Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Март 2022, 10:10

Таңһылыу ВӘЛИЕВА

АТЫМДЫ АТАМ!Элек ҡунаҡҡа саҡырылғандар күршеләренән, туғандарынан матурыраҡ, затлыраҡ кейем, күлдәк һорап алып кейеп барыр булған. Ҡунаҡҡа йөрөр өсөн генә тәғәйен матур кейем бөтә кешелә лә булмағандыр инде, күрәһең. "Күршең ебәрһә, ҡунаҡҡа барырһың," - тигән онотолған әйтем дә шул хаҡта һөйләй. "Кеше кейеме керсел, кеше аты тирсел," - тигән әйтем дә быны раҫлай.Ә мин Миңзифа инәйемдән ишеткән бер көләмәсте яйы сыҡҡан һайын һөйләп алам.

Таңһылыу ВӘЛИЕВА
Таңһылыу ВӘЛИЕВА

АТЫМДЫ АТАМ!
Элек ҡунаҡҡа саҡырылғандар күршеләренән, туғандарынан матурыраҡ, затлыраҡ кейем, күлдәк һорап алып кейеп барыр булған. Ҡунаҡҡа йөрөр өсөн генә тәғәйен матур кейем бөтә кешелә лә булмағандыр инде, күрәһең. "Күршең ебәрһә, ҡунаҡҡа барырһың," - тигән онотолған әйтем дә шул хаҡта һөйләй. "Кеше кейеме керсел, кеше аты тирсел," - тигән әйтем дә быны раҫлай.
Ә мин Миңзифа инәйемдән ишеткән бер көләмәсте яйы сыҡҡан һайын һөйләп алам. Мәҫәлән, ҡунаҡтан сыҡҡас, бер иш калуштар араһында үҙемдекен таный алмай торған осраҡта.
Әүәле ирле - ҡатынлы берәүҙәрҙе ҡунаҡҡа саҡырғандар. Алыҫ яҡҡа булғас, ир кеше күршеһенең атын һорап алған.
Ҡунаҡ бөткән, хужа хуш иткән. Атты егергә кәрәк, ә был ир аптырап ҡала. "Атлы ҡунаҡтың аты ла ҡунаҡ, "- тигән башҡорт әйтемен яҡшы белгән хужалар туғарылған аттарҙы һуғарған, алдарына бесән һалған. Ҡайһылары ашана, ҡайһылары тыныс ҡына юшап тора, ти. Күмәк ат араһында кеше атын егеп килгән ир атты таный алмай бер килке аптыранып торған. Башҡалар үҙ аттарын егеп бөткәнде көтөп тора алмай бит инде. "Ә һин нишләп атыңды екмәйһең һаман?"- тиеүҙәре лә бар бит. Ахырҙа ир әмәлен тапҡан:
- Аттарығыҙҙы алып бөтә һалығыҙ, атымды атам! - тип ҡысҡырып ебәргән, ти. Эйәһеҙ тороп ҡалған ат быныҡы булалыр инде, әлбиттә.
Бындай көләмәс (бәлки, ҡасанғылыр ысын хәлдер ҙә) булһа тик башҡортта ғына булалыр. Шәп бит, ә?

Таңһылыу Вәлиева.
Март. Байым.

Таңһылыу ВӘЛИЕВА
Таңһылыу ВӘЛИЕВА
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: