Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Апрель 2023, 10:34

Миләүшә Ҡаһарманованан кәңәштәр

Тормоштарында бер нәмә лә үҙгәртмәйәсәк кешеләр нимә хаҡында күберәк һөйләй? Ана шул проблемалары хаҡында. Шуны һөйләй ҙә һөйләй улар. Башҡаларҙы ялҡытып бөтә, үҙе ҡаңғырып буталып бөтә... Ҡутара һөйләп, шул проблеманы аңында ҙурайта, ҡабарта һәм ғүмерҙә лә йырып сығып булмағандай итеп өйөп ҡуя. Аҙыраҡ ҡына шымып тороп, шуларҙы хәл итергә йәки хәл итеү өсөн берәй төрлө үҙгәреш яһарға тейеш икәнлеген аңламай.

Миләүшә Ҡаһарманованан кәңәштәр
Миләүшә Ҡаһарманованан кәңәштәр



💫Уңышҡа һәм бәрәкәткә өлгәшә алмаған кешеләр, күп осраҡта, улар тормошто ярата, йәшәүҙән ләззәт ала белмәгәндәр. Һәр ваҡыт кәйефе юҡ, йөҙө емерек тә, позитивты, энергияны башҡаларҙан ғына һурырға теләүселәр. Нимәләлер экономить итергә генә тырышып тороусылар. Нәмәләрен бушлай бирергә, йомартлыҡ күрһәтергә, хәйер яһарға атлығып бармаусылар. Икенселәрҙе тик яманлап һөйләүселәр. Гел ауыр һәм ҡараңғы уйҙар уйлаусылар, эргә-тирәһендәгеләрҙән дә яманлыҡ, хаслыҡ ҡына көтөүселәр.

💫Рухи күтәренелек, ҡыуаныс тоя алмаусыларҙың юғарынан энергия алыу юлы ябылған йәки ныҡ ҡыйланған. Яҡшылыҡ ҡыл. Ярҙам ит. Изгелек күрһәт. Дан, интернет, вазифаң ҡушҡан өсөн түгел, ә ысын күңелдән, өндәшмәй, шауламай ғына. Үҙфайҙаңдан баш тартып, башҡалар мәнфәғәтен ҡайғыртып ҡара).

💫Хөрмәт ҡаҙана алмағандар (туғандары, балалары, коллегалары, ире йә ҡатыны алдында), ғәҙәттә, үҙдисциплинаһыҙ, эҙмә эҙлекле эш итә белмәгән, принциптары булмаған, позицияһын тота алмағандар. Йыш күҙәтелә: бала әсәһен тыңламай, ғаиләлә атайҙың һүҙе юҡ, уҡытыусы уҡыусыларын тыя алмай һ.б. Бында йыуашлыҡ ни причем. Баҫалҡы һәм баҙнатһыҙ холоҡлоларҙы ла эске тәртиптәре арҡаһында өлгәшкәндәре өсөн хөрмәт итәләр. Талап иң беренсе үҙеңә, унан ғына балаларға, ғаиләгә һ.б.

💫Бәхетһеҙмен, тип уйлаусылар, кемдер килер ҙә уны бәхетле итер, тип өмөт итеүселәр. Эмоциональ ярҙам көтөп ултырыусылар. Йәки үҙ бәхетһеҙлегендә икенсене кешене йәки яҙмышты ғәйепләүселәр (ирен, ҡатынын, белеме юҡлығын, яратмағаны менән йәшәүен). Партнерына һөйөүен матди әйберҙәргә алмаштырып бирергә маташыусылар. Мәҫәлән, мин шундай матур һәм шәп ҡатын һәм ул минең менән аралашыу өсөн бүләк әпиререгә тейеш. Асылда, алтынды иретеп башың аша ҡойһа ла, әгәр һинең ул кеше менән рухи бербөтөнлөгөң юҡ, аң кимәлең тап килмәй, интеллектуаль үҫешең ныҡ айырыла икән, мөнәсәбәттәрҙә идиллия ла, камиллыҡ та булмаясаҡ. Хатта иң ҡайнар хистәр ҙә (страсть) талаш-тартыш ҡына алып киләсәк. Ә һүҙ башта бәхет хаҡында ине...

💫Ошо кире күренештәрҙе үҙеңдә еңергә була. Мәҫәлән, тап әлеге Ураҙа мәлендә эске донъяңда тәртип ойоштора башлап. Аҙымлап, яйлап, рухи көстө туплап. Идеал булалмаҫбыҙ, әммә күпкә таҙарырбыҙ.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: