+16 °С
Болотло
Эш хаҡы
Бер эшсе хужаға килеп:
– Ни өсөн минең эш хаҡы 15 мең һум, ә Кәримдеке 30 мең? – тип ризаһыҙлыҡ белдерә.
Шул саҡ хужа тәҙрәгә ҡарап:
– Унда кемдәрҙер килә, шикелле. Беҙгә бесән алырға кәрәк. Бар, ҡара әле, бесән килтермәгәндәрме икән?
Эшсе урамға сығып инә:
– Эйе, бесән килтергәндәр, – ти.
– Ҡайһы болондоҡо икән?
– Белмәйем.
– Бар, белеп кил.
Эшсе тағы сығып инә:
– Аҡлан болононоҡо.
– Хаҡы күпме, ти?
– Белмәйем...
– Бар, белеп кил.
Эшсе йәнә сығып инә:
– 5 мең, тиҙәр.
– Осһоҙораҡҡа бирмәйҙәрме икән?
– Әллә...
Шул саҡ Кәрим килеп инә:
– Хужа! – ти ул. – Аҡлан болононоң бесәнен һаталар ине, 5 мең һоранылар, мин 4 меңгә һөйләштем. Әле бесәнде һарайға бушаталар...