Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Август 2022, 09:35

Ҡотлайбыҙ!

Танылған #шағир, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Мәүлит Ямалетдинов исемендәге әҙәби ойошма етәксеһе Мәүлит Зиннәт улы Кәримовҡа (Мәүлит Кәрими) 60 йәш тулды! Талантлы ҡәләмдәшебеҙҙе ғүмер байрамы менән ихлас тәбрикләйбеҙ, Ағиҙел йылғаһылай оҙон ғүмер юлы, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ-сәләмәтлек, ғаилә бәхете һәм именлеге, артабан да яңынан-яңы ижади үрҙәр теләп ҡалабыҙ!Килеп еттем алтмышҡаТалғын ғына килеп еттемАлтмыш тигән билдәгә.Уң ҡулым буш саҡтарҙа лаҺулы тотто дилбәгә.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Танылған #шағир, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Мәүлит Ямалетдинов исемендәге әҙәби ойошма етәксеһе Мәүлит Зиннәт улы Кәримовҡа (Мәүлит Кәрими) 60 йәш тулды! Талантлы ҡәләмдәшебеҙҙе ғүмер байрамы менән ихлас тәбрикләйбеҙ, Ағиҙел йылғаһылай оҙон ғүмер юлы, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ-сәләмәтлек, ғаилә бәхете һәм именлеге, артабан да яңынан-яңы ижади үрҙәр теләп ҡалабыҙ!

Килеп еттем алтмышҡа

Талғын ғына килеп еттем
Алтмыш тигән билдәгә.
Уң ҡулым буш саҡтарҙа ла
Һулы тотто дилбәгә.

Тай-тулаҡты, өйрәтмәйсә,
Иртә ектем арбаға.
Йән-фарманға саба инем,
Ғишыҡ уты арбаһа.

Тулап киткәндәре булды,
Булды абынғандары.
Ҡолап ҡалып, Хоҙайыма
Булды табынғандарым.

Йәшермәйем: йәш тә түктем,
Тик булманым йыбытҡы.
Атым тартмаһа ла, ҡулға
Һис алманым сыбыртҡы.

Талғын ғына килеп еттем
Алашамда алтмышҡа.
Алда ниҙәр көткәндә лә,
Юҡ башҡа ат алмашҡа.

Йөк

Һыу буйына төштө һылыу ҡатын,
Йәше саҡ-саҡ уҙған илленән...
Ауыр күнәктәрен ергә ҡуйҙы,
Көйәнтәһен һалды иңенән.

Кер сайҡай ул бында яҙҙан алып,
Ямғырлы ла ҡара көҙгәсә.
Йылға ағымына һалған зары
Ғүмерлеккә етәр, йөҙгәсә.

Һылыу йөҙө бер аҙ уйсан, моңһоу.
Уйҙарында – уҙған йылдары.
Һыу буйында тыныслана төшә
Күңеленең нескә ҡылдары.

Кер сайҡаған кеүек кенә итеп,
Эх, сайҡайһы ине уҙғанды.
Ауыр күнәктәрҙе, көйәнтәне
Алып ташлап, көтмәй туҙғанды.

Юҡсы. Бары, һыу буйында ҡалды
Саҡ-саҡ мәшәҡәте, хәстәре.
Иңдәрендә ҡалды көйәнтәһе –
Мосолманға яҙыҡ – хас тәре...

Әсәләр көтәләр улдарын

Йәнде өшөттөрөп ямғыр яуа,
Болоттары талмай ағыла.
Ҡайтыр, тиеп киткән юлдарыңа
Ҡарап торам, улым, тағы ла.

Йәй ҙә быйыл зарлы ҡатын кеүек,
Бик йыш ҡына түгә йәштәрен.
Минең йәшем ҡороп бөттө инде,
Салланып тик ҡалды сәстәрем.

Бер өҙлөкһөҙ яуған ямғырҙарға
Ҡайындар ҙа хатта эйелгән.
Нисәмә ай, улым, хәбәр көтәм:
“Мин иҫәнмен, әсәй!” – тиелгән.

Ҡара болоттарҙай шомло уйҙар
Сыҡмаһа ла, һис тә, башымдан,
Эйелмәнем, бөгөлмәнем әле,
Өмөтөм ныҡ Урал ташындай.

Торасаҡмын көтөп боҙ яуһа ла,
Ҡалғанда ла һуңғы һулышым.
Иҫән ҡайтыр улым, еңеп ҡайтыр
Яҙмышына яҙған һуғышын!

АҠ ТӨНДӘР
Ғүмеремдең бөгөн шундай
Һикәлтәле бер мәле.
Ҡара көндәр генә түгел,
Аҡ төндәре бар әле.

Артҡа әйләнеп ҡарайым,
Булған шатлыҡ, ҡайғыһы.
Бергә үҫкән дуҫтарҙың да
Иҫәнләшмәй ҡайһыһы.

Аҡ төндәрҙә ҡабат тойҙом,
Аяҡ баҫҡан еремде.
Аҡ төндәрҙә ҡабат таптым,
Дуҫ, дошман һәм йәремде.

Үпкәм дә юҡ үткәнемә,
Үткәнһеҙ юҡ киләсәк!
Ҡул бирмәгән дуҫымдан да
Көлһә, дошман көләсәк.

Тик ҡайсағын Аҡ төндәр ҙә
Үткәнде сағылдыра.
Ҡара булһа ла ул көндәр,
Үлтереп һағындыра.

Күңел көҙгөм

Уйға сумдым күл ярында,
Күлдә болот сағыла.
Болоттарғамы тағылып
Был ғүмерҙәр ағыла.

Күл төбө һай.
Ғүмер тәрән!
Тик бирелмәй күптәргә.
Ташлап мине осоп киттең
Шул болотло күктәргә.

Болот күлдә сағыла ла
Йыраҡтарға ағыла.
Күл ярында һин янымда
Булдың кеүек тағы ла...

Хыял

Айға ҡарап хыялланам:
Юл булһа әгәр айға,
Елер инем машинала
Йәремде алып янға.

Кире ҡайтыр өсөн унан,
Кәрәкмәҫ ине аҡса.
Айҙа ҡалып, гөл-сәскәнән,
Үҫтерер инек баҡса.

Сәскәләрҙе, барыһына,
Яуҙырыр инек Ергә.
Ҡара уйлымы ул, аҡмы?! –
Шатланһын, тиеп бергә.

Барлыҡ таптарҙы ла шулай,
Өлгөрөлһәсе аҡлап.
Хыялдарҙан хыялыйға
Әйләнмәҫ борон ныҡлап...

Ҡарағайлым!

Тирә-яғым - ҡарағайҙар иле,
Тауҙар иле, бейек, ҡаялы.
Аҡ томанлы Ағиҙелкәй иле,
Һулап туймаҫ шифа һауалы.

Ер йөҙөндә бындай ожмах барын
Белмәйенсә илдәр гиҙҙемме?!
Тик ошонда килеп үҙ бәхетен
Осратырын йөрәк һиҙҙеме?!

Ҡарағайҙар иле - Ҡарағайлы,
Ағайһыҙ мин - һиндә ағайлы!
Йонсоу көндәрем дә салт ҡояшлы,
Төндәрем дә яҡты, гел айлы.

Ҡарағайлы рухы илһам бирә;
Кисермәйем ҡытлыҡ йәнемә.
Был ожмахта йәшәүҙәре генә
Тура килмәҫ инде мәңгегә...

Август

Август – йәйҙең йәкшәмбеһе,
Иҫә бәрхәт елдәре.
Йәкшәмбелә генә ата
Йәйҙең сағыу гөлдәре.

Елдәр бары шатлыҡ ҡына
Алып килмәй, әлбиттә.
Йәш өҫтәлә, йылдар кәмей,
Шуныһымы йәл бик тә?!

Йәкшәмбеләр көн дә булмай,
Көн дә атмай гөлдәре.
Сәстәрҙе тик һыйпай-һыйпай
Салландыра елдәре...

Мәүлит КӘРИМИ.
 
Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: