Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Июнь 2022, 09:50

Әҙиптәр һәм мәҙәктәр

Салауат ӘБҮЗӘР   Әҙиптәр һәм мәҙәктәр Уау-уау... Шағир Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай телефон аша электрон почтаһының адресын әйтә: – Үтәбай уау-уау точка ру... – Нишләп уау-уау ул? – тип һорайым аптырап. – Үтәбай эргәһенә эт тип булмай инде...

Әҙиптәр һәм мәҙәктәр
Әҙиптәр һәм мәҙәктәр

Салауат ӘБҮЗӘР

 

Әҙиптәр һәм мәҙәктәр

Уау-уау...

Шағир Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай телефон аша электрон почтаһының адресын әйтә:

– Үтәбай уау-уау точка ру...

– Нишләп уау-уау ул? – тип һорайым аптырап.

– Үтәбай эргәһенә эт тип булмай инде...

 

Ваҡыт юҡ...

Бер шағирәгә йәш ҡыҙ килеп:

– Апай, ошо ҡулъяҙмамды уҡып, кәңәштәр бирһәгеҙ ине, – ти.

Шағирә битараф ҡиәфәттә ҡул һелтәй:

– Үҙемдең шиғырҙарҙы уҡырға ваҡытым юҡ әле...

 

Юбилей

Шағир Ирек Кинйәбулатов дуҫ ҡәләмдәштәрен үҙенең юбилей кисәһенә саҡыра. Сара үткән көндөң иртәгәһенә бер ҡәләмдәше шылтырата уға:

– Ирек, һин миңә үпкәләмә инде, бара алманым. Ғәфү ит!

– Ярай, борсолма. Үҙем дә бара алманым шул...

 

Әҙиптәр һәм мәҙәктәр
Әҙиптәр һәм мәҙәктәр
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: