Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Июнь 2022, 10:10

Рухиәт утрауы

Салауат ӘБҮЗӘРРУХИӘТ УТРАУЫБорон Ер йөҙөндә рухи ҡимәттәр йәшәгән утрау булған, ти. Бер саҡ утрау һыу төбөнә китә башлай. Рухи ҡимәттәр үҙ кәмәләренә ултырып, утрауҙы ташлап китә, Мөхәббәт кенә тороп ҡала.

Рухиәт утрауы
Рухиәт утрауы

Салауат ӘБҮЗӘР
РУХИӘТ УТРАУЫ
Борон Ер йөҙөндә рухи ҡимәттәр йәшәгән утрау булған, ти. Бер саҡ утрау һыу төбөнә китә башлай. Рухи ҡимәттәр үҙ кәмәләренә ултырып, утрауҙы ташлап китә, Мөхәббәт кенә тороп ҡала. Дуҫтарының әйләнеп килерен оҙаҡ көтә ул, ләкин берәү ҙә күренмәй. Бер саҡ Байлыҡтың кәмәһен күреп, үҙенә алыуын үтенә Мөхәббәт. “Минең кәмәм алтын-көмөш менән тулы, урын юҡ”, – ти Байлыҡ.
Икенсе көн Һағыш кәмәһен күреп ҡала. “Ғәфү ит, мин яңғыҙлыҡҡа күнеккәнмен”, – тип Мөхәббәтте ултыртыуҙан баш тарта ул.
Ғорурлыҡ та кәмәһенә алмай, Шатлыҡ иһә Мөхәббәттең тауышын да ишетмәй үтеп китә...
Төшөнкөлөккә бирелгән Мөхәббәт уйламағанда кемдеңдер саҡырыуын ишетә: “Әйҙә, Мөхәббәт, мин һине үҙем менән алам!” Шулай итеп Сал сәсле ҡарт Мөхәббәтте ҡоро ергә илтеп ҡуя ла күҙҙән юғала. Ҡотҡарыусының кемлеген белер өсөн Мөхәббәт Аңға мөрәжәғәт итә.
– Ул – Ваҡыт! – ти Аң.
– Ул ни өсөн мине ҡотҡарҙы һуң? – тип һорай Мөхәббәт.
– Сөнки Мөхәббәттең мөһимлеген Ваҡыт ҡына белә...
Сер түгел, халҡыбыҙҙың рухиәт утрауын да замананың битарафлыҡ тулҡындары йота бара. Матбуғат баҫмалары, шул иҫәптән рухиәтебеҙҙең аҫылташы булған “Ағиҙел” журналы ла ошо утрауҙа ҡалды. Эйе, алтын-көмөш тейәлгән, зар-һағыш тулған йә кәйеф-сафа ҡорған кәмәләр үтеп тора. Үкенескә ҡаршы, уларҙа матбуғат баҫмаларына урын юҡ...
Әлбиттә, “Ағиҙел” журналының рухи донъябыҙ өсөн мөһимлеген Сал Ваҡыт яҡшы белә. Ләкин алтын-көмөштәрҙән, зар-һағыштарҙан, кәйеф-сафаларҙан башыбыҙ әйләнмәй, кәмәбеҙҙең моронон рухиәт утрауына ла төртһәк ине! Ваҡыт иҫбатлар: рухиәт һаҡсылары булған гәзит-журналдарыбыҙ ни тиклем мөһим!!!

Рухиәт утрауы
Рухиәт утрауы
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: