Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Март 2022, 09:45

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА: Башҡортостандың халыҡ артисы, диктор һәм журналист Әхәт Мортазиндың вафатына ла дүрт йыл булып китте.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА:

Башҡортостандың халыҡ артисы, диктор һәм журналист Әхәт Мортазиндың вафатына ла дүрт йыл булып китте. Ваҡыт шул тиклем тиҙ әйләнә, хатта ышанғы ла килмәй. Әхәт миңә группалашым булараҡ яҡын. Беҙ бер төркөмдә уҡығандар бик татыу, дуҫ булдыҡ. Аралар әлегә тиклем өҙөлгәне юҡ. Әхәт Мотаһар улы төркөмдөң йәме лә, терәге лә булды. Ул матур тауышлы диктор ғына түгел, моңло йырсы ла ине. Әлбиттә, группалаштары өсөн күберәк шаян йырҙар башҡара торғайны. Осрашҡан саҡта беҙ уларҙы йырлап та алабыҙ. Әле Тәнзилә Дәүләтбирҙина ла әйтеп ҡуйҙы: "Кеше ғүмере бигерәк ҡыҫҡа шул..." Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен беләйек. Бөтәһе лә һағынып иҫләрәг генә ҡала...

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: