Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА
Үткән аҙнала беҙ, “Ағиҙел” журналы коллективы, Салауат ҡалаһына мәҙәни сәфәргә барып ҡайттыҡ. Бармай ҡала алмай инек, сөнки Салауат башҡорт дәүләт драма театры баш мөхәрриребеҙ, талантлы прозаик Мөнир Ҡунафиндың “Кешелеккә тоғролоҡ” әҫәре нигеҙендә һәләтле, заманса ҡарашлы Зөһрә Бураҡаеваның сценарийы буйынса “Тоғролоҡ” тип аталған спектаклдең премьераһын тәҡдим итте.
Һәр ваҡыт ижади яҡтан эҙләнеүҙәр, эксперименттар майҙансығы булып ҡала алған данлы театрҙан, әлбиттә, был юлы ла яңы һулыш өмөт итеп барҙыҡ һәм күңелебеҙ, шөкөр, ҡыйылманы.
Ҡуйыусы режиссер Лиана Ниғмәтуллина, ҡуйыусы-рәссам Юлиә Сиражетдинова, композиторҙар Диләрә Ғәбитова, Лариса Субботиналар, хореограф Ольга Даукаева һәм сценарий авторы Зөһрә Бураҡаеваның был коллектив ижад емешен ир-егет яҙған әҫәргә ҡатын-ҡыҙҙарса ҡараш атыу тип тә атап була. Мөнир Ҡунафиндың әҫәрендә, ул трагедия булыуға ҡарамаҫтан, нисектер гуманлылыҡ аспекты көслөрәк кеүек булһа, ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғәттән бер-береһенә көндәш итеп ҡарауы арҡаһындамы, гүзәл заттар өмәлегендә тормошҡа ашҡан сәхнә әҫәре тормош проблемалар үтә лә киҫкен итеп асыуы, йөрәктәрҙә барған һуғыштарҙы яланғаслатып, аяуһыҙ фашлап биреүе менән һиҫкәндерҙе лә, уйландырҙы ла.
Премьеранан һуң актерҙар, авторҙар, режиссер, театр белгестәре ҡатнашлығында етди һөйләшеү уҙҙы. Унда, тәбиғи, әҫәрҙе күккә күтәреп маҡтаусылар ҙа, тәнҡит уты яуҙырыусылар ҙа етәрлек булды. Ысын режиссер тап бына шундай кәңәшмәләр ваҡытында әҫәрен артабан нисек бешектерергә икәнен самалай, был яҡлап һөйләшеү бик файҙалы булғандыр, тимен. Үҙем иһә Лиана Ниғмәтуллинаның эш стилен интуитив интерпретациялау тип атар инем, был ысул һәр кемгә әҫәр аша үҙ күңелендә барған яуҙарҙы асыҡларға һәм баҫтырырға ярҙам итә. Бик көслө алым был!
Кешелеккә тоғролоҡ та үтә аяуһыҙ төшөнсәләрҙең береһе шул ул. Уның хаҡына үҙеңә генә түгел, мөхәббәтеңә лә, яҡындарыңа ла хыянатҡа барырға тура килә ҡайһы саҡ. Әйткәндәй, асылыңа, ижади булмышыңа тоғролоҡ та шулай ҡорбандар талап итә бит. Еңел юл түгел ул! Әммә шунһыҙ яңы кешекәйҙәр ҙә тыумаҫ, рухи артылыштар ҙа артылынмаҫ, әҫәрҙәр ҙә яҙылмаҫ, ижади хәрәкәт туҡтап ҡалыр ине. Тик Ер һәм Ҡояш ҡаршылыҡтарға ҡарамай һәр береһе үҙ йүнәлешендә әйләнеүен дауам иткән кеүек, кеше асылы ла үҙенә тоғро ҡалырға ынтылып йәшәй. Мәңге барһын ул ошо ғәмәлдәр!