Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Март 2022, 08:40

Әхмәр Үтәбай

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ СерКемдеңдер серенә эйә булыу унан ҡол яһау мөмкинлеген дә бирә. Хәтәр бит! Бала саҡта һуғыш тураһында бер фильм ҡарағайным.

Әхмәр Үтәбай
Әхмәр Үтәбай

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ

Сер

Кемдеңдер серенә эйә булыу унан ҡол яһау мөмкинлеген дә бирә. Хәтәр бит! Бала саҡта һуғыш тураһында бер фильм ҡарағайным. Шул хәтеремә уйылып ҡалған. Унда совет самолеты фашистарҙың тәрән тылына бер ҡыҙҙы парашюттан ташлай. Ҡыҙ алдан төҙөлгән план буйынса дошмандарға әсир төшә һәм мөһим хәрби сер әйтергә теләген белдереп, үҙен юғары дәрәжәле немец офицерына алып барыуҙарын талап итә. Уның талабын үтәйҙәр. Офицер менән күҙмә-күҙ ҡалғас ҡыҙ дошманына: "Беҙҙең разведкаға һеҙҙең Гитлерҙы үлтерергә йыйынған төркөмдә тороуығыҙ хаҡында мәғлүмәт мәғлүм булды. Әгәр ҙә мин талап иткән документтарҙы биреп, фронт һыҙығы аша сығармаһағыҙ, барыһы ла Гитлерға мәғлүм буласаҡ", — тигән ультиматум ҡуя. Офицер, ысынлап та, ул төркөмдә торған була һәм совет разведчигының талабын үтәй: кәрәкле хәрби документтарҙы биреп, самолет менән кире үҙебеҙҙең яҡҡа сығарып ҡуя.

"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 613-сө күҙәтеү.

Әхмәр Үтәбай
Әхмәр Үтәбай
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: