Әминә ЯХИНА
Уҡытыусы, шәғирә, драматург, музыкант... Зөһрә Фәйзуллина куп ҡырлы талантлы шәхес булды. Ғумеренең күп йылдары Сибайҙа үтте, ошонда ҡанаттарын нығытты, бар күңеле менән сибайлыларға хеҙмәт итте. Ошо көндәрҙә Сибай концерт- театр берекмәһе коллективы уның яҡты рухына арнап хәтер кисәһе уҙғарҙы. Һеҙгә уның шиғырын тәҡдим итәм.
....Сит ерҙәрҙә күп йөрөһәң,
Үҙ туғаның ят була.....(Халыҡ йырынан)
Нисәнсе көн инде ошо йырҙы,
Мөңрәп тик йөрөйөм.Ялҡытты!
Күңелемдәге барлыҡ шиктәремде,
Әсеткеләйкүп(е)реп ҡалҡытты.
Һин ятһыңмы ,әллә беҙ һиңәме,
Аңлашылмай ҡайсаҡ уйҙарың?
" Эй,һағындым!Һаумыһығыҙ"!-тинең,
Йылғаларым,ғорур тауҙарым!
Халҡың хазинаһы шул тауҙарҙы,
Онтар өсөн кире ҡайттыңмы?
Юрматының изге аманатын,
Үҙ тәхетең өсөн һаттыңмы?
Сит ерҙәрҙә аҙман булған саҡта,
Күңелдәрең таштай ҡаттымы?
Ҡуйныңдағы сибәр ят бауырҙың,
Шыбырлауы үтә татлымы?
Үҙгәрмәҫтер ил,тел яҙмышы ла,
Моңдарың да ,ахры,самалы.
Киң ине лә осор офоҡтарың,
Үтер юлың ғына ҡамаулы...
"Үҙ кешебеҙ!-тиеп һөйөнгәйнек,
Әйләнәңме әллә иблискә?
Халҡың ышанысын бер юғалтһаң,
Алып булмай бит ул үтескә!..