Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Март 2022, 10:35

Китап

Мәрйәм апайлы иткән көнМәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаеваның "Әҫәрҙәр" исемле йыйынтыҡтарындағы бөтөн әҫәрҙәре лә шишмәләрҙең сафлығын, тулылығын һаҡлауға арналған.

Китап
Китап

Мәрйәм апайлы иткән көн

Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаеваның "Әҫәрҙәр" исемле йыйынтыҡтарындағы бөтөн әҫәрҙәре лә шишмәләрҙең сафлығын, тулылығын һаҡлауға арналған. Шишмә - символик образ. Ул һәр нәмәнең башланғысы тигән төшөнсәне аңлата. Һыу башы, тел, ил, халыҡ яҙмышы башланғысы, һөйөү, мөхәббәт хистәре яралыуы. Халҡыбыҙ тарафынан Ил инәһе исеме бирелгән Мәрйәм Сабирйән ҡыҙының тормош тәжрибәһе менән бергә, быуаттар төпкөлөнән килгән тәрбиә ҡанундары лә урын алған был китаптарҙа. Мәрйәм Бураҡаева - Йәнбикә менән Йәнбирҙенең башҡаларға билдәһеҙ булған йәиһә асылып бөтмәгән рухи хазинаһына төшөнгән оло шәхес.

Киләсәктә лә яҡшылыҡҡа, изгелеккә, рухлылыҡҡа, аң-белемгә һәм тәрбиәле булыуға әйҙәүсе нур булып оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын.

И. Йосопова.

Китап
Китап
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: