Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Август 2022, 10:25

Хәтер

Артур ДӘҮЛӘТБӘКОВ, "Йәшлек" гәзитенең баш мөхәррире. Мөхәббәт шағиры Рәмил Йәнбәккә бөгөн 70 йәш тулған булыр ине.“Был донъяла ике генә шәп фамилия бар. Береһе – Йәнбәков, икенсеһе – Дәүләтбәков!” – тип шаярта торғайны Рәмил ағай күрешкән һайын.Беҙгә уның менән бергә, күршеләш кенә булып эшләргә тура килде. Ул – “Ағиҙел” журналында, мин – “Аманат”та.

Хәтер
Хәтер

Артур ДӘҮЛӘТБӘКОВ,

"Йәшлек" гәзитенең баш мөхәррире.

Мөхәббәт шағиры Рәмил Йәнбәккә бөгөн 70 йәш тулған булыр ине.

“Был донъяла ике генә шәп фамилия бар. Береһе – Йәнбәков, икенсеһе – Дәүләтбәков!” – тип шаярта торғайны Рәмил ағай күрешкән һайын.

Беҙгә уның менән бергә, күршеләш кенә булып эшләргә тура килде. Ул – “Ағиҙел” журналында, мин – “Аманат”та. Көн һайын күрешеп йөрөйбәҙ. Әллә ни эшләп яҡын күрҙе ул мине. Әллә райондарыбыҙ күрше булғанға, әллә бер үк интернат-мәктәпте тамамлағанға."Шәпкә ҡуям мин һине", - ти торғайны. Йыш ҡына Зилә еңгәй, Рәмил ағай менән сәй эсеп, һөйләшеп ултырыр инек. Һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәй торғайны.

Был донъяла Рәмил ағай барыһын да күреп китте. Йәш кенә көйө “Башҡортостан пионеры” (“Йәншишмә”) гәзитендә баш мөхәррир вазифаһында, “Китап” нәшриәте директоры булып та эшләне.

Тоғролоҡто ла, хыянатты ла кисерҙе ул. Тоғролоҡ Зилә еңгәй яғынан булһа, хыянат - ҡайһы бер яҡын дуҫтары яғынан. Хатта шундай бер кеше менән ғүмеренең аҙағына тиклем ҡул биреп күрешмәне, ул коридорҙа күренеү менән боролоп китер ине.

Тоғролоҡ, тигәндән, Рәмил ағайҙы Зилә еңгәйҙән башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай торғайны. Ай-һай, уҫал булды еңгә. Хәйер, теленән бал тамып торған шундай сибәр ирҙе уҫал булмайынса тотоп ҡара! Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа уға күп күҙ һалғандыр инде. Әммә Зилә еңгәй уны һәр ваҡыт ғәфү итә белде. Улар шул хәтле бер-береһенә тап килгән ине. Улдары Таһир, ҡыҙҙары Гөлназ бөгөн Йәнбәковтарҙың нәҫелен дауам итә. Үкенескә күрә, өлкән ҡыҙҙары Ләйсән фажиғәле вафат булды

. Шуныһы – Рәмил ағай менән менән Зилә еңгәйҙең балалары ҡалала үҫһә лә, башҡортса һөйләшәләр, башҡорт рухлылар.
Ирҙең уңышы – ҡатын-ҡыҙҙан. Зилә еңгәйҙең фани донъянан китеүен күтәрә алманы Рәмил ағай. Был донъяла аңҡы-тиңке килеп йөрөнө лә, үҙе лә Зилә апай янына ашыҡты.

Тыныс йоҡла, Рәмил ағай. Беҙ һине онотмайбыҙ.

Хәтер
Хәтер
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: