Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Август 2022, 10:15

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай Атайым һабаҡтарыАтайым миңә бик күп фәһемле вә ғибрәтле хәлдәр хаҡында "әүәле" тип башланған тарихтар һөйләй торғайны. Шуларҙың береһе:

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

Атайым һабаҡтары

Атайым миңә бик күп фәһемле вә ғибрәтле хәлдәр хаҡында "әүәле" тип башланған тарихтар һөйләй торғайны. Шуларҙың береһе:"Әүәле байлар үҙҙәренә хеҙмәтсе һайлағанда мотлаҡ рәүештә ашатып ҡарар булған. Әгәрҙә ҡайыра тешләп, умырып ҡапһа, уны хеҙмәтселеккә алған, әгәрҙә ризыҡҡа илтифат итмәйенсә, семсенеп кенә ҡапһа, бының ашауының рәте юҡ, эшкә лә барымы булмаҫ, тип унан баш тартҡан..." — тигәне.
Юҡҡа ғына "Ашағанда ҡолағың һелкенһен, эшләгәндә йөрәгең елкенһен" тимәгәндәр бит.
(Фотоға 1982 йылда атайым, Әхтәм ҡустым, Бибинур апайым Өфөлә төштөк.)

"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 686-сы күҙәтеү

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: