Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Август 2022, 08:30

"Ағиҙел"де уҡыйыҡ!

Дуҫтар, “Ағиҙел” журналының 8-се һаны әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн үҙенсәлекле бүләк кеүек ҡабул ителер. Журналыбыҙ иғлан иткән Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин исемендәге повестар конкурсына килгән әҫәрҙәр донъя күрҙе был һанда. Ә иң мөһиме: журналға яҙылмай ҡалмағыҙ! Һеҙҙе киләсәктә шәп-шәп хикәйәләр, повестар, романдар, шиғырҙар-поэмалар, публицистик яҙмалар менән ҡыуандырып торорбоҙ!

"Ағиҙел"де уҡыйыҡ!
"Ағиҙел"де уҡыйыҡ!

Дуҫтар, “Ағиҙел” журналының 8-се һаны әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн үҙенсәлекле бүләк кеүек ҡабул ителер. Журналыбыҙ иғлан иткән Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин исемендәге повестар конкурсына килгән әҫәрҙәр донъя күрҙе был һанда.

Ә иң мөһиме: журналға яҙылмай ҡалмағыҙ! Һеҙҙе киләсәктә шәп-шәп хикәйәләр, повестар, романдар, шиғырҙар-поэмалар, публицистик яҙмалар менән ҡыуандырып торорбоҙ!

 

Әминә ЯХИНА

Күктәргә осто йәнем

Повесть

Нимә булды минең менән? Ҡапыл ғына бөтә тәнем еңеләйеп киткәндәй тойолдо. Шундай рәхәтлек, еңеллек һәм тыныслыҡ тойғоһы кисергән кеүекмен. Ҡайҙа һуң мин? Хатта үҙемдең ҡайҙа икәнемде лә аңламайым. Ниңәлер үҙемде ҡауырһын һымаҡ ,бәүелә-бәүелә, иҫкән ел ыңғайына өйөрөлөп-өйөрөлөп осоп барған һымаҡ һиҙәм. Эйе, эйе, мин осам! Ысынлап та, осам! Яйлап-яйлап күтәрелә барам. Ҡара әле, ағастарҙан бейек күтәрелдем түгелме? Ҡояш шундай яҡты, күҙҙәрем йүнләп тә күрмәй, әллә ҡояш нурҙарына сағыламы?

Бәй, урамыбыҙ ус төбөндәй генә күренә түгелме? Ә ниндәйҙер шәүлә алма ағасы эргәһендә, утҡа баҫҡан бесәй кеүек, унда-бында йүгергеләй. Туҡта-туҡта, ул балаҫҡа төрөлгән ниндәйҙер әйберҙе һөйрәй түгелме? Ниндәй таныш шәүлә! 

– Туҡта, ҡайҙа һөйрәйһең ул әйберҙе? Ҡайҙа алып бараһың?

Әллә минең тауышты ишеттеме, әллә арынымы, теге шәүлә һыу тултырылған мискә эргәһенә еткәс, шып туҡтаны, тирә-яғына ҡарап алды. Тиҙ генә эйелеп, бар көсө менән тып-тын, хәрәкәтһеҙ ятҡан әйберҙе күтәреп алды ла мискә эсенә ташларҙай булып уҡталды. Мин түҙмәй “Ах” тип ҡысҡырып ебәрҙем. Ә был шәүлә, әллә ят тауыштан, әллә ҡурҡышынан һиҫкәнеп, ҡулындағы әйберен саҡ төшөрмәй, уның менән бергә ергә ҡапланды. Оҙаҡ ятты ул, хатта һулҡылдап илаған тауышы ла ишетелгәндәй булды. Бер аҙ хәл йыйғас, тирә-яғына күҙ йүгертте лә, ҡапыл тороп, теге әйберҙе кире һөйрәп алма ағасы төбөнә килтереп һалды. Ә үҙе ниҙер эҙләгәндәй, өй янындағы ҡойма яғына йүгерҙе. Бына ул кире боролдо, ә ҡулында минең Әлнисә ҡыҙымдың ҡыҙыл таҫмаһы. Ҡып-ҡыҙыл был таҫманы мин уға март байрамына бүләк иткәйнем. Ҡыҙымдың сәстәрен үрәм дә ошо таҫманы ҡушып, аҙаҡтан толомон өҫкә күтәреп, матур итеп бант эшләй торғайным. Ҡыҙым атлаған һайын, башындағы банты күбәләктәй елпелдәй ине. Ә йәй көндәре уның урамдан ҡайтҡанын ошо бантҡа ҡарап, тәҙрә аша әллә ҡайҙарҙан таный инем. Ой, бәләкәсем, һағындым һине! Теге ваҡыт ҡаланан ике туған һеңлем килгән ине, уй-вайға ҡуймай, ҡыҙымды ҡунаҡҡа алып ҡайтып китте. Бер аҙнаға. Улай алыҫ ергә беренсе тапҡыр китеүе…

Ҡапыл ҡапҡа ябылыу тауышына тертләп киттем. Уйҙарға бирелеп, теге шәүләне күҙҙән ысҡындырҙым түгелме? Тирә-яҡты тиҙ генә байҡаным. Бер кем күренмәй, бер ниндәй ҙә тауыш ишетелмәй. Әллә ел тымды инде, мин аҫҡа төшә барғанымды һиҙҙем. Талғын ғына осоп, бер япраҡҡа ҡундым. Шул саҡ күҙем ҡаршымдағы ҡып-ҡыҙыл ҡан төҫөндәге әйбергә төштө. Был бит ҡыҙымдың таҫмаһы! Ниңә ул ағаста аҫылынып тора? Ә теге әйбер ниңәлер ағасҡа һөйәлгән. Туҡта-туҡта, ул бит таҫма менән ағасҡа бәйләп ҡуйылған! Ҡапыл күңелемде ниндәйҙер шомлоҡ баҫып алғандай булды. Тирә яғыма ҡарана-ҡарана бар көсөмә алға ынтылдым. Эй, кешеләр, ишетәһегеҙме мине? Күҙем ҡаршылағы өйгә төштө, кемдер беҙҙең урамды тәҙрәнән күҙәткәндәй тойолдо. Был бит Мәхмүт ҡарт! Уларҙың тәҙрәһенән беҙҙең урам күренеп тора. Күптән инде пенсияла, ҡарсығы үлгәндән һуң яңғыҙы көн кисерә. Тимәк, ул барыһын да күргән! Ә иң мөһиме – баяғы шәүләне аңғарғандыр. Туҡта әле, барайым әле уның янына!

 

"Ағиҙел"де уҡыйыҡ!
"Ағиҙел"де уҡыйыҡ!
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: