Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ
ЙӘЙЛӘҮЕС
Йәйге бәрәсте йәйләүес тиҙәр. "Йәйләүес" тигән хикәйәм дә бар. Уны үҙем шаһит булған ваҡиға нигеҙендә яҙғайным. Унынсыны тамамлап колхозда чабан булып эшләгәндә 400 баш һарыҡты Сибай ит комбинатына ҡыуып алып барҙыҡ. Һарыҡтарҙы ҡамаҡлап торабыҙ, ит комбинаты хеҙмәткәрҙәре уларҙы унышарлап-егермешәрләп салыу һәм һуйыу цехына индереп тора. Шул саҡ бер һарыҡ башҡаларынан айырылып китеп беҙгә боролдо ла, "барыһы ла минеңсә буласаҡ" тигән ишара менән алғы тояҡтарын ергә сәнсеп туҡылдатып килде-килде лә, беҙҙән аша һикереп сығып Ирәндек яғына ҡасты.
Бер соҡорҙа барып таптыҡ, һарыҡ бәрәсләгәйне. Йәйләүесте эйәргә һалып комбинат яғына киттек. Һарыҡ баҡыра-баҡыра беҙгә эйәреп килде лә, килеп еткәс башҡа һарыҡтарға барып ҡушылып, шул ике арала сиратһыҙ-ниһеҙ цехҡа инеп тә китте. Артынан йүгереп индек, тик өлгөрмәнек: салып өлгөргәйнеләр...
Әсәлек инстинкты тәбиғәттә шул тиклем көслө, һарығыбыҙ бәрәсенә ғүмер биреп, үҙе үк һуғымлыҡ әмәленә йүгереп инеп китте. Ҡасып китеүе лә ғүмер биреүгә бәйле. Ә иң аҡыллы йән эйәләре тип һаналған кешеләр донъяһында аборт тигән йән ҡыйыу йолаһы бар. Хикәйәне ошоларҙы уйлап тетрәнгәндән һуң яҙғайным.
"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 607-се күҙәтеү.