Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Ғинуар 2023, 09:00

Шәп әҫәр

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА һин бөгөн йоҡларға ятаһыңмы, юҡмы! (күп нөктә урынына үҙегеҙгә оҡшаған берәй әсе генә һүҙҙе ҡуйып уҡыһағыҙ ҙа була) Бер үк повесты икенсе тапҡырға уҡып, таңғы биш булып киткәндә улай ғына әрләнеп тә алаһың инде ул, нисауа))Әрләнгәнгә иҫ китмәй әле, юрған аҫтында ла һөйләнеүемде дауам итәм: "Үәт, баш кешелә! Үәт, шахматист! Үәт, яҙған тәк яҙға-ан! Гөлсирә Ғиззәтуллинаның яңы повесы хәтәр ҙә ул!" Көн яҡтырғансы ла тыныслана алманым әле.

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА

һин бөгөн йоҡларға ятаһыңмы, юҡмы! (күп нөктә урынына үҙегеҙгә оҡшаған берәй әсе генә һүҙҙе ҡуйып уҡыһағыҙ ҙа була😀) Бер үк повесты икенсе тапҡырға уҡып, таңғы биш булып киткәндә улай ғына әрләнеп тә алаһың инде ул, нисауа))
Әрләнгәнгә иҫ китмәй әле, юрған аҫтында ла һөйләнеүемде дауам итәм: "Үәт, баш кешелә! Үәт, шахматист! Үәт, яҙған тәк яҙға-ан! Гөлсирә Ғиззәтуллинаның яңы повесы хәтәр ҙә ул!" Көн яҡтырғансы ла тыныслана алманым әле.
Эйе, яҙыусының "Яратам тип әйтеп өлгөрмәнем..." хикәйәһе лә бомба ине, һүҙ юҡ. Ул былтырғы март һанында баҫылды, шул һанды һорап йыл дауамында редакцияға нисә йөҙ кеше килгәндер, белмәйем, әммә, белеп тораһығыҙ, уларға ярҙам итә алманыҡ! Тираж алдан яҙыла, һәр дана журналдың хужаһы бар. Ә был, ғинуар һанында сығасаҡ повесть теге бомбанан да бомбара-аҡ! Гөлсирә Ғиззәтуллина - гений прозаик, быны уҡығандан һуң ошо фекерем ҡаҡшамаҫ булып нығынды. Тиҙ арала ғына беренсе һанға заказ бирмәһәгеҙ, былтырғы ише үкенеп йөрөйәсәкһегеҙ инде ҡалай ҙа, әллә һуңмы икән инде, уныһын беҙҙең һан туплау буйынса шеф Луиза Киреева ғына белә.
Ә мин бәхетле кеше булғанымды аңлап ирәйеп ултырам, бынауындай һыуыҡтарҙа "Ағиҙел" журналының корректураһын уҡып ултырыуҙан да яҡшы нимә булыуы мөмкин һуң!
Әйткәндәй, повестың төп геройын ошолай уҡ сатлама һыуыҡта сүп йәшнигенән эт табып ала. Юҡҡа ғынамы ни ул , мин яратырға, тоғролоҡҡа эттәрҙән өйрәндем, бала сағым берәҙәк эт һәм бесәйҙәр араһында үтте, тимәй.

Фотола: атайымдарҙың күрше Факил инәй китеп барып, яңғыҙ ҡалғас йәлләп алып ҡайтып, ун биш йыллап ҡараған Кетмәрҙәре. Былтыр ҡартайғас урманға үлергә киткән ине, бахырҡай.

Шәп әҫәр
Шәп әҫәр
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: