ итеп ситтәрен бөрөп ҡуябыҙ.
Артабан ҡыҙҙырыу өсөн әҙерләп ҡуйылған йәшселәсәләргә күсәбеҙ. Табаға аҙ ғына май өҫтәп, һуған ҡыҙҙырабыҙ, шунан кишер өҫтәйбеҙ. Ике-өс минуттан татлы боросто ла һалырға мөмкин. Бер нисә минуттан утты ныҡ кәметәбеҙ һәм йәшелсәләр өҫтөнә мантыларыбыҙҙы теҙеп һалабыҙ. Эргәләренә ипләп кенә эҫе һыу ҡойоғоҙ - мантыларҙың уртаһына еткәнсе. Ҡапҡас менән ябып 35-40 минут самаһы көтөргә генә ҡала.
Ашығыҙ тәмле булһын!