Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Июль 2022, 18:06

Баласаҡ хәтирәләренән. Наилә Сәфәрғолова

..."Беҙҙе - 8 баланы Хәкимә өләсәйем ҡарап үҫтерҙе", - тиһәм, мәрхүм атайым һәм әсәйемдең рухтары рәнйемәҫ тип ышанам, сөнки улар бар ғүмерҙәрен колхоз эшенә бағышлаһа, өләсәйем өй эштәре, аш-һыу, балалар менән булды. 5 малай, 3 ҡыҙ уның тәмле аштарын, мейестә күпереп бешкән икмәктәрен ашап, уның һөйләгән әкиәттәрен тыңлап үҫтек. Һике уратып, теҙелешеп уның ҡулынан самауыр сәйҙәрен эскән саҡтар онотолмаҫ хәтирәләр булып ҡалған...

Баласаҡ хәтирәләренән. Наилә Сәфәрғолова
Баласаҡ хәтирәләренән. Наилә Сәфәрғолова

Ул бер аяғын бөгөп, икенсеһен һикенән иҙәнгә төшөрөп ултырыр ҙа, ике толомға бүлеп, тығыҙ итеп үрелгән, сулпылы сәстәрен йәтеш кенә арҡа һыртына һелтәп ебәрер ҙә, һул ҡулына ҙур шәкәр киҫәген ҡыҫып, уң ҡулындағы, атайым үҙе эшләп биргән, бысаҡ менән уны ваҡлап һәр беребеҙгә таратып бирер ине. Шунан, шажылдап торған самауарынан, беҙҙең өй эргәһендәге тәмле шишмә һыуынан ҡайнаған сәйен кәсәләргә ҡойоп беҙгә таратыр ине. Эх, ул сәйҙәр!.. Оноторлоҡ түгел... Өҫтәүенә, өләсәй бешергән икмәккә, сипараттан әле генә үткәргән ҡаймаҡ менән үҙебеҙҙең умарта балын һыйпап ебәрәбеҙ ҙә, рәхәтләнеп сәйҙәр эсәбеҙ... Ммм, тәмлелеге - телең йоторлоҡ!
... Беҙҙең Хәкимә өләсәй бигерәк пөхтә ине: һис ҡасан кейемдәрен үтекләмәй кеймәне, һандыҡ төбөнән алып "Красная Москва" исемле хушбуйҙарын самалы ғына ҡолаҡ артына тамыҙып алыр ине лә, тештәрен күмер менән ышҡып йыуып, еңдәрен һыҙғанып һәр иртә эшкә тотонор ине. Мин уның бер ҡасан да тауыш күтәргәнен, талашҡанын ишетмәнем - ул бигерәк сабыр һәм баҫалҡы булды.
Намаҙҙы ҡалдырманы, ураҙалар тотто. Кейеме бороңғоса: оҙон күлмәк, камзул, ойоҡ, йөн нәски, үзбәк кәлүшенән булды. Мунса яратты, күрше ауылдағы әхирәттәренә, арлы-бирле әйберҙәрен сепрәк төйөнсөгенә һалыр ҙа, таяғына таянып, уларҙа йылына бер йөрөп килер ине.
Миңә, ҡыҙҙарҙың бәләкәйенә, уның менән ятыу бәхете апайҙар үҫеп, интернатҡа киткәс кенә тәтене. Уғаса, балаларса ныҡышып, ҡабарып торған түшәк, яҫтыҡ йәйелгән тимер карауатҡа, уларҙың аяҡ остарына, өсөнсө кеше булып һыйынып барып ятыр инем. Өләсәйгә яҡыныраҡ булаһы килгәндер инде, күрәһең...
Ул, аллаға шөкөр, оҙон ғүмерле булды - 100-ҙө тултырғандыр тип уйлайым. Сөнки, һуңғы йылдар: - "Өләсәй, һиңә нисә йәш?"-тип һораһаң, ул: - "93, ҡыҙым, 93",- тиер ине. Шулай, 93 йәш уға күп кенә йылдар булды, шикелле ул. Уға нисә генә йәш булмаһын - иң матур, иң һөйкөмлө, иң аҡыллы өләсәй беҙҙеке ине! Беҙ уны ныҡ яраттыҡ. Атайым уға һүҙ тейҙермәне, әсәйем "Ҡәйнәм", тип кенә торҙо (әҙерәк, беҙҙең яратыуҙан, көнләшеүен көнләште, шикелле лә, әммә, хөрмәт итте).
...Мин, уның был фани донъяларҙан киткәс кенә, бөтөнләй, беҙгә ысын өләсәй булмауын, белдем...
...Беҙҙең ғаиләгә уны буталсыҡ, ҡатмарлы тормош һәм яҙмыш елдәре ебәргән булған икән...
...Мин, уның был фани донъяларҙан киткәс кенә, бөтөнләй, беҙгә ысын өләсәй булмауын, белдем...
...Беҙҙең ғаиләгә уны буталсыҡ, ҡатмарлы тормош һәм яҙмыш елдәре ебәргән булған икән...
Ул бер ҡасан да һуҡранманы, мин уның көрһөнөп, илап ултырғанын да хәтерләмәйем - барыһы менән дә риза булып йәшәне ул.
Өләсәйемдең, 7 айлыҡ булып ҡына тыуып, әсәйһеҙ ҡалған атайымды, мейес башына бүреккә һалып үҫтергәнен, әсәйем һөйләүҙәренән генә ишетеп белдек беҙ.
Атайымдың атаһы Минеғәли олатай хәрби кеше булған. Ул, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда, яу ҡырында ятып ҡалғас, хөкүмәт ҡарары буйынса, офицер улдарын суворов училищеларына уҡырға алғандар. Бер көндө шулай атайым артынан да ауылыбыҙға килгәндәр, әммә Хәкимә өләсәй уны баҙға йәшереп өлгөргән. Хәрбилеккә китеүенән ҡурҡҡанмылыр, әллә, үҙ балаһылай күреп үҫтергәнгәмелер, баланы сит ҡулдарға бирергә теләмәгәнгәмелер, белмәйем, өләсәйем арҡаһында атайым өйҙә ҡалған. Шулай итеп, атай үҙ нигеҙендә үҫкән һәм тамыр ебәргән. Әгәр, өләсәй уны шул саҡ алып ҡалмаһа, беҙ ҙә был донъяға тыумаҫ инек...
"Тыумаҫ инек",- тигәс, иҫкә төштө. Әсәйем, өләсәйем әйтмешләй, 1,5 - 2 йыл аша бала тапҡан да бала тапҡан. Ул ваҡыттарҙа декрет тигән нимә булмаған - әсәй колхоз эшенән бушамаған, өләсәй бала ҡараған да, бала тәрбиәләгән.
Итәк тулы балалар үҫтергәнгә йонсопмолор инде, берҙән-бер көндө өләсәй әсәйемә былай ти икән:
- Килен, исмаһам, берәй йыл ҡыҫыр ҡалһаңсы.
Был һүҙҙәрҙе беҙ хәҙер көлөшөп иҫкә алабыҙ. (Әйткәндәй, әсәйем өләсәй, аяҡһыҙ ҡалып, түшәккә ятҡас, уның һуңғы көндәренә тиклем 8 ай буйы уны бала ҡарағандай ҡараны, тәрбиәләне.)
Сикһеҙ рәхмәт һиңә, өләсәй! Беҙ һине, тыуғандан бирле, иң ҡәҙерле кешебеҙ итеп яраттыҡ. Өйөбөҙҙә һинең урының гел түрҙән булды. Тик, ниңәлер, һин рамға ҙурайтып ҡуйылған берҙән - бер фотоһүрәтеңде, беҙ күрмәгәндә алып, утҡа яҡҡан инең... Хәтерләйем, ул саҡ һин:
-" Мин теге донъяларға киткәс, ҡарап, илап ултырмаһындар тип, шулай эшләнем,"- тинең.
Һинең нурлы йөҙөңдө, матур ширышлы ҡулдарыңды, йәшел күҙҙәреңде беҙ нисек онотайыҡ инде, өләсәй?!.
...Беләһеңме, Зөфәр ағайым, ҡаты сире сәбәпле, был фани донъяларҙа, үҙенең һанаулы ғына көндәре ҡалғас, минән үҙен Тыуған ауылыбыҙға - Шәкәргә алып ҡайтыуҙы һораны. Ҡайтыр алдынан Салауат баҙарына һуғылдыҡ, ул сәскәләр һатып ултырған апайҙар ҡырына мине алып барып:
- "Туғаным, мин үлгәс, ошо тәпәш кенә үҫкән сәскәләрҙе ҡәберемә ултыртырһың, хәҙер ауыл зыяратына ҡайтайыҡ, һиңә, иҫән сағымда, мине ҡуйыр урынды, үҙем күрһәтәһем килә. Ул урын - өләсәйем эргәһендә,"- тине.
...Бына бит... Бына бит, өләсәй, һин беҙгә нисек ҡәҙерле!... Тыуғас та һинең ҡулдарыңа тартылғанбыҙ, үлем сәғәте килгәндә лә, хатта, һинең ҡуйыныңа һыйынырға тырышабыҙ...
... Һине беҙгә, ысынлап та, Хоҙай үҙе ебәргәндер!..
...Хәкимә өләсәйемдең аталары хәлле кешеләр булған. Уларҙың өйөр-өйөр аттары, бай донъялары, уларға ялланып эшләгән хеҙмәтселәре булған. 1917 йылғы революциянан һуң, 30-сы йылдарҙа, "Раскулачивание" осоро дәүерендә, Хәкимә өләсәйҙең ғаиләһен Себергә ҡыуалар. Өләсәйҙең атаһы, берҙән-бер ҡыҙҙарының яҙмышы хаҡында борсолоп, уны, иртәгә, билдәһеҙ, оҙон юлға сығаралар тигән төндө, сараһыҙҙан, күрше ауылда яңғыҙ йәшәгән дуҫына - беҙҙең Минеғәли олатайыбыҙҙың атаһы Хәлил олатайға икенсе бисәлеккә, үҙе, етәкләп килтереп тоттора...
... Йомшаҡ күңелле, кешелекле Хәлил олатай ҡыҙға бармаҡ менән дә теймәй, ҡағылмай, ғүмеренең ахырына ҡәҙәр дуҫының ҡыҙы Хәкимәне һүҙ ҙә тейҙермәй, ҡурсалап йәшәй.
...Шулай, йылдар уҙа, йылдар менән, аҡҡан һыуҙар кеүек, ғүмерҙәр ҙә уҙалар...
Өләсәйем ата-әсәһенең яҙмыштарын белмәйенсә, ҡатын-ҡыҙ бәхетен күрмәйенсә, саф күңеленән нурҙар һибеп, ҡан менән түгел - күңел менән бәйләнгән 8 бала йөрәгендә һүнмәҫ һөйөү уятып, фани донъяларҙан китеп барҙы...
...Эх, донъялар, донъялар,
Донъяларҙа ята хаталар...
Хаталарҙа барҙыр яҙмыштар -
Яҙмыштарҙан юҡтыр уҙмыштар...

p/s ...Ятҡан ерҙәрең, мамыҡтай, йомшаҡ, йәнкәйҙәрең йәннәттә булһын, ӨЛӘСӘЙ!..

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: