Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Март 2022, 18:40

ҠОТЛАЙБЫҘ!

Шағир, журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы, "Бәрәкәт" журналының баш мөхәррире Даян Тәлғәт улы Мәжитов тыуған көнөн билдәләй! Талантлы ҡәләмдәшебеҙҙе ихлас тәбрикләп, оҙон ғүмер, сәләмәтлек, ғаилә бәхете, эшендә һәм ижадында  уңыштар теләйбеҙ!

ҠОТЛАЙБЫҘ!
ҠОТЛАЙБЫҘ!
Шағир, журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы, "Бәрәкәт" журналының баш мөхәррире Даян Тәлғәт улы Мәжитов тыуған көнөн билдәләй! Талантлы ҡәләмдәшебеҙҙе ихлас тәбрикләп, оҙон ғүмер, сәләмәтлек, ғаилә бәхете, эшендә һәм ижадында  уңыштар теләйбеҙ!

ЙӨҘ ТӘҢКӘЛЕК ИШӘК

Бер бабай Хужанан һораған ишәген:
“Өс көнгә биреп тор, хаҡын көҙ түләрмен.
Аяҙҙа ер һөрөп, бар иген сәсәһе,
Әлегә таҡыр шул көнлөксө кеҫәһе”.

Тик ул был бурысты алғас та үкенгән:
Һабанды тарталмай, ҡарт ишәк йән биргән.
“Бөттө баш, – ти бабай. – Тарыным бәләгә!
Хужа бит кисермәҫ, аңлаған хәлдә лә!”

Ул саҡта ишәктәр торған, ти, ун тәңкә.
“Ялланып, йыл буйы билемде бөкһәм дә,
Ул хаҡты ҡайтара алмаҫмын, – ти бабай. –
Әрләшеп, араны боҙоу ҙа ярамай...”

Хужаға барыһын ентекләп аңлатҡас,
Бик сәйер бер яуап ишеткән, ти, ҡартлас:
“Барыбер кәрәгер ул ишәк үҙемә,
Түләтмәм бер тин дә, килтереп бир генә...”

Был икәү осрашҡан күпмелер ваҡыттан
Һәм бабай Хужанан һорарға ашыҡҡан
Теге мәл ишәкте нимәгә алғанын,
Зыянды ла нисек ҡаплатмай ҡалғанын.

“Йөҙ тәңкә файҙаһын күрҙем ул мәхлүктең, –
Тип әйтте, ти, Хужа. – Уйын бит үткәрттем:
Берешәр тәңкәләп хаҡ йыйҙым халыҡтан,
Берегеҙ ишәкле булыр, тип, отоштан”.

“Алданған бәндәләр ҡайһылай түҙемле!
Нисек һуң һуҙғылап китмәйҙәр үҙеңде?”
“Эй, бабай, – тип, Хужа көлөп үк ебәргән. –
Ишәктең үлгәнен кемеһе һуң белгән!?

Ризаһыҙ ҡалғайны ахырҙа бер кеше –
Уйында ҡатнашып, һемәйгән еңеүсе.
Бик анһат өлгөрҙөм ауыҙын яптырып:
Ҡайтарҙым тәңкәһен икегә арттырып”.

ЙӘ МИН, ЙӘ ТҮРӘ, ЙӘ ИШӘК...

Бер яҙҙа Хужа,
Кәсебе бөтөп,
Аҡсаһыҙ ҡалған.
Ялҡытҡас нужа,
Эш бирмәҫме, тип
Түрәгә барған.

“Ҡалманы шөғөл, –
Тигән, ти, түрә, –
Һиңә ярарлыҡ.
Ҡырыҫ бер миҙгел
Еткәнгә күрә
Интегә халыҡ:

Баҙар һүрелә,
Китте хөрлөк һәм
Сауҙаның көйө;
Инде күренә
Аҡса әҙлектән
Ҡаҙнаның төбө...”

* * *
Хужа киткән дә,
Бик шәп тәҡдимен
Алып, ти, килгән.
“Биш йыл эсендә
Һөйләштерермен
Ишәкте”, – тигән.

Түрә, һөйөнөп,
Юйып бар шиген,
Ҡоласын киргән.
“Рәхим ит!” – тиеп,
Ҡаҙна ишеген
Асып ебәргән.

Хужаға, ти, ул
“Эш өсөн” тоҡлап
Аҡса йөкмәтте;
Ҡушты аҙбарҙан
Һайлап алырға
Көр бер ишәкте.

* * *
Хужа баҙарҙа
Кинәнеп инде
Кәсеп тергеҙгән:
Бер нисә айҙа
Ике-өс меңде
Яһаған йөҙҙән.

Иң байы булып
Танылып киткән
Бар тирә-йүнгә,
Тоҡҡа тултырып
Алтын йөрөткән
Гел ишәгендә.

* * *
Бер көндө күмәк
Ваҡ сауҙагәрҙәр
Көлмәксе иткән:
“Ҡасан был ишәк
Һөйләргә хәбәр
Өйрәнер икән?”

“Һөйләшмәһә ул, –
Тигән, ти, Хужа. –
Һис бер зыян юҡ.
Иң мөһиме шул:
Үтте бит нужа,
Мин хәлле һәм туҡ.

Алғанды ҡайтар,
Тиһәләр әгәр,
Ҡайғырмаҫмын да –
Аҡсалы ҡаптар
Ята минең һәр
Кәштә ҡатында.

Биш йыл тигәнең
Аҙ түгел, күптер,
Ни генә булмаҫ...
Теге түрәнең
Мөҙҙәте үтер –
Оҙаҡ ултырмаҫ.

Үҙем дә инде
Һуңғы дәүерҙә
Ҡартайҙым буйтым;
Әйтер һүҙемде,
Йыйынып гүргә,
Яҙып та ҡуйҙым.

Йә берәй мәлдән
Ишәгем, миктәп,
Аяғын һуҙыр...
Әлеге хәлдән
Уныһы иң шәп
Ҡотолоу булыр".

АЙ БАТЫРҘЫҢ
ҠЫШТЫ ЯҠЛАҒАНЫ

Ике миҙгел, әй, айҡаша,
Бирешмәҫкә уйлап һис тә:
Көндөҙ яҙ ҡарҙы иретә,
Төн етһә, ҡыш еңеп китә...

Яҙ яғында ҡыҙыу, сағыу
Һәм талымһыҙ ҡояшы бар.
Тимәк, оҙаҡ ятмаҫ был ҡар,
Тимәк, ҡышҡа урын бик тар.

Ҡышты яҡлап алышырға
Теләгәндәй, бөгөн иртән
Ай китмәне оҙаҡ күктән –
Үҙе дәү үк булып күпкән.

Күп торманы ай, юғалды,
Ҡыш та ҡасыр бынан ары –
Бар нәмәнән дә юғары
Тик Аллаһтың ҡанундары.

ЗАРЛАНМА!

Бар бер күрше —
Үҙе бик шәп кеше,
Яҡшы һабаҡ була һәр кәңәше.
Ҡыҙып китә,
Шартлар сиккә етә,
Тормош ауыр, тигән зар ишетһә.
Әйтә: "Бәндә
Уйлай инде әллә
Байрам булһын уға, тиеп, көн дә?!
Ығы-зығы
Бөтһә, донъябыҙҙы
Ғәм дә ташлар — шунан ни ҡыҙығы?
Шөкөр итәм,
Ҡыйынлыҡтар күрһәм —
Йәшәүемдә табам файҙа һәм йәм.
Миңә хәрәм
Булыр, тим, Йәһәннәм.
Ә көрәшмәй үткән һәр көн әрәм!"

Уят мине!

Уят мине!
Оят миңә...
Оят миңә, булһа был өндә!
Булһа ине
Тик төш кенә...
Ә өн икән, ник һуң түҙергә?

Беҙ ҡыҫылдыҡ,
Бик баҫылдыҡ,
Аяҡ аҫтарында иҙелдек...
Ваҡланабыҙ,
Аҡланабыҙ...
Ҡайҙа ғәрлек, эҙләү ғәҙеллек?

Күрә халыҡ
Шундай хурлыҡ,
Көтөп хөрлөк, маҡтау, яҡшатлыҡ!
Ҡотобоҙҙо,
Рухыбыҙҙы
Ялағайлыҡ менән ҡаҡшаттыҡ.

Атланмайса,
Тупланмайса,
Ырыҫ килмәҫ, булмаҫ арҡа ныҡ.
Беҙҙе илтә
Һәләкәткә
Битарафлыҡ, ҡурҡыу, тарҡаулыҡ.

Аңла, ҡәрҙәш:
Һәммә көрәш
Түгел насар – була изгеһе.
Һаҡлау өсөн
Йәшәү көсөн
Елтерәтеп уят һин мине!

Даян Мәжитов.
 
ҠОТЛАЙБЫҘ!
ҠОТЛАЙБЫҘ!
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: