Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Июнь 2022, 13:15

Ҡотлайбыҙ!

ҠОТЛАЙБЫҘ! Бөгөн танылған #шағирә, #уҡытыусы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы Ғәлиә Миҙхәт ҡыҙы Кәлимуллина-Фәйзуллина ғүмер байрамын билдәләй! Ҡәләмдәшебеҙҙе ихлас ҡотлап, иң саф, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!   Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА   ТЕЛЕМ ХАҠЫ Телем, тиеп һүҙ әйтмәһәм, Мин кем булам? Телем тиһәм, мин, ҡурайҙай, Моңға тулам.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

ҠОТЛАЙБЫҘ!

Бөгөн танылған #шағирә#уҡытыусы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы Ғәлиә Миҙхәт ҡыҙы Кәлимуллина-Фәйзуллина ғүмер байрамын билдәләй! Ҡәләмдәшебеҙҙе ихлас ҡотлап, иң саф, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!

 

Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА

 

ТЕЛЕМ ХАҠЫ

Телем, тиеп һүҙ әйтмәһәм,
Мин кем булам?
Телем тиһәм, мин, ҡурайҙай,
Моңға тулам.

Моңға тулам, йырға тулам,
Нурға тулам.
Телем, тиһәм, йырлы-моңло
Ҡояш булам.

Телгенәйем - әсәй кеүек,
Әсәй - берәү.
Әсәйҙәр бит был донъяла
Беҙгә терәү.

Әсәйемдең теле бит ул -
Күңел теле.
Ошо телгә һыя минең
Йөрәк сере.

Әсәй хаҡы – тәңре хаҡы,
Телем хаҡы.
Телем, тиһәм генә минең
Донъям яҡты.

Телем, тиһәм, мин – теремен,
Мин түллемен.
Телем менән бер бөтөнмөн
Һәм иллемен.

Телем менән генә бармын,
Буласаҡмын!
Телем менән мин яңынан
Тыуасаҡмын!

ЙЫҺАН АРБАҺЫНДА
(Ҡәләмдәштәр менән осрашыуҙан һуң тыуған уйҙар)

Бына был – минең орбита,
Бына был – минең Йыһан.
Ҡанат остарымды бөгөн
Һеҙҙең арбала йыуам.

Был Йыһанда донъям теүәл,
Асылам шаран-яран.
Ошо Йыһанда имләнә
Һулҡылдап торған ярам.

Ошо Йыһан – мин, яңғылыш,
Арба ул төшөп ҡалған.
Ярай, мин тыуған заманды
Иҫләйҙәр бында һаман.

Ҡанатлыларҙың ҡоронда
Күренмәйемме яман?
Ошо ҡорҙан ситтә йөрөп,
Ҡорғаҡһығанмын тамам.

Йыһан арбаһында миңә
Бар икән әле урын.
Яңғыҙ оҙаҡ шығырланым,
Өҙөлә яҙҙы йырым.

Яңғыҙ оҙаҡ шығырланым,
Ябыла яҙҙы Йыһан.
Ҡанат остарымды бөгөн
Йыһан нурында йыуам.

ТАУ ҺӘМ ЙЫҺАН
Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниеваға

Мин тауҙарҙан бында юғарыраҡ,
Офоҡ ҡына йыраҡ.
Офоҡтағы ҡояш бөгөн бер ҙә
Байымаҫтай һымаҡ.

Мин ҡояштан бында юғарыраҡ,
Йөрәк ярһый бында.
Тауҙар ҡымшанмай ҙа,
Тай йөрәге
Ята һәр саҡ ҡында.

Һин үрләгән һайын, офоҡ һинән
Алыҫая бара.
О бейеклек!
Йыһан көмбәҙенә
Ҡул һуҙымы ара...

Әҙәм менән Офоҡ,
Ер менән Күк
Осрашҡан ер – бына!..
Тауҙар артылғанда, тауға ҡарап,
Кемлегеңде һына.

Офоҡ яурындарын (тауҙан оят!)
Йондоҙ яуы уя.
Тау бөйөкмөн, тимәй,
Йөрәгенә
Йыһан үҙе һыя.

ЭҢЕР

Йәнтәслимгә донъя ҡыуған булдым,
Ул да алдан сапты зый тәгәрәп.
Көндәр оҙон инҽ,
Төндәр - ҡыҫҡа...
Күктәр бҽйҽк инҽ,
Ер - түңәрәк.

Йөрәк иҫләмәй ҙә кҽүҽк хәҙҽр,
Көндөң - оҙон,
Төндөң ҡыҫҡа сағын.
Ҡояш мҽнән ярышыуҙан ялҡты
Көткән донъяларҙың усаҡтары.

Күктәр тәпәшәйҙҽ,
Эңҽр яҡын...
Ер ситҽнә ҡул һуҙымы ара.
Ҡояш булып,
Бҽр түтәрәм ғүмҽр
Яйлап ҡына, ана, шыуып бара...

ҠОЯШ ИТЕП...

Бәхет йыр булып яҙыла,
Үҫә, өйөлә.
Ҡайғы тамаҡ төптәренә
Килеп төйөлә.

Төйөлә лә, йә, йәш булып,
Сыға атылып.
Йыр булып ағылырға ул
Тормай атлығып.

Бәхет - ҡот ул,
Ул күҙҙәрҙә
Балҡый нур булып.
Ситлегенә һыймай башлай,
Йөрәгең тулып.

Ҡайғы тамған урын оҙаҡ
Тора сейләнеп.
Йөрәк ашала, ыуала,
Ташҡа әйләнеп.

Таштан баҫмалар һалмалы
Күргән-белгәнем.
Ә йөрәкте, ҡояш итеп,
Күккә элгәнмен...

Ғәлиә Кәлимуллина

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: