Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ
Кемдең ризығын ашаһаң...
"Теге өсәү" илебеҙҙә санкцияларға бәйле һәр төрлө "...бургерҙар" менән һатыу итеүсе кафеларҙың, ашханаларҙың ябылыуы сәбәпле ҡыҙыҡлы һөйләшеү ойошторҙо. Америкала, Европала тап ошондай ризыҡтар менән туҡланыу сәбәпле һәр өсөнсө кешенең һимеҙлек менән яфаланыуы, һәр дүртенсе кешенең шул сәбәпле ваҡытынан алда вафат булыуын иҫәпкә алғанда — нимә генә эшләнмәһен — яҡшыға, тиергә ҡала. "Кемдең арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырларһың" ти халыҡ мәҡәле. Уны ошо хәлгә тап килтереп "Кемдең ризығын ашаһаң, шуның йырын йырларһың" тиергә генә ҡала. Хәҙер үҙебеҙҙең ризыҡ менән туҡланып, үҙебеҙҙең йырҙарҙы үҙ телебеҙҙә йырлап йәшәйбеҙ инде. Нимә генә эшләнмәһен — яҡшыға...
"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 610-сы күҙәтеү.