Башланғыс белемде тыуған ауылында ала, артабан күрше Сәйетбаба урта мәктәбенә йөрөп уҡып, 10-сы класты тамамлай. Атаһы һуғышҡа киткәс, иң өлкән бала булараҡ, Кәбир әсәһенең иң ҙур ярҙамсыһы һәм таянысы була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайҙарына һуғыштан әйләнеп ҡайтыу насип булмай, “ҡара ҡағыҙы” ғына килә.
Ир-аттар һуғышҡа китеп бөткәс, үҫмер көйө генә хеҙмәт юлын колхозда башлаған К.Аҡбашев 1952 йылда Стәрлетамаҡ ике йыллыҡ уҡытыусылар институтының башҡорт филологияһы факультетына уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлағас, рус филологияһы факультетында ла уҡып белем ала. Һәм буласаҡ яҙыусы Яугилде мәктәбенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрелә. Әммә бында оҙаҡ эшләргә тура килмәй, әрме хеҙмәтенә алына. “Еңербеҙ” район гәзите биттәрендә әленән-әле мәҡәләләре донъя күреп тора. Совет Армияһында хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, уны район гәзитенә эшкә саҡыралар һәм тәржемәсе булып эшләй. Бында уның ижади офоҡтары киңәйә, әҫәрҙәре республика баҫмаларында күренә башлай.
Район эреләтелеп, үҙәге Стәрлетамаҡ ҡалаһына күскән осорҙа гәзиттең мөхәррире Сабир Усманов талантлы Кәбир Аҡбашевты үҙе менән бергә Стәрлегә алып китә. Һәм был ҡала уның ғүмерлек төйәгенә әүерелә. 1963-1967 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районы “Знамя коммунизма” гәзитендә мөхәррир урынбаҫары, Стәрлетамаҡ ҡала радиокомитетының баш мөхәррире була. Бында эшләгәндә Кәбир Мөхәмәтшәриф улы үҙен яҙыусы, шағир, драматург итеп таныта. Драматургия жанрында әүҙем ижад итеп, егермегә яҡын драма һәм комедия яҙа. Драматургтың күпселек драма әҫәрҙәре Салауат башҡорт драма театры сәхнәһендә ҡуйыла. Уның “Ашҡаҙарҡай” (1973), “Китмә, Рөстәм” (1979), “Йәшлегем тирәктәре” (1989), “Өмөтөм һин, Аҡтолом” (1992) драмалары, “Һипкелле ҡыҙ” (1996, 2015) музыкаль комедияһы һәм башҡа спектаклдәр театрҙың алтын фондына ингән. Стәрлетамаҡ башҡорт театрында ла уның “Ут күршеләр” (2002) драмаһы, рус театрында балалар өсөн “Илама, бөркөтөм” (1977) оҙаҡ йылдар сәхнәнән төшмәй. “Сибәркәй” (1994) трагикомедияһы, “Һипкелле ҡыҙ” музыкаль комедияһы өсөн драматург ҡаланың Ғәли Ибраһимов исемендәге премияһы лауреаты булыуға өлгәшә. Уның “Төнгө тауыштар” хикәйәләр йыйынтығы, “Бөткән ауылдан һуңғы хаттар” тигән документаль-публицистик повесы донъя күрә. Кәбир Аҡбашевтың илленән артыҡ шиғырына популяр композиторҙар йырҙар ижад иткән. Балалар өсөн дә күп яҙа әҙип. 1986 йылда “Йәшә, ҡояшҡай!” тигән балалар өсөн тәүге йыйынтығы баҫылып сыға. 1990 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, 1992 йылдан – “Экран” Стәрлетамаҡ телерадиокомпанияһының яуаплы мөхәррире, ә 2000-2010 йылдарҙа Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһының яуап-лы сәркәтибе булып эшләй. Башҡортостан мәҙәниәтенә индергән уңыштары өсөн К.Аҡбашевҡа республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән исем бирелә, Ғәли Ибраһимов, Жәлил Кейекбаев исемендәге премиялар лауреаты.
Атаһы һуғышта һәләк булғас, үҫмер йылдарында уҡ тормош ауырлыҡтарын үҙ елкәһендә татып, тылдағы ауыр хеҙмәттә сыныҡҡан К.М.Аҡбашев “Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” һәм юбилей миҙалдарына лайыҡ булған.
Кәбир Аҡбашев тыуған ауылы Яңы Заһиттан Бөйөк Ватан һуғышына китеп һәләк булған 44 ауылдашы, шул иҫәптән атаһы Мөхәмәтшәриф иҫтәлегенә Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан үҙ аҡсаһына обелиск эшләтеп урынлаштырып, уларҙың рухын шатландыра.
Кәбир Аҡбашев һуңғы көнөнәсә Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәп, 2019 йылдың 6 февралендә вафат булды.