Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Апрель 2022, 13:00

"Геройҙарымды йәлләйем, үҙебеҙҙе йәлләйем". Яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллина менән әңгәмә

Кешенең рухи донъяһын, психологияһын нескә аңлаған һәм әҫәрҙәрендә бик оҫта сағылдырған әҙибә, күптәрҙең яратҡан яҙыусыһы Гөлсирә Мирза ҡыҙы Иҙәш ауылының йәмле бер урынында йорт төҙөп, тыуған төйәгенән илһам алып, ижад итә. Хәйер, был турала Гөлсирә апай үҙе һөйләр.

"Геройҙарымды йәлләйем, үҙебеҙҙе йәлләйем". Яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллина менән әңгәмә
"Геройҙарымды йәлләйем, үҙебеҙҙе йәлләйем". Яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллина менән әңгәмә

 

– Ни өсөн нәҡ әҙәбиәт өлкәһен һайланығыҙ? Быға нимә сәбәпсе, этәргес булды?

– Бик күп күренекле шәхестәр менән эшләнем, мөхәррирҙәрем ифрат сағыу кешеләр булды. Шуларҙың береһе, журналистарҙан талап ителгән конкретлыҡ, теүәллек, бөтмөрлөк етмәгәненә ишаралаптыр, йәне көйөп: “Һин үҙең торғаны бер әҙәбиәт бит”, – тигәне иҫемдә. Ысынлап та шулайҙыр. Беренсе класта уҡығанда сығарған бер шиғырымды класташтар байтаҡ йылдар яттан һөйләп йөрөнө. Китап уҡырға яраттым һәм яратам. Иҙәштә уҡығанда китапханалағы бөтә китаптарҙы уҡып бөткәс, аптырап “Справочник ветеринара” тигән китапты уҡып ултырғаным хәтеремдә.

– Ҡаҙаныштарығыҙ һәм уңыштарға килгәндә...

– Ҡырҡ йәшемдән һуң ике телде: боронғо йәһүд һәм инглиз телдәрен өйрәнеүемде – иң ҙур ҡаҙанышым, ә Иҙәштә икмәкхана асып, дүрт йыл буйы ауырыуға һабышыу сигенә етеп ыҙаланғандан һуң, ябырға мәжбүр булыуымды еңелеүем тип һанайым. Хәйер, был еңелеү минең өсөн иң ҙур ҡаҙаныштарыма ҡарағанда ла күберәк нәмә аңлатты. Тормошомда ошо еңелеүҙең булғанына ҡыуанып бөтә алмайым.

– Уңышығыҙҙың сере нимәлә?

– Уңыштың сере – яратҡан эшең менән шөғөлләнеү. Йәһүд телен өйрәнгәнемде хәтерләйем: китап нәшриәтендә эшләйем, йыш ҡына эшемде өйгә алып ҡайтырға тура килә. Балалар – бәләкәй, иреңә лә иғтибар кәрәк. Эшемде бөтөп, барыһы ла йоҡлап киткәнсе төнгө ун икеләр етә. Шунда күңелде йылытып торған ниндәйҙер бер тәмле нәмә барлығын иҫемә төшөрөп, “ниндәй ҡыуанысым бар һуң әле?” тип барлағанда: “Ә, йәһүд теленән контрольный ебәргәйнеләр бит әле”, – тип һөйөнгәнем хәтеремдә. Ә бизнесҡа килгәндә, ул, нисек кенә булмаһын, аҡса эшләүгә ҡайтып ҡала, сөнки аҡса эшләй алмайһың икән, ябылаһың. Ә беҙҙең икебеҙ өсөн дә, улым Ренатҡа ла, миңә лә, аҡса ул тиклем, тәүлек әйләнәһенә уйларға кәрәк булған мөһим нәмә булмай сыҡты. Беҙҙең өсөн эш-аҡса – ләззәт түгел, ә эш-ләззәт – аҡса.

– Илһам – тылсымлы бер халәт, ул ташлап киткән, ҡулға эш бармаған саҡтарҙа ни эшләйһегеҙ?

– Илһам ул үҙ һүҙле, талапсан, мыжыҡ ҡунаҡ. Көтмәгәндә килә, кәрәк саҡта килмәүе лә ихтимал. Шунан беҙ яҙыусыларҙың “түл йыйыу” тигән һүҙе бар. Уның да оҙаҡҡа һуҙылыуы ихтимал. Шундай ваҡыттарҙа мин уҡыйым, хәҙер бит икһеҙ-сикһеҙ мөмкинлектәр күп: Интернеттан уҡыйым. Уҡырға ине, тигән китаптарҙың оҙон исемлеген төҙөп ҡуйғанмын.

– Иң иҫтәлекле бүләгегеҙ?

– 2008 йылда “Тормош шау сәскәлә” китабым иң күп уҡылған китап тигән баһаға лайыҡ булды. Ул ваҡытта Амстердамда уҡып йөрөй инем, бүләкләү тантанаһында ҡатнаша алманым. Улым барып алды, яҙыусы өҫтәле өсөн махсус йыйылма ине. Зәйнәб апай Биишеваныҡы шундай була торғайны. Оҙаҡ йылдар ул йыйылмалағы әйберҙәрҙе урынлаштырыр өсөн өҫтәлем булманы. Былтыр көҙ Иҙәштә һалған өйөбөҙҙөң мансардаһында үҙемә бүлмә менән оҙон өҫтәл эшләтеп, шунда ҡуйҙым. Хәйер, мин өҫтәл артында эшләргә яратмайым, ҡырын ятып яҙам.

– Ниндәй әҙәби жанр, әҫәр, яҙыусы күңелегеҙгә яҡын?

– Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева, Сәғит Агиш, Мәрйәм апай Бураҡаеваның хикәйәләре, Мөнир Ҡунафиндың әҫәрҙәре. Һанай китһәң күп инде, береһен әйтеп, ҡалғаны төшөп ҡалһа, тағы ҡыйын. Ихсан Әхтәмйәнов тигән мәрәкәсел бер шағир ағай бар ине. Беҙҙең әҙәбиәт, сәнғәт, мәғариф бүлегенең мөдире булды. Этлеккә тиһәң – уны ҡуш. Бер көндө, “минең турала ла гәзиткә яҙғандар”, ти. Ҡарайым, күренмәй. “Ана бит, ти, кисә булды тигән мәҡәләлә һ.б. тигәнде күрмәйһеңме ни? Күрәм. Һуң шул “һәм башҡалар” араһында мин дә бар инем бит”. Шунан, кемдең ижадын яҡын күреү, китабын уҡыу: шулай уҡ теге йәки был ваҡыттағы күңел талабына бәйләнгән бит. Ҡайһы бер әҫәрҙең йылдар буйы китап кәштәңдә тороуы ихтимал. Был уның яҡшымы-насармы икәненә бәйләнмәгән, ә уны уҡырға мәле етмәгән, ихтыяж тыуып өлгөрмәгән.

– Һеҙгә нимә етмәй?

– Миңә әле дөрөҫлөк етмәй. Шәхсән кимәлдә түгел, донъя кимәлендә. Әтейем йәне-тәне менән иленә бирелгән ысын коммунист ине. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, мин үҫмер саҡта уҡ беҙ икәүләшеп “Голос Америки”, “Азатлыҡ” радиоларын тыңлай инек. Тыңлайбыҙ ҙа, һөйләшәбеҙ. Хәҙер аңлайым, ул мине үҙаллы фекер йөрөтөргә, дөрөҫтө ялғандан айырырға өйрәтергә теләгән. Хәтеремдә, “Америка тауышы”нан Солженицындың “Теленок бодал дуб” тигән әҫәрен тыңланыҡ. Бала ғына күңелем менән дә шул яҙыусының хыянатсыллығын, ялғанлағанын, намыҫы таҙа булмағанын тойоп екһенгәнем хәтеремдә. Әлеге заманда мәғлүмәт шул тиклем күп, хатта нимә дөрөҫ, нимә ялған икәнен белеүе мөмкин түгел дәрәжәһендә.

– Әле берәй нәмә яҙаһығыҙмы?

– Эйе, үҙемдең яҙғаныма үҙем илай-илай бер юлы ике хикәйә яҙам, дөрөҫөрәге, тыуып килә. Килә башланы... “Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем” тигәнен яҙа башлағаныма кәмендә алты йыл булалыр. Нишләптер, бер нисек тә килеп сыҡмай ине, әле тамамлап, “Ағиҙел”ебеҙгә тәҡдим иттем әле..

– Килә башланы, тип ҡыҙыҡ ҡына әйтеп ҡуйҙығыҙ.

– Ижадтың мистикаға тартым мәлдәре бар ул. Элек-электән уны ижадсылар “илһам”, “муза” тип атап йөрөткән. Һуңғы йылдарҙа ғына мейе эшмәкәрлеген тикшереүҙәр, шулай уҡ квант физикаһындағы асыштар ул серле өлкәне ҡаплап торған ҡорғанды асыңҡырап-асыңҡырап ала. Илһам беҙҙең мейенең тулҡын әүҙемлеге тигән нәмә менән бәйләнгән һәм тета-һаләтенә (тета-состояние) ингәндә бик ҡыҙыҡ асыштарға юлыға алаһың. Шулай уҡ мейенең “доға халәте” тигән мәле була. Аллаһы Тәғәләгә ихлас ышанып, онотолоп доға ҡылғанда кеше шул хәлдә була һәм ошондай мәлдә теләктәр ҡабул була икән. Быға ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла мөмкин. Әммә ышанһаң яҡшыраҡ, сөнки бер бик ҡыҙыҡ һәм мөһим әтнәкәһе бар: ышанһаң – була, ышанмаһаң – булмай. Аҡсам бар, тиһәң, буласаҡ, юҡ, тиһәң, булмаясаҡ. Был хаҡта Ғайса пәйғәмбәр Инжилда: “Ышаныуығыҙға ҡарап бирелер”, – ти. Йәғни беҙҙе уратып алған ысынбарлыҡ беҙҙең уйҙарыбыҙға буйһона. Был тәүге ҡарашҡа башҡа һыймаҫлыҡ булып күренһә лә, шулай икәнен үҙемдең һынап ҡарағаным бар. Һәр кемдең быны үҙ башынан үткәргәне бар, тик, ғәҙәттә, беҙ быға иғтибар итмәйбеҙ, осраҡлылыҡҡа япһарабыҙ. Сөнки үҙ яҙмышың өсөн үҙеңдең уйҙарың яуаплы икәнен ҡабул итеү бик ауыр нәмә. Үҙ бәләләренең өсөн башҡаларҙы ғәйепләү еңел бит. Хәйер, был бик киң, ҡатмарлы тема һәм ул турала айырым китап яҙырға булыр ине. Әйткәндәй, ундай китаптар, фильмдар һәм видеолар күп, тик уларҙы аңларға кәрәк. Был феноменды кешелек борон-борондан белгән, әйтә килгән: мәҫәлән, бынан кәмендә дүрт мең йыл элек ижад ителгән Тәүратта: “Алла кешене үҙенә оҡшатып һәм үҙ рәүешендә яратты”, тигән юлдар бар. Шуға ҡарап беҙ йыш ҡына Алланы күктәге тәхетендә ултырған сал сәсле, оҙон һаҡаллы бабай рәүешендә күҙ алдына килтерәбеҙ. Ә был юлдарҙың, Аллаһы Тәғәлә кешегә үҙ ысынбарлығын бар итергә һәләт биргәненә ишара булыуы ихтимал. Шуныһы ҡыҙыҡ, халыҡ быны элек-электән белгән һәм ҡулланған: минең әтейемдең бер туған апаһы Мөһрәмзә инәйем: “Таңдың ыуыҙ ғына мәлендә ауыҙыңа һыу ҙа, ризыҡ та ҡапҡанға тиклем ихлас итеп теләнгән теләк ҡабул була ул”, тип әйтә торғайны.

Хикәйәләргә кире әйләнеп ҡайтһаҡ, нишләп илай-илай?

– Геройҙарымды йәлләйем, үҙебеҙҙе йәлләйем... Тәүгеһенең сюжеты ябай ғына кеүек: ун туғыҙ йәшендә иренең “хәбәрһеҙ юғалды” тигән хәбәрен алып, уны ғүмер буйы көткән Фәрхинур, алтмыш дүрт йыл үткәс хәләленең концлагерҙа үлеп ҡалғанын белә һәм Германияға уның ҡәберенә сығып китә. Был минең фантазиям түгел, ундай хәл бер нисә йыл элек булған, тик беҙҙә түгел, Удмуртияла. Ғөмүмән, был хикәйәмдә бер генә деталде лә бармаҡтан һурып сығарманым. Фашизм тураһында яҙғанда, ғәҙәттә, беҙ һәр ваҡыт үҙебеҙҙең күҙлектән яҙабыҙ. Ә мине күптән инде үҙенең ябай ғына ҡыуаныстары менән йәшәп ятҡан халыҡҡа, тәмле йоҡоһонда саҡта, ҡара таңда килеп һөжүм иткән немец һалдаттарының башында нимә булғаны ҡыҙыҡһындыра ине. “Алла беҙҙең менән” тип аяуһыҙ рәүештә сабыйҙарҙың йәнен ҡыйырға уҡталған йыртҡыстарҙың да әсәнән тыуғаны башҡа һыйырлыҡ түгел ине. Һуңғы егерме биш йыл эсендә бик күп сит ил кешеләре менән аралаштым. Немецтар араһында ла дуҫтарым барлыҡҡа килде, уларҙың ғаиләләре менән танышырға, өйҙәрендә ҡунаҡ булырға насип булды. Улар күҙлегенән яҙылған бик күп китаптар уҡыным, күп һөйләштем һәм пропаганданың ниндәй ҡот осҡос көскә эйә булғанын аңланым. Был хикәйәлә килтерелгән хаттарҙан өҙөктәр, фекерҙәр, уйҙар – барыһы ла архив материалдары буйынса яҙылған китаптарҙан, хәтирәләрҙән алынған. Әҙәм балаһының шундай кимәлгә төшө алғанына, вәхшилегенә һәм шул яуызлыҡты аҡлай алғанына тетрәнеп яҙҙым. Үҙем яҙам, үҙем ни өсөн был хикәйәнең дауамы тап әле килә башлағанын аңлай барам... Сөнки был ҡурҡыныс беҙҙең тормошобоҙға бәреп инә бара. Юҡ, баш особоҙҙа бомба яумай, автомат тотоп ҡапҡа төбөндә тормай – улай булһа, беҙ уның яуызлыҡ икәнен таныр инек. Әле ул ҡурҡынысыраҡ. Яҡшылыҡ рәүешен алып мейебеҙгә үтеп инә, аңыбыҙҙы томалай: яһатҡан, яһатмаған, һин йоғошломо, мин йоғошлораҡмы – әле бер кем дә дөрөҫлөктөң асылын белмәй, әммә беҙ бер-беребеҙгә һөстөрөүгә бирелә башланыҡ.

1945 йылдан һуң немецтарҙың күбеһе барыһын да Гитлерға япһарған: беҙгә приказ бирҙеләр, беҙ эшләнек, пропаганда менән аңыбыҙҙы томаланылар – беҙ ышандыҡ. Әммә хатта шундай шарттарҙа ла кешелеклелек юлын һайлағандар ҙа булған: концлагерҙағы бер ҡарауылсы әсирҙәрҙе эттән талатҡан, ә икенсеһе хәлдән тайған бисараларҙың саҡ ҡына ял итеп алырға ултырғанын күрмәмеш булған, йәшереп кенә икмәген уртаҡлашҡан. “Бер йәһүд үлем түшәгендә ята, ти. Туғандары уға: “Мусаға доға ҡыл, унан ярҙам һора”, – тиҙәр икән. Ә ул: “Мин бит Раббы алдына үҙемдең ғәйептәремде йөкмәп баҫасаҡмын”, тип әйткән, ти. Шуға күрә, уяу булайыҡ!

Кешелектең тарихы бай, эпидемиялар килә лә китә, ауыр көндәр ҙә, еңеле лә булған – тик яҡшылыҡ ҡына мәңгелек. “Утта ла янмаҫ яҡшылыҡ, һыуҙа ла янмаҫ яҡшылыҡ” тиелә “Урал батыр” эпосында. Үлемһеҙ булыр өсөн Йәншишмәнең һыуын уртлаған урында уны үҙе йотоп ебәрмәйенсә бар тәбиғәт йәшәһен өсөн кире бөрккән Урал батыр балалары булыуыбыҙҙы гел иҫтә тотоу бөгөнгө көндә айырыуса мөһим.

– Ә икенсе хикәйәгеҙ?

– Ул “Кешеләр йондоҙҙар һымаҡ” тип атала. Ҡайһы бер йондоҙҙарҙың миллион йыл элек балҡыған яҡтыһы әле саҡ килеп баш осондағы көмбәҙебеҙҙе нурландырған һымаҡ, әллә ҡасан вафат булған кешеләрҙең яҡшылығы һаман да тормошобоҙҙо йәмләй. Хикәйә шул турала. Бәлки, был тәү ҡарашҡа матур образ ғына булып күренәлер. Тик бының раҫ икәненә иманым камил: әтейем менән әнейемдең вафатына өс тиҫтәнән ашыу йылдар уҙҙы, ә уларҙың ауылдаштарыма эшләгән яҡшылығы миңә бөгөн йәшәргә ярҙам итә.

Айгөл ҠЫЛЫСБАЕВА яҙып алды.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: