Босфор ҡултығында торғаным бар,
Йөҙгәнем бар Урта диңгеҙҙә.
Ярты донъя йөҙөн урап ҡайтып,
Мин ғашиҡмын һиңә — тиңһеҙгә,
Эй илгенәм минең!
Күлдәреңдә —
Моңдарыңдың тәрән сөңгөлө.
Йөҙйәшәрҙәр — ҡарағайҙар үҫкән
Тауҙарыңда ата төн гөлө.
Азат рухлы халҡым,
Ихласлыҡта
Тиңдәш булмаҫ һиңә бер ҡәүем,
Иҫтә тотһаң Урал пәйғәмбәрҙең
Йәншишмәне һиңә бөркөүен!
Ә ихласлыҡ — иң ҙур батырлыҡ ул
Тыуып килгән заман алдында.
Һин һөйәһең икән ил-халҡыңды –
Тимәк, һөйә һине халҡың да.
Босфор ҡултығы ла таныш миңә,
Фарсы ҡултығы ла үҙ, яҡын.
Сәфәремдән һинең бөйөклөктө
Тағы танып ҡайтам, үҙ халҡым!
Тамара Искәндәриә