Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ
БӨГӨН — БАЛА, ИРТӘГӘ — ХАЛЫҠ...
"Ысын батырлыҡ (фиҙаҡәрлек) матур маҡтауҙарға (хуплауҙарға) мохтаж түгел" тиһәләр ҙә, был хаҡта өндәшмәй ҡалыу хәҡиҡәткә хыянат булыр һымаҡ. Баһалар ваҡытында бирелһен ул!
Һүҙем күренекле шағирә, йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдыҡованың балалар өсөн ойошторған шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе хаҡында. Унда ике төрлө йәш категорияһында 350-нән ашыу бала ҡатнашып шағирәнең шиғырын ятҡа һөйләгән, коллектив менән сығыш яһаусылар ҙа бар. Араларында бәйгелә иң кескәйҙәр араһында 1-се урынды яулаған тыуған ауылымдың кескәйҙәре сығышын (Баймаҡ районы, Буранбай ауылы, етәксеһе — Кәримә Аралбаева) күреү ҙә көтөлмәгән шатлыҡ килтерҙе.
Бала күңеле үҫһен өсөн уны хуплау, баһалау, дәртләндереү талап ителә. Бәйгене ойоштороусы был йәһәттән бер баланы ла өлөшһөҙ ҡалдырмаған: кемгәлер аҡсалата премия, кемгәлер сертификат, кемгәлер маҡтау ҡағыҙы, кемгәлер китабын бүләк итеп ҡыуандырған. Ә инде бала шатлығының ниндәй ҡөҙрәткә эйә булыуын бик яҡшы беләбеҙ!
"Бөгөн — бала, иртәгә — халыҡ" тигән бер аҡыл эйәһе. Был йәһәттән ҡарағанда туған телебеҙҙе, тимәк халҡыбыҙҙы һаҡлау, уның рухын үҫтереү йәһәтенән был бәйге бәйгеләрҙең бәйгеһе, иң мөһимдәренең мөһиме. 8 март — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар, әсәйҙәр байрамы көнөндә ошондай фиҙаҡәрлеге өсөн Гүзәл Рамаҙан оло рәхмәттәр еткерәм! Байрам менән!
"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 608-се күҙәтеү.