Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Март 2022, 09:25

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА

Ошо өҫтәл артында башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, мəғрифəтсе-шағиры, тәржемәсе, филолог, тарихсы, этнограф, йəмəғəт эшмəкəре, публицист Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы Өмөтбаев ултырып эшләгән...М.Өмөтбаевтың музейында булып, уға нигеҙ һалыусы Ғәзимйән ағай Ибраһимов менән аралашып ҡайтҡандан һуң, бөйөк шәхескә арналған интервьюмды ҡуйырға булдым. Уҡығыҙ - ҡыҙыҡлы!Ҡалдырған мираҫы ҙур

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА

Ошо өҫтәл артында башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, мəғрифəтсе-шағиры, тәржемәсе, филолог, тарихсы, этнограф, йəмəғəт эшмəкəре, публицист Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы Өмөтбаев ултырып эшләгән...
М.Өмөтбаевтың музейында булып, уға нигеҙ һалыусы Ғәзимйән ағай Ибраһимов менән аралашып ҡайтҡандан һуң, бөйөк шәхескә арналған интервьюмды ҡуйырға булдым. Уҡығыҙ - ҡыҙыҡлы!💫

Ҡалдырған мираҫы ҙур

Халҡыбыҙҙың исеме быуаттар аша ла шытып сығып милләт данын күтәргән уландары бар. Шуларҙың береһе – Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев. Беҙ уның мәғрифәтсе, әҙип, ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре булыуы хаҡында мәктәп йылдарынан мәғлүмәтле булып үҫтек. Әммә ләкин, былар барыһы ла айсбергтың өҫкө өлөшө генә. Хатта бөгөнгө көн ғалимдарыбыҙ тарафынан өйрәнелеп, баҫмаға сығарылған мираҫ та М.Өмөтбаев эшмәкәрлеген тулыһынса асып һала алмай әле. Белгестәр әйтеүенсә, архивтарҙа арҙаҡлы шәхесебеҙҙең уҡылмаған йәки тәржемә ителмәгән бихисап ҡулъяҙмалары һаҡлана. Был хаҡта Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге ғалимы, Миңлеғәле Хөсәйен улы Нәҙерғолов менән һөйләштек.
— Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың кем булыуы хаҡында һөйләп тороу, бер яҡтан артыҡ та кеүек, икенсе яҡтан, уның әле һаман да өйрәнелеп бөтмәгән шәхес булыуы ла ҡыҙыҡлы. Беҙгә уның бик универсаль хеҙмәте ҡалған, шулай бит. Белеүебеҙсә, ул төрлө ерҙәрҙә , өлкәләрҙә эшләгән һәм һәр ваҡыт ижад менән генә лә шөғөлләнмәгән. Шулай итеп, ғүмеренең ҡайһы осоро уны яҙыусы булараҡ аса?
— Шунан башларға кәрәктер, иң беренсе сиратта беҙ уны Башҡортостандың һәм башҡорт халҡының тарихи, материаль һәм рухи мәҙәниәте тураһында һөйләүсе шағир, тарихсы һәм этнограф булараҡ беләбеҙ. Унан иһә дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре итеп таныйбыҙ. Уның ижады, әлбиттә, һуғыштан һуңғы йылдарҙа ғына өйрәнелә башлай. Унда ла Совет заманына ярашлы булғандары ғына соҡоп алына. Заһит Шәрҡей, Петр Ищщериков, Шакир Шакиров, Авзал Ҡудаш кеүек авторҙар иң беренсе булып уның хаҡында мәҡәләләр яҙып сыға. Шулай ҙа уның ижадын яҙыусы, ғалим һәм эшмәкәр булараҡ Әхнәф Харисов аса. Был төплө мәҡәлә һуңынан башҡа ғалимдар хеҙмәттәренә лә нигеҙ булып ята. Һуңғараҡ Мөсәлиә Хәйруллина, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Салауат Галин, Суфиян Сафуанов, Ғиниәт Ҡунафин кеүек белгестәр бөгөн уҡыусыға билдәле булған хеҙмәттәрҙе яҙҙы.
Әҙиптең ижади эшмәкәрлегендә Өфө ҡалаһында йәшәгән осоро, йәғни 1880-1907 йылдар айырым урын тота. Нәҡ ошо йылдарҙа ул үҙенең төп фәнни хеҙмәттәрен, дәреслектәрен әҙерләгән, шиғырҙарын, ярым әҙәби, ярым публицистик характерҙағы сәсмә әҫәрҙәрен ижад иткән, туған халҡын борсоған проблемалы мәҡәләләрен, ғарызнамәләрен яҙған. Был тәбиғи. Халыҡ араһында ихтирамы булған белгескә кәңәш һәм ярҙам һорап ябай кешеләр генә түгел, Өфө ҡалаһы башлығы С.Волков, губернатор Н.Богданович кеүек ҙур түрәләр ҙә мөрәжәғәт итә. Шул үтенестәргә ҡолаҡ һалып, М.Өмөтбаев үҙенең “Башҡорттар”, “Йәмғиәт тәртиптәре” исемле хеҙмәттәрен ижад итә, айырым кешеләр һәм дөйөм халыҡ исеменән үҙәктәге рәсми органдарға ғарызнамәләр, шикәйәтнамәләр яҙа.
— Ижадын да, мәғрифәтселеген дә өйрәнәбеҙ, ә бына сәйәсмән, йәмәғәт эшмәкәре булараҡ нимәләр билдәле уның хаҡында?
— Эҙмә-эҙлектә һөйләгәндә был бик күп ваҡытты алырға мөмкин, шунлыҡтан бер-нисә айырым миҫалды ғына телгә алып китәм. Ҡырымда йәшәп эшләгән сағында шундай хәл була. Ҡырым мосолмандары араһында мәсеткә һалынған мал, йорттар, ерҙәр кеүек оло хәйриәне бүлеү мәсьәләһендә ғауға сыға. Рәсәй эске эштәр министрлығы айырым комиссия ойоштора, уны генерал-майор Чингисхан етәкләй. Бөтөн Рәсәй буйынса Ҡырым татарҙарының телен тәржемә итеүсе һәм генарал-майорҙың ярҙамсыһы итеп М.Өмөтбаев тәғәйенләнә. Был үҙе үк уның мәртәбәле, абруйлы кеше булыуын һүртәләй.
Башҡортостанда милли матбуғат тип һөйләйбеҙ. Ә заманында 1906 йылда Өфөлә иң тәүге төрки-тарар телле гәзитте лә ойоштоуҙа ла күп көс һала ғалим. “Ислам донъяһы” тип аталған был гәзитте әҙерләү, даими баҫтырыу мәсьәләләрен юллау, рубрикалар өҫтөндә эшләү – барыһы ла уның иңенә ята.
Тағы ла бер генә урында туҡталам. Өфө губернаһының губернаторы Богданович башҡорт халҡының бик ауыр хәлдә йәшәүенә, был йәшәйеште нисек яҡшыртырға мөмкин икәнде асыҡлау өсөн дә милләттең төп белгесе тип иҫәпләп Өмөтбаевҡа мөрәжәғәт итә. Ә Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы быға яуап итеп “Йәмғиәт тәртиптәре” тигән бик ҙур хеҙмәт яҙа. Был эш ҡулъяҙма килеш тороп ҡалған. Яҙмаларҙа әҙип чиновникты халҡыбыҙҙың тарихы, этнографияһы, менталитеты менән таныштыра һәм ниндәй юлдар үтеп, бөгөн ни өсөн ошо хәлдә икәнлеген аңлата. Бөлгөнлөктөң иң төп сәбәптәре итеп ул ер мәсьәләһен күтәрә. Унан белем һәм башҡа сәбәптәргә күсә. Ул шул заманда алға ҡуйған сәбәптәр бөгөн дә актуаль.
Унан уның башҡарған вазифалары ғына ла үҙҙәре өсөн һөйләй. Тыуған яғына ҡайтҡас кантон идаралығының тәржемәсеһе сифатында башҡорт ғәскәренә хеҙмәткә тәғәйенләнә. Һуңғараҡ Ҡырмыҫҡалы волосы мировой посреднигының писары була. 1869 йылда ул ошо уҡ волостың старшинаһы итеп һайлана һәм был урында ун йыл эшләй. Был ваҡыт арауығында милләттең аҙ сәйәси мәсьәләләрен хәл итмәй ул.
— Архивта М.Өмөтбаевҡа ҡағылышлы күп кенә хаттар ҙа һаҡлана, тигәйнегеҙ. Иң ҡыҙығы, моғайын, шуларҙыр...
— Эйе, бында әҙип исеменә килгән туҡһандан ашыу һәм ул яҙған утыҙ туғыҙ хат бар. Сәләмдәр Өфөнән, Сәтерлетамаҡтан, Бөрөнән, Троицкийҙан, Ҡазандан, Саратовтан, Мәскәүҙән, петербургтан, Ташкенттан, Сәмәрҡәндтән, Истамбулдан һәм башҡа төбәктәрҙән ебәрелгән. Уларҙың эстәлеге иһә үҙе бер китап. Мәҫәлән, Зәйнулла Рәсүлевтың ике хаты һаҡлана. Тәүгеһендә – ул хат 1892 йылдың 12 майында яҙылған – автор Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улынан 6 дана яңы сыҡҡан дәреслеген (“Ҡыҫҡа фәнгә инеш тәржемәһе”) ебәреүен үтенә, киләһе хатында иһә шул ебәрелгән китаптар өсөн рәхмәт белдерә һәм икеһенә таныш булған ҡайһы бер кешеләрҙең хәл-әүәлен бәйән итә. Башҡорт шағиры Сафуан Яҡшығоловтың да хаты бар. Ул 1901 йылдың 13 июнендә Өфө өйәҙе Яңы Яппар ауылынан яҙылған. Автор М.Өмөтбаевтың эшмәкәрлегенә сикһеҙ һоҡланыуын шиғри юлдар менән белдерә. Бынан тыш шиғри хат менән мөрәжәғәт итеүселәргә Бөрө өйәҙе Сикәлекүл ауылынан Ғәбделкәбир Ғәбделмөнировты, мәғрифәтсе-педагог Хәсән-Ғата Мөхәмәтов-Ғәбәшине индерергә була. Ырымбур ҡалаһында мөғәллим булып эшләгән Камал Ҡотоевтың да ике хаты һаҡлана. Тәүгеһендә автор үҙенең һаулығы тураһында хәбәр итә һәм Өфөгә килгәндә М.Өмөтбаев менән осраша алмағанына үкенес белдерә. Икенсе хатында К.Ҡотоев М.Өмөтбаевтың “Ядкәр” китабын ыңғай баһалай һәм уның бер нисә данаһын ебәреүҙе үтенә. Бында шулай уҡ Александр Пустовалов исемле шағирҙың хәтирә итеп бүләк ителгән ике лирик шиғыры ла ята. Хатында автор үҙен әҙиптең яҡын дуҫы һәм коллегаһы тип атай. Хаттар араһында шулай уҡ Ҡаҙанда нәшер-китап баҫыусы булып эшләүсе Ибраһим Тереғоловтың да яҙмалары бар. автор М.Өмөтбаевтың “Диләрәч” исеменең тарихы тураһындағы мәҡәләһен Ҡазан гәзиттәренең береһенә, йә Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәте баҫмаһына тәҡдим итәсәге, ә “Татар нәхүсенең мохтасары” (“Ҡыҫҡа татар теле синтаксисы”) дәреслегенең китапсы сауҙагәрҙәргә тапшырасағы тураһында хәбәр итә. Хатының аҙағында И.Тереғолов ғалимдың “Ядкәр” китабы хаҡындағы фекерҙәрен әйтә һәм үҙенең хәл-әүәлен белдерә.
Әлбиттә, хаттар хаҡында бик күп һөйләргә була, сөнки улар алып йөрөгән мәғлүмәт тә, яңылыҡтар ҙа етәрлек. Был хатлашыусы кешеләр ябай хәбәрләшеү менән генә сикләнмәй, улар төрлө сәйәси хәлдәрҙе, яңы әҫәрҙәрҙе анализлай, үҙҙәренең фекерҙәрен белдерә. Ул бик күп ғалимдар, әҙиптәр, дин эшмәкәрҙәре, сәйәсмәндәр менән тығыҙ бәйләнештә торғапн. Бында М.Өмөтбаевтың үҙенең шәхесенән тыш бик күп башҡа билдәле шәхестәрҙең ижады, яҙмышы асыла.
— Ә ғаилә хәлдәре, яҡындары йәки ғалимдың эске донъяһын асыҡлаған хаттар һаҡланмағанмы? Ниндәй генә бөйөк булғанда ла, ул да бит кеше...
— Бар, ундайҙар ҙа бар. Мәҫәлән, ана шул хатлашыуҙар нигеҙендә Өмөтбаевтың атаһының ете балаһы булыуы билдәле. Өлкән улы Фәхретдин, унан Мөхәмәтсәлим, унан Сөләймән, шунан Ғабдулла исемле улдары һәм Суфия, Фатима, Зөһрә исемле ҡыҙҙары булған. Ҡустылары яҙған хаттарҙа һеңлеләре хаҡында ғаиләсә, ябай, иркә һүҙҙәр бар. Үҙенән йәш туғандарына ағайҙарса кәңәштәр бирә, аҡыл өйрәтеп ебәрә яҙмаларында.
Үҙегеҙ әйтешләй, ул да ер тормошо менән йәшәгән һәм Ҡырымда хеҙмәттә булғанында уға ҡатынынан ҡыҙыҡ ҡына хат килә. Кемдер уның ҡатынына иренең янында икенсе ҡатын барлығын хәбәр итә һәм ҡатыны был хаҡта үҙенең фекерен белдерә. Хатты Бибиғәбиҙә күрше ҡыҙҙан яҙҙырта. Ошо тәңгәлдә мин был хаттың үтә лә мәҙәниәтле, тәрбиәле итеп яҙылғанын, унда бер ниндәй ҙә ярһыулыҡ, ғәйепләү йәки мөнәсәбәт асыҡларға теләү ноталарының тойолмауын һыҙыҡ өҫтөнә алып киткем килә. Эстәлеге былайыраҡ: миңә шундай-шундай һүҙҙәр етте, әммә нисек кенә булғанда ла һинең тыуған илеңде, балаларыңды, хәләл йәмәғәтеңде онотмауыңа, уларға әйләнеп ҡайтырыңа ышанам, беҙ һине һағынып көтәбеҙ, ти һәм хатта һағышлы ғына шиғыр ҙа өҫтәй. Быны ниндәй аҡыллы, сабырлы булған уның Бибиғәбиҙәһе. Һуңғараҡ Мөхәмәсәлим ҡустыһы Сөләймәнгә был тарихты асыҡлап яҙа. Хаттың яртыһы төркисә, яртыһы кириллицала, тимәк, аҫҡы өлөшө тик ҡустыһына ғына тәғәйенләнә. Ул ысынлап Ҡәҙриә исемле ҡатынға йөрәк хистәре булыуы ( “Бер шәһәрҙә гүзә күрҙем” шиғыры уға арнала), бергә йәшәп алыуҙары, тик ваҡыт үтеү менән был мөнәсәбәттәрҙең тарҡалыуы хаҡында әйтә. Йәғни, балалары һәм ғаиләһен беренсе урынға ҡуйыуын белдерә.
Балалары менән дә хатлаша ул. Баязит, Бибигөлсөм, Шаһисәреүәр, Мөхәмәтзакир тигән исемдәр телгә алына бында. Оло улы Баязит йыш ҡына “Шиһисәреүәр ауырый” тип яҙа. Аңлауыбыҙса, шул улы бала саҡтан ауырыу булып, йәшләй генә үлеп тә ҡала. Бибигөлсөм ҡыҙы ла бик матур хаттар яҙа, тик, үкенескә ҡаршы, был ҡыҙы ла тормошҡа сыҡҡас иртә вафат була. М.Өмөтбаев балаларына яҙған хаттарында дин тотоғоҙ тип өгөтләй. Өлкән улы Баязитҡа иртән намаҙға ултыр, “Фәтиха” сүрәһен уҡы, шуның менән башлап ебәр намаҙыңды, тигән юлдар бер нисәүһендә ҡабатлана. Хаттарҙың һәр береһендә шундай йылылыҡ, тәрбиәлелек, бер-береһенә оло хөрмәт тойола.
— Һеҙҙең фондта тағы ла М.Өмөтбаевҡа ҡағылышлы, уҡыусыға билдәле булмаған нимәләр һаҡлана?
— Фондта барлығы 532 документ тупланған. Ҡомартҡыларҙың иң боронғоһо XVII быуат башына, дөрөҫөрәге 1603 йылға ҡараһа (пәйғәмбәрҙәр һәм мосолман әүлиәләре тураһындағы әҫәр), иң йәше XX быуат башына, 1906-1907 йылдарға мөнәсәбәтле.
Бындағы 21 документ (улар I томға индерелгән) Мөхәмәтсәлимдең атаһы Ишмөхәмәт Ишемғол улы Өмөтбаевҡа ҡағыла. Улар араһында аттестат, таныҡлыҡ, ғариза, хат кеүек яҙмалар күп. Уның башҡорт кантоны булып торған осорондағы төҙөгән формуляр списогы ла иғтибарға лайыҡ. Унда кантондың тормошо һәм эшмәкәрлеге, ғаиләһе һәм хужалығы буйынса мөһим факттар теркәлгән.
Мәғрифәтсенең 13 публицистик мәҡәләһе, 5 фәнни мәҡәләһе, 1 проза һәм 15 шиғри әҫәре, тиҫтәнән ашыу рус һәм фарсы телдәренән тәржемәһе, бер нисә фольклор һәм этнографик яҙмаһы, шәкерт йыйынтыҡтары, фәнни-педагогик яҙмалары, төрлө инстанцияларға ғарызнәмәләре, халыҡ медицинаһы һәм һөнәре буйынса яҙмалары, хәтирәләре, һүрәттәре(!) һәм фотографиялары һаҡлана. Бында тағы М.Өмөтбаев төҙөп ҡалдырған һүҙлектәр ҙә бар. Шуларҙың береһе “Фарсы-татар-рус һүҙлеге” (борон татар һүҙе төрки тигәнде аңлатҡан) үҙ эсенә 400 һүҙҙе алһа, “Фарсы-рус һүҙлеге” 1 мең тирәһе һүҙҙн тора. Шулай уҡ ике боронғо башҡорт шәжәрәһенең, бер хажнамәнең, “Сыңғыҙнамә” һәм “Тауарих-и Болғария” әҫәрҙәре фрагменттарының күсермәләре һаҡлана. Бында тағы ла үҙ замандашы булған, танылған утыҙға яҡын шағирҙың әҫәрҙәре күсереп алып һалынған. Йәғни, М.Өмөтбаев яҙмалары аша улар хаҡында ла күп кенә мәғлүмәт алырға була.
Һүҙемде дөйөмләп, М.Өмөтбаевтың хеҙмәттәре әле өйрәнелеп бөтөлмәгән, уларҙа әллә күпме асылмаған серҙәр, ҡыҙыҡлы, фәһемле яңылыҡтар барҙыр, тип әйтергә теләйем. Был байлыҡты ентекле тикшереп, тәртипкә һалып халыҡҡа еткереү – белгестәребеҙҙең алдында торған оло бурыс.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: