Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Апрель 2023, 13:10

"Ағиҙел"гә - йөҙ". Тәнзилә Кейекбаева

Күптән түгел Ағиҙел журналының 100 йыллыҡ юбилей тантанаһы булып үтте. Бындай дата йөҙ йылға бер мәртәбә генә үткәрелә. Бик тарихи көн булды ул. Ошондай саранан ситтә ҡалмауым һәм юбилей барышын үҙ күҙҙәрем менән күреүем менән бәхетлемен.

"Ағиҙел"гә - йөҙ". Тәнзилә Кейекбаева
"Ағиҙел"гә - йөҙ". Тәнзилә Кейекбаева

Журналды бала саҡтан уҡ сиратлап, ҡулдан- ҡулға йөрөтөп уҡый торғайныҡ. Үҫә килә ошондай баҫма барлығын һәр ваҡыт тойоп йәшәнек, бөгөн дә "Ағиҙел" аға, милли әҙәбиәткә битараф булмағандарҙы үҙенең мул һыуы менән һуғара.
Үткән йәй мин Сыңғыҙ ауылынан Һаҡмар аша сығып, күрше Буранбай ауылына барҙым. Барыуымдың сәбәбе: ошо ауылда йәшәгән оло инәйҙәрҙең хәлен барып белеү. Аҫмалы баҫманан сыҡтым да, тау аша ғына төшөп, иң беренсе өйгә, Сәрүәр (Хәмитова) апайға барып индем. Ауыл өйө, ишеге шар асыҡ тора. Ишек шаҡыһам да өндәшеүсе кеше булмағас, аяҡ кейемен сисеп, өйгә индем. Өй эсенә күҙ йүгерттем, берәү күренмәй, шылт иткән тауыш та сыҡмай. Мин тар коридор аша үтеп, уңлы- һуллы ҡарап, аш бүлмәһен дә байҡап, ҙур залға үттем. Һәм ни күрәм: сихри тынлыҡта өйҙөң иң түрендә, диванына аяҡтарын һоноп, Сәрүәр апай журнал уҡып ултыра! Мин ҡыҙыҡһынып, уның шул тиклем йотлоғоп нимә уҡығанын белер өсөн, өндәшмәй генә яҡыныраҡ килеп ҡараһам, ҡулында - "Ағиҙел" журналы! Шунан ул минең барлығымды ҡапыл абайлап, ҡарашын күтәрҙе: "Аһ- аһ, кеше ингәнен күрмәгәнмен дә. Тәнзилә, һин дә баһаң был! Мин ней иҫем китеп Ағиҙелде уҡып ултырам!" -тип 82 йәшлек Сәрүәр апай ҡыуанып, самауырына барып йәбеште. Хәл- әхүәлде белешкәнсе самауыры ла ҡайнап сыҡты. Өҫтәл артына ултырғайныҡ ҡына, ошо уҡ ауылда йәшәгән ҡыҙы килеп инде. Ни ғәжәп, Гүзәл менән һүҙебеҙ тағы шул Ағиҙел журналы тураһында барҙы. "Мин Ағиҙел журналын бала саҡтан яратып уҡыйым, беҙ ни уны талашып уҡый торғайныҡ! Кейәүгә сыҡҡас та бер ҡыҙыҡ хәл булып алды әле ул. Ҡәйнәм мин уҡып ятҡан журналды алып, йәшереп ҡуйған! Баяғы, килен уҡымаһын, эш эшләһен, тигәндер инде. Ә мин Ағиҙелде ҡайҙа йәшергәнен табып алдым да, урынына икенсе журналды һалып ҡуйҙым! Ҡәйнәм мине "ҡылдым" тип уйлаған булалар инде...
Һе - һе... Мин өндәшмәй генә баш баҫып эшләп йөрөйөм бит инде, журнал ҡайҙа булды, тип һорамайым да. Бер көндө ҡәйнәм: "Килен, һин уҡыған журнал иҙәндә төшөп ята ине, мин уны алып бүкән түшәге аҫтына һалып ҡуйғайным, мә ал," - тигән була. Ә мин: "Әәә, мин уны табып алып күптән уҡып бөттөм инде!" - тиһәм, тегенең күҙе дүрт булды... " Сәй артындағы һөйләшеү ифрат күңелле, сәйебеҙ тәмле, сәйебеҙҙән тәмлерәк һүҙебеҙ! Шулай күңелле һөйләшеп, ун сынаяҡ сәй эсеп, тышҡа сыҡтыҡ. Йорт алдында үҫкән аллы- гөллө сәскәларгә иғтибар иттем. Йәмле кешеләрҙең үҙҙәре лә йәмле, ишек алдары лә йәмле була икән! Ай-вайыма ҡарамай, мине Гүзәл үҙенә ҡунаҡҡа алып ҡайтып китте. Тағы Һаҡмар йылғаһы аша үттек. Мин тауҙар, ҡайынлыҡтар, боролоп аҡҡан Һаҡмар йылғаһына ҡарап туя алмайым, аяҡ аҫтыма ла ҡарамай барып, күпер аша сыҡҡан саҡта саҡ һыуға төшөп китмәнем. Гүзәлдең урамына барып инеү менән, ишек алдында машинаһы менән булашып йөрөгән тормош иптәше, төбәктең данлыҡлы йырсыһы Хәбир Раев беҙҙе ихлас йылмайып ҡаршы алды. Эййй, төбәгемдең ихлас кешеләре! Улар менән аралашып күңелдәр ҡанатланып, осоп китерҙәй хәлдә. Минең кем икәнлегемде танығас, Хәбир ҡыуанып башҡорт халыҡ йырын һуҙып ебәрҙе. Уларҙа ла ҡунаҡ булып, йорт хужаһының йырҙарын тыңлап, Гүзәлдең ҡул эштәренә һоҡланып ҡарай- ҡарай, өйҙән сыҡтым.
Алдыма алған йөкләмә буйынса тағы бер оло инәйҙең хәлен белергә тейеш инем. Көн кисләһә лә, ҡайтыу юлында бер ыңғайҙан Фәриҙә апайҙың (Абыҙгилдина) хәлен беләйем тип, ул йәшәгән йортҡа боролдом. Ишек тупһаһында оло кешенең таянып йөрөгән таяғына иғтибар иттем. Бында ла ишек ҡағыуға өндәшеүсе кеше булманы. Барып инһәм, ни күҙем менән күрәйем: оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Фәриҙә апай күҙлекһеҙ - ниһеҙ Ағиҙелде уҡып ултыра!
Тәнзилә Кейекбаева, Өфө

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: