Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
31 Март 2022, 23:53

Рамаҙан-2022: мөһим көндәр, намаҙ уҡыу ваҡыты һәм фитр саҙаҡаһы күләме

Быйылғы йылда мосолмандарҙың изге айы – Рамаҙан 1 апрелдә, ҡояш байығандан һуң башлана һәм 1 майға тиклем дауам итәсәк. Ураҙа байрам быйыл 2 майға тура килә. Шулай итеп, беренсе тәүарих намаҙын йома көндө, 1 апрелдә уҡырға мөмкин.

Рамаҙан-2022: мөһим көндәр, намаҙ уҡыу ваҡыты һәм фитр саҙаҡаһы күләме
Рамаҙан-2022: мөһим көндәр, намаҙ уҡыу ваҡыты һәм фитр саҙаҡаһы күләме

Рамаҙан айындағы мөһим көндәр:

Рамаҙандың беренсе көнө – 1 апрель, ҡояш байығандан һуң;

Ураҙаның тәүге көнө – 2 апрель;

Ураҙаның һуңғы көнө – 1 май;

Рамаҙандың һуңғы ун көнө (шул иҫәптән, Ҡәҙер кисе) – 21 апрелдән 30 апрелгә тиклем;

Ураҙа байрам – 2 май.

 

Рамаҙан айында нимә эшләргә ярамай?

Ураҙаны боҙоусы осраҡтарға түбәндәге ғәмәлдәр ҡарай:

  • танау йә ауыҙ аша дарыу ҡабул итеү,
  • ашаған аҙыҡты үҙ теләгең менән ҡоҫоу,
  • тәмәке тартыу,
  • ифтарға тиклем йәки сәхәрҙән һуң ашау-эсеү.

 

Изге айҙа Ураҙа байрамына тиклем фәҡирҙәргә саҙаҡа биреү ҡаралған. Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратында белдереүҙәренсә, быйыл фитр саҙаҡаһының иң кәм күләме – бер кешенән 150 һум.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: