Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Июнь 2022, 10:05

Айгөл Йәмилева

Айгөл ЙӘМИЛЕВА Сынаяҡтағы донъя (Был беҙҙең тарих түгел, ҡурҡма)

Айгөл Йәмилева
Айгөл Йәмилева

Айгөл ЙӘМИЛЕВА

Сынаяҡтағы донъя

(Был беҙҙең тарих түгел, ҡурҡма)

 

Ҡасандыр бер

Иренемә ҡунған

Бер үк ҡар бөртөгө

Иренеңә төшөп ирейҙер.

Шул уҡ уйҙар,

Шул уҡ хис-тойғолар

Һинең күңелдә лә йөрөйҙөр.

(Рәми Ғарипов, “Интегралдар” поэмаһы).

 

Пролог

Һинең ҡалаңа көн дә поездар китә. Йә моңһоу, йә шатлыҡлы ауаз биреп, нисек кенә булһа ла, үтә үрһәләнеп, йәнде әрнетеп ҡысҡыра ла тәгәрмәстәр рельс йөйҙәренә бәрелә башлай. “Тыҡы-тыҡы, тыҡы-тыҡы...” Тыҡы тиһәләр ҙә, үҙҙәре ниҙер тыҡый төҫлө. Әйҙә беҙҙең менән, тип саҡыралармы, йә иһә, онот инде, тип барыһынан төңөлөргә ҡушалармы? Бәлки, һаман Ер менән Күк араһында йә ары китергә, йә кире боролорға ҡыймай иләҫләнеп торғаныма йәндәре көйәлер.

Нисек кенә булһа ла...

Һинең ҡалаңа көн дә поездар китә. Минең уларға ултырып елер көнөм тыумаған. Тыумаҫ та... Бары тәгәрмәс тауыштары ғына сикәләргә йышая барған пульс булып бәрелә...

 

Юҡ, был бөтөнләй беҙҙең тарих түгел. Ҡурҡма. Геройҙар беҙ түгел.

Беҙ булырға, беләһеңме, улар... артыҡ бәхетле.

 

Беренсе бүлек

 

Марс планетаһы

 

1.

...Һанһыҙ кеше аҙымынан тағы һинең ике йондоҙҙай балҡып янған күҙҙәреңде күрәм, шунан пальто кейгән йоҡа һыныңды шәйләйем. Мине күргәс, йылмайып яныма ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына яҡынлашаһың. Араларыбыҙ ҡыҫҡарған һайын һине һағыныуымды аңлайым, гүйә һин – йыһан төпкөлөндә аҙашып ҡалған, күптән күрмәгән бик ҡәҙерле кешем. Йүгереп барып инде ҡосаҡлайым тигәндә, ҡулдарым бушлыҡты ҡоса. Устарымда  йондоҙ саңы ғына тороп ҡала. Ирендәр үҙҙәренән-үҙе ниҙер шыбырлай...

Һаман тынмай бер туҡтауһыҙ пыр туҙынған уятҡыс тауышына күҙҙәремде асып, һикереп тороп ултырҙым, бышлығып ҡыҙарған бит алмаларыма йәбешкән бөҙрәләремде һыпырҙым. Йөрәгем һаман дөп-дөп һуға, бына-бына килеп алҡымыма тығылыр. Бер ни аңламай ҡарашымды сәғәткә күсерәм. Ете. Тышта ҡышҡы таңдың һуҡыр ҡараңғылығы. Аяҡтарымды карауаттан төшөрөп йомшаҡ өй тәпишкәләренә тыҡтым да, иҫнәй-иҫнәй ванна бүлмәһенә йүнәлдем. Ҡулым теш пастаһына һуҙылған ерҙән ҡапыл туҡтап һауала аҫылынып ҡалды. Әллә ниндәй әсе һағыш шауҡымы тамағымды ҡыра, тын алырға ла ҡамасаулай хатта. Гүйә, иң-иң ҡәҙерле нәмәнән мәхрүммен.

Эштең ниҙә икәне ҡапыл әлегә тулыһынса йоҡонан уянып та бөтмәгән мейемде ярып үтте. Ике ҡуллап раковинаға тотондом да башымды эйҙем.

Төш. Йәйҙән алып һаман шул бер төш. Ғүмерҙә осратмаған таныш түгел һын йә яҡын килә, йә ары китә. Күҙҙәренән нур балҡытып йылмая. Шунан йөрө инде көн оҙонона ошо яндырай ҡараш әсирендә шаңҡып. Төш күргәндең иртәгәһенә көнө буйы һағышланырға инде өйрәнеп бөткәнмен, шуға күрә көҙгөләге бөҙрә сәстәре туҙғыған, йоҡонан әҙерәк шешмәкләнгән битле ҡыҙҙың йәшкелт күҙҙәренә ҡарап  көрһөнөп ҡуйҙым:

– Хәйерле иртә, Зөһрә. Бөгөн беҙҙең көн программаһында йәнә Һағыш ҡаралған. Яңы көнгә рәхим ит!

Һалҡын душ аҫтында яңы эш көнөнә әҙерләнгән арала яңы ҡалҡа башлаған ҡышҡы ҡояш нурҙары ҡыйыуһыҙ ғына минең әле асылмаған тәҙрә ҡорғандарына ҡуна башланы. Йүгереп барып уларҙы ике яҡҡа ҡайырып ебәрҙем һәм, меңләгән башҡа көндәрҙәгесә, туңған тәҙрә быялаһы аша миңә иртәнге Өфөм баҡты.

Ниндәй оло мәғәнәгә эйә ҡала иртәһе! Ҡояштың тәүге нурҙары парктағы ағас шырлыҡтары араһынан, бейек-бейек таш йорттар артынан һарҡып ҡына тәүҙә маңлай күҙенә, аҙаҡ инде, мөмкин булһа, күңел күҙенә лә үтеп инә башлай.

Юҡҡа ғына “Иртә торған кешегә Хоҙай Тәғәлә бәхет өләшә” тимәйҙәрҙер. Иртәнең хозурлығын уянып, тойоп ҡалмаһаң, был тормоштоң оло мәғәнәһенән, тылсымынан мәхрүмһең.

Йырлап торған баҡырсаны плитанан алам да, сынаяҡҡа йәнә сәй яһайым. Был тылсымлы ожмах эсемлегенән тыш тормошомдо, бигерәк тә ошондай иртәләрҙе күҙ алдына ла килтереп булмай. Кемдер иртән уяныр, үҙен тере тойор өсөн ҡәһүә эсә, ә мин ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында ҡанымды сәй менән ҡыҙҙырып алмаһам, көнө буйы иҫәр шикелле йөрөп сығам.

Тәҙрә аша мине һоҡландырған шаян ҡояш нурҙары кухняға ла үтеп инә башланы: сәйҙәге шәкәрҙе болғатҡан ҡалаҡ осона, ҡулымдағы ялтыр сәғәткә, унан сынаяҡтың эсенә һикерҙеләр. Йәшенмәк уйнайҙармы ни. Ә ҡояш, был кескәйҙәрҙең хәстәрле әсәйҙәре, тәҙрә аша сабыр ғына уларҙы күҙәткәндәй тойолдо миңә. Ҡапыл уға ҡарай боролдом да телемде күрһәттем:

– Әһә-ә... Үҙең өлкән булғас, нурҙарың кеүек инеп, йәшенмәк уйнап, шаяра алмайһың инде, эйеме? Ҙурайһаң ҡыйын була шул.

Сәғәтемдең  түҙемһеҙләнеп текелдәгән телдәре мине ашығырға мәжбүр итте: ярты сәғәттән туғыҙ тула.

Ашығып подъездан сығам. Домофондың пипелдәп асылған тауышына ҡала шауы килеп ҡушыла. Һалҡын һауа тынды ҡурып ала, хатта сайҡалып ҡуям.  Минең инде күптән хаҡлы ялға сығырға ваҡыты еткән тимер атымды йылытып ҡабыҙғансы арыу уҡ ваҡыт үтә. Иҫәр шикелле ҡояш менән һөйләшеп ултырырға кем ҡушҡан миңә? Ә эшкә һуңларға ярамай.

Шайтан, көнө һаман да йылытмаған. Ҡышы зәһәр һыуыҡ быйыл уғата быуынға төштө. Ҡай саҡ көн оҙонона зәңгәр күк йөҙөндә бейәләй ҙурлыҡ та болот булмай, ә һалҡыны бәкәлдән ала.

Хы. Тағы тәҙрә дворниктары быялаға ҡуша туңған. Уларҙы көс-хәл менән ҡуптарып алып ҡағырға керешәм.

Айгөл Йәмилева
Айгөл Йәмилева
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: