Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Июнь 2022, 09:15

Хикмәтле хәлдәр

Эш хаҡы Бер эшсе хужаға килеп: – Ни өсөн минең эш хаҡы 15 мең һум, ә Кәримдеке 30 мең? – тип ризаһыҙлыҡ белдерә. Шул саҡ хужа тәҙрәгә ҡарап:

Хикмәтле хәлдәр
Хикмәтле хәлдәр

Эш хаҡы

Бер эшсе хужаға килеп:

– Ни өсөн минең эш хаҡы 15 мең һум, ә Кәримдеке 30 мең? – тип ризаһыҙлыҡ белдерә.

Шул саҡ хужа тәҙрәгә ҡарап:

– Унда кемдәрҙер килә, шикелле. Беҙгә бесән алырға кәрәк. Бар, ҡара әле, бесән килтермәгәндәрме икән?

Эшсе урамға сығып инә:

– Эйе, бесән килтергәндәр, – ти.

– Ҡайһы болондоҡо икән?

– Белмәйем.

– Бар, белеп кил.

Эшсе тағы сығып инә:

– Аҡлан болононоҡо.

– Хаҡы күпме, ти?

– Белмәйем...

– Бар, белеп кил.

Эшсе йәнә сығып инә:

– 5 мең, тиҙәр.

– Осһоҙораҡҡа бирмәйҙәрме икән?

– Әллә...

Шул саҡ Кәрим килеп инә:

– Хужа! – ти ул. – Аҡлан болононоң бесәнен һаталар ине, 5 мең һоранылар, мин 4 меңгә һөйләштем. Әле бесәнде һарайға бушаталар...

Хикмәтле хәлдәр
Хикмәтле хәлдәр
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: