Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Март 2022, 09:25

Башҡорттар

БАШҠОРТТАР Урыҫ армияһы сафтарында Көнбайыш Европа ҡалаларына кергән башҡорт яугирҙәре тураһында сит ил авторҙарынан:Гусселдың “Лейпцигта беренсе урыҫтар” тигән яҙмаһынан:

Башҡорттар
Башҡорттар

БАШҠОРТТАР

Урыҫ армияһы сафтарында Көнбайыш Европа ҡалаларына кергән башҡорт яугирҙәре тураһында сит ил авторҙарынан:
Гусселдың “Лейпцигта беренсе урыҫтар” тигән яҙмаһынан:
1813 йылдың марты Бөтәһен дә иң ныҡ тулҡынландырғаны башҡорттар булды, сөнки улар тураһында әҙәм ышанмаҫлыҡ нәмәләр таралғайны: имеш, уларҙың маңлайында һыңар ғына күҙе бар, оҙон томшоҡлолар һәм теш урынында бик ҙур ҡаҙыҡ тештәр. Ябай халыҡ йәнә шундай әкиәттәргә ышанды: йәнәһе Рәсәйҙең үҙендә уларҙы, бала-сағаны тотоп ашау хистәре ҡуҙғалмаһын һәм сабыйҙарҙы урлап алып китеп тоташлайы һоғонмаһындар өсөн, сылбырҙарға бығаулап, көслө һаҡ аҫтында йөрөткәндәр... Иртәгә башҡорттар килә, тигән хәбәрҙе күптәр ысынлап та тетрәнеп ҡабул ҡылды. Шулай ҙа был сәйер йән эйәләрен күрергә тип бөтә ҡала халҡы ағылды. Уларҙың камил йөҙ һыҙаттарын һәм һомғол буй-һындарын күргәс, сикһеҙ ғәжәпләнделәр. Күптәренең ҡытайҙарҙыҡына ныҡ тартым ҡиәфәттәрендә сикһеҙ хушкүңеллелек һыҙаттары сағыла ине... Ян һәм уҡтарын ғына иҫәпкә алмағанда, иҫ китерлек бер нәмә лә юҡ ине. Улар, тирә-яҡтарындағы ығы-зығыға һис иҫе китмәгәндәй, ҡала буйлап шундайын да тәбиғи-тыныс үттеләр. Фатирға һирәк туҡталалар, йышырағын тирмәгә урынлашалар. Оҙаҡламай беҙ улар менән таныштыҡ, араларында бала-сағаларыбыҙ зыҡ-ҡубышып уйнаны, ләкин береһе лә юғалманы.

Немец тарихсыһы һәм шағиры И.Ф. Даниилдың “Зальцведела беренсе
казактар” тигән хикәйәтенән:
Кавалерия бүлеге бер офицерҙан һәм... уҡ-һаҙаҡ менән генә ҡоралланған башҡорттарҙан йәнә бер-нисә казактан, йәмғеһе ун икенән алып егермегәсә кешенән хасил ине. Ошо ят кешеләр шул тиклем дә ышаныс ҡаҙандылар ки, бәпес имеҙеүселәр һәм әсәләр уларға, сабыйҙарын ат өҫтөнә күтәреп алып, үбергә ихтыяр ҡуялар ине.
Исеме билдәһеҙ ҡалған урыҫ авторы бына нимә тип яҙа:
“Тирегә һәм мехҡа төрөнгән рәхимһеҙ монголдар”ҙың Европаға дөрөп
кереүе тураһындағы хәбәр урыҫ ғәскәрҙәре алдынан йәшен тиҙлегендә тарала, поляк һәм немец ҡалалары кешеләре араһында паника тыуҙыра. Ҡайһы бер ҡала башлыҡтары, ҡырағай урҙалар һөжүменә нисек тә тарымаҫ өсөн, үҙ ҡалаларын һуғышһыҙ бирә. Әммә һуңыраҡ Европа халыҡтары ғәжәпләнеп шуға инана: “урта быуат уҡсылары” тыныс тормошло халыҡты үлтермәй ә, киреһенсә, уларға яғымлылыҡ һәм шәфҡәтлелек менән ҡарай”..

Башҡорттар
Башҡорттар
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: