Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Март 2022, 08:10

Мәҙинә ЙӘҒӘФӘРОВА

Бөгөн — БӘХЕТ КӨНӨ!Һәр бер кешенең БӘХЕТЛЕ булаһы килә.Тик БӘХЕТтең нимә икәнлеген генә аңлауы шул тиклем ҡыйын... Был һорауға беҙгә тиклем дә, беҙҙән һуң да яуап эҙләгәндәр күп булыр әле.

Мәҙинә ЙӘҒӘФӘРОВА
Мәҙинә ЙӘҒӘФӘРОВА

Бөгөн — БӘХЕТ КӨНӨ!

Һәр бер кешенең БӘХЕТЛЕ булаһы килә.Тик БӘХЕТтең нимә икәнлеген генә аңлауы шул тиклем ҡыйын... Был һорауға беҙгә тиклем дә, беҙҙән һуң да яуап эҙләгәндәр күп булыр әле.

Кемгәлер БӘХЕТ мул, етеш, аҡсалы тормошта күренер, икенсеһенә — вазифалы, таныш-тоношло эштәлер. Һаулығына туйынмаған БӘХЕТте сәләмәтлектә, етешһеҙ йәшәгән — аҡсала, яҡынын юғалтҡан — туғандар солғауында, балаһыҙ интеккән — танһыҡ бәпәй еҫендә күрәлер.
Тик БӘХЕТте ҡайҙандыр ситтән кемдер берәү алып килеп тотторор тип уйлағандар ныҡ яңылыша. Мин дә оҙаҡ йылдар БӘХЕТ эҙләнем. Бәләкәйерәк саҡта мәктәпте тамамлап, өйҙән ысҡынһам, БӘХЕТле булырмын тип уйлай торғайным. Артабан диплом алып, үҙ аллы эш башлаһам, минән дә БӘХЕТле кеше булмаҫ кеүек тойолдо.

Шунан БӘХЕТте үҙ тиңең менән парлашып йәшәүҙәлер тип кейәүгә сыҡтым. Унан балалар өсөн йәшәү тормоштоң төп мәғәнәһе кеүек тойолдо. Йәш сағымда БӘХЕТте яратҡан эшемде табыуҙа ла күрҙем.

Йәшем артҡан һайын БӘХЕТ төҫө лә үҙгәрә барҙы. Бәргеләнеп-өҙгөләнеп мин һаман да уны эҙләүҙе дауам иттем.Эшемде алыштырғас, тоттом БӘХЕТ ҡойроғон тип шатландым! Хәҙер инде БӘХЕТте үҙемдең кешеләргә күберәк файҙа килтерә алыуымда тип инандым. Был мәлем дә үтте...

Шунан күңел тыныслығы эҙләй башланым. БӘХЕТ үҙ-үҙең менән гармонияла тип ышандым. Экзотик илдәргә сәйәхәт итеүҙәр шуға инандырҙы.
Эй был донъя! Ана шулай, бер нисә минутлыҡ БӘХЕТ тойғоһо кешене ғүмере буйы әүрәтеп, ваҡ-төйәк менән алдаштырып, үҙе артынан утҡа ла, һыуға ла инергә мәжбүр итеп йәшәтә икән дә һуң! Гел генә үҙеңде БӘХЕТле тойоп булмай икәнен аңлар йәшкә еттем инде...

Йәшәү — үҙе БӘХЕТ икән. Көн дә уянып, бөтә ағзаларың да теүәл булып, балаларың, яҡын туғандарың, дуҫ-иштәреңдең тере, һау икәнен белеү, яныңда арҡаһын терәп хәләл яртың ятыуы. Уның менән сөкөрләшеп ҡаршы ултырып сәй эсеү, ваҡ-төйәк нәмәләргә бәхәсләшеп, хатта үсегеп китеүҙәр, һөйләшмәй йөрөп үс алыуың да БӘХЕТ ул.

Бөгөн, хәҙер, ошо минутта йәшәү — үҙе БӘХЕТ. Үткәндәр үтеп киткән, үҙгәртеп булмай. Тик ҡасандыр яңылыш яһаған аҙымдарыбыҙ, ебәргән хаталарыбыҙ өсөн ғәфү үтенә, тәүбәгә килә генә алабыҙ. Иртәгә әле тыумаған, йәшәлмәгән. Хыялланырға һәм маҡсаттар ҡуйырға ғына мөмкинлек бар.

Шулай булғас, бөгөн, хәҙер, ошо минутта һин БӘХЕТЛЕ була алаһың! Йылмай, көл, ила аҡырып, һағышлан, үсек, йырлап ебәр, матур көй ишетһәң тыпырлатып бейеп ал, ашағың килгәнде аша, эскең килгәнде эс, алғың килгәнде алып кей, иҫкеләрен ташлап бар, йәлләмә. Туғандарыңа шылтырат, дуҫтарыңды барып күр, дошмандарыңды эстән генә ғәфү ит. Кешеләргә бәләкәй генә булһа ла изгелек эшлә, файҙалы бул. Йәшә!

БӘХЕТ — күп ҡырлы гәлсәр ул! Бөгөн бер ҡыры мең-мең төҫтәр менән балҡый, иртәгә — икенсе ҡыры! Бөгөн йәшә. Хәҙер йәшә. Ошо минутта йәшә. БӘХЕТЛЕ бул, дуҫым!
Мәҙинә Йәғәфәрова.

Мәҙинә ЙӘҒӘФӘРОВА
Мәҙинә ЙӘҒӘФӘРОВА
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: