Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Апрель , 23:43

Ураҙа тотоусыларға кәңәштәр

Ураҙа тоторға уйлағанда, иң мөһиме, алдан уҡ үҙеңде аслыҡ менән ҡурҡытмау: “Ҡайһылайтып ҡына ас йөрөрмөн, нисек кенә түҙермен?” - тигәнерәк уйҙарҙы уйлауҙан ҡотолорға кәрәк. Алдан уҡ ошондай уйҙар менән көйләнгән кешегә ураҙа тотоу бик ауырға тура килә.

Ураҙа тотоусыларға кәңәштәр
Ураҙа тотоусыларға кәңәштәр

 Әгәр инде кеше ураҙаны Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн тоторға ниәтләп, оло бер ғибәҙәт, сауаплы эш һәм гонаһтарҙың юйылыуына бер сәбәпсе икәнлегенә ныҡлы ышанып, ураҙаны алдан уҡ көтөп йөрөп, ҡыуанып тота икән, уға ураҙа тотоу бер ҙә ауыр булмаясаҡ, сөнки уның организмы, иң мөһиме, мейеһе шул уйға көйләнә. Бөтә булған ҡурҡыуҙарҙы алып ташлап тотҡанда, ураҙа бик еңел үтәсәк. Тәүге 3-4 көнө генә аслыҡ тойғоһо һиҙелһә лә, һуңынан ул да булмаясаҡ, сөнки беҙҙең организм режим менән өҙлөкһөҙ ашауға яйланып бөткән һәм ашар ваҡыт еткән һайын ризыҡ “талап итә”, ә һуңынан инде ашҡаҙан да ас тороруға “күнә”.


Ураҙаны иртәнсәк ҡояш сығырға ике сәғәт самаһы ваҡыт ҡалғандан алып, ҡояш тулыһынса байығансы тоталар.


Нисек ураҙа тотоуҙы еңеләйтеп була? Әлбиттә, дөрөҫ туҡланыу менән. Нисек дөрөҫ туҡланырға? Беренсенән, организм өсөн иң мөһим булған һыуҙы етерлек кимәлдә эсергә кәрәк. Сөнки кеше ашамайынса айҙар буйы йәшәй алһа ла, һыуһыҙ өс көндән артыҡ йәшәй алмай. Кискелек, ифтар ваҡыты еткәс, ауыҙ асҡанда, 100-200 грамм тирәһе һыу эсергә, күберәк эсергә лә мөмкин. Иң тәүҙә 1-3 бөртөк финик ашап ҡуйыу ҙа сөннәт. Рамаҙан айында был емеш - өҫтәлдә иң мөһим ризыҡ. Ул витаминдарға бик бай. “Әгәр берегеҙ ураҙа тота икән, финик менән ауыҙ асһын, әгәр ул булмаһа –һыу менән, сөнки, дөрөҫлөктә, һыу –таҙартыусы”, тип әйткән Пәйғәмбәр ғәләйһис –сәләм ( Имам Әхмәд, Әбү Дауыт, Ибн Мәджәһ, Тирмизи). Ифтарҙа ашаған ризыҡ майлы, ауыр булмаһын, ә еңел эшкәртелә торған, витаминдарға бай ризыҡ булһын. Мәҫәлән, емеш –еләк, йәшелсә, йәшелсә аштары. Ҡамыр аштарынан, ит, картуф кеүек ауыр эшкәртелә торған ризыҡтарҙан ифтар мәлендә бөтөнләй баш тартып тороу яҡшы. Ашап алғандан һуң төнгө намаҙҙар ваҡытында һыуҙы күберәк эсергә кәңәш ителә. Мәҫәлән, тәрәүих намаҙҙарында, һәр ял итергә туҡтаған һайын, һыу эсергә мөмкин.


Ә сәхәр мәлендә ашаған ризыҡ аҡһымдарға бай булырға тейеш. Был ваҡытта күпләп һыу эсергә кәрәкмәй, сөнки был ашаған ризыҡтың яҡшылап эшкәртелмәгән көйө йыуылып төшөүенә генә килтерәсәк. Шуға һыуҙы сәхәр ваҡытына тиклем ярты сәғәт алдан ғына эсергә мөмкин. Төрлө сәтләүектәр, ярмаларҙан бутҡалар,әҙерәк балыҡ йә ит, йомортҡа, һөт ризыҡтары, фасоль ашау яҡшы. Әсе, тоҙланған ризыҡтар ашауҙан тыйылырға кәрәк, сөнки улар һыуһатып йөҙәтәсәк кенә.
Тағы ла, ураҙа ваҡытында, төштән һуңғы мәлдәрҙә 20 – 30 минут серем итеп алыу ҙа файҙалы. Был да сөннәт. Бик ныҡ һыуһап киткәндә, ауыҙҙың, танауҙың эсен һыу менән сайҡатып алырға мөмкин, душта ҡойоноп алыу ҙа еңеллек килтерә. Тик, һыуҙы яңылыш булһа ла йотоп ебәреүҙән һаҡланыу кәрәк. Ҡайһы берәүҙәр хатта төкөрөк йотоп ебәреүҙән дә ҡурҡа, ураҙаны боҙа тип, был дөрөҫ түгел, төкөрөк йотоу ураҙаны боҙмай. Ураҙа тотҡан саҡта, оҙаҡ ашамай торғанлыҡтан, ауыҙҙан насар еҫтәр сығыусан. Бынан ҡотолоу өсөн, тештәрҙе, телде мисүәк менән ышҡып таҙалап алырға мөмкин. Мисүәк ҡулланыуҙан ураҙа боҙолмай.


Аллаһ Тәғәлә кешене барлыҡҡа килтереүсе һәм уның өсөн нимә яҡшы, нимә насар икәнлеген Унан да яҡшыраҡ белеүсе юҡ. Ураҙа тотоуҙың кеше организмы өсөн бик файҙалы икәнлеген ғалимдар ҙа иҫбатлаған. Ураҙа тотҡанда күп ағзалар ял итә, йәшәрә, ауырыу күҙәнәктәрҙе һау күҙәнәктәр алмаштыра, мейе ҡан менән яҡшыраҡ тәьмин ителә, хәтер яҡшыра һәм башҡалар. Иң мөһиме – кеше үҙ нәфсеһен тыйып тоторға өйрәнә, уны тәрбиәләй, гонаһтарҙан, харамдан тыйыла.
Ураҙа – кешене яуаплылыҡҡа, түҙемлелеккә, сабырлыҡҡа, ихласлыҡҡа өйрәтеүсе ғибәҙәт. Аллаһ ризалығын өмөт итеп ураҙа тотоусы барлыҡ мосолмандарға ла, Аллаһтың рәхмәтенә, бәрәкәтенә, ризалығына ирешергә насип булһын. Барлыҡ ҡылған изге уй –маҡсаттарына ирешергә яҙһын, иншәәАллаһ.


Хәсән Зарипов, Бөрйән районының имам-мөхтәсибе

 

Фото: 2022-god.com

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас в