Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА
ӨЛӘСӘЙ БУЛЫУ ҘА, ӨЛӘСӘЙЛЕ БУЛЫУ ҘА - ҘУР БӘХЕТ
Әлхәмдүлилләһ, өләсәйле үҫтем мин - атамдың әсәһе Ғарифуллина Мәрзиә Хәйрулла ҡыҙы совет заманында ла намаҙҙарын һәм ураҙаларын ҡалдырмаған, бөтә төр дарыу үләндәрен белгән, ғүмерендә бер төймә дарыу ашамаған һәм бик аҡыллы, солтанат (был һүҙҙе өләсәйемә ҡарата Ҡолғана ауылы ағинәйе Яҡупова Зәйтүнә инәй әйткәйне, өләсәйең бик шәп, солтанат әбей булды - Ҡағы, Әүжән яғына йомош менән йөрөгән ҡолғаналар уларға һуғылып , ҡунып сығыр ине, тип). Ошо солтанат өләсәйем бәләкәй генә сағымда беҙҙе эйәртеп, ер танытам, тип урман-ҡыр гиҙҙерер ҙә йөрөр ине. Тарих һөйләп. Минең ҡәләм әһеле булыуымда ла уның роле бар.
Әсәйем мәрхүмә лә күп ейән-ейәнсәрҙәрен, бүлә-бүләсәрҙәрен һөйөү бәхетенә иреште.
Бөгөн мин - 4 ҡыҙсыҡҡа өләсәй. Өләсәй булыу ҙа, өләсәйле булыу ҙа - ҙур бәхет. Балларымды минең доғамдан, мине уларҙың игелек-изгелегенән оҙон-оҙаҡ айырмаһын әле - ошо үҙе ҙур ниғмәт!
Бөгөн иң өлкән ейәнсәремә 7 йәш. Мөсәттән кисә кис үк килеп яттылар, иртәгә тыуған көн, тип...
Ейәнсәремдең олоһо
Ете йәшен тултырҙы.
Төшкө ашта тортлап-баллап,
Табын ҡороп ултырҙыҡ.
Дүрт ейәнсәргә өләсәй -
Бәхетлемен дә үҙем! -
Тәүфиҡтарын бирһен Раббым,
Бирһен мәрхәмәт, түҙем.
Ҡыҙ бала - ҡырҙар өсөн, тип,
Әйтһә лә әсе телдәр.
Үҙәктә үҙемдең ҡыҙҙар -
Сәскәләр тормош биҙәр...
(Был һүрәттә Аидам 4 өләсәһе менән )