"...түҙгәнегеҙ өсөн рәхмәт!"
ОТР телеканалынан "Неизвестный Хемингуэй. Итальянские годы" тигән документаль фильм күрһәтелде. Исеме бар донъяға билдәле булған яҙыусы 61 йәшендә үҙ-үҙенә ҡул һалып донъялыҡтан китә. Авиаһәләкәткә осрағандан һуң күп һанлы тән йәрәхәттәренә бәйле йән ғазаптары яҙыусыны шундай тормош ахырына алып килә.
Фильмда яҙыусының үҙ тауышы яңғырай, унда Хемингуэй кешеләр менән хушлашҡан һымаҡ шундай һүҙҙәр әйтә: "Ханымдар һәм джентельмендар, мине ошоғаса түҙгәнегеҙ өсөн рәхмәтемде белдерәм!"
Яҙыусының биографияһы күп һанлы мөхәббәт тарихтарына бай. Ул 50 йәшендә 18 йәшлек Адриана Иванчичҡа ғашиҡ була. Адриана Хемингуэйҙың вафатынан һуң 22 йыл үткәс үҙ-үҙенә ҡул һала...
"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 606-сы күҙәтеү.