Таңһылыу Фаяз ҡыҙы Ҡарамышева 1948 йылдың 3 мартында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған.
Өфөләге 1-се башҡорт интернат-мәктәбен, 1971 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
Хеҙмәт юлын «Башҡортостан ҡыҙы» журналында башлай. Артабан СССР фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында кесе ғилми хеҙмәткәр булып алты йыл эшләй. «Ленинсы», «Башҡортостан пионеры», «Һәнәк», «Ағиҙел» журналдарында ла эшләй. Үҙгәртеп ҡороу йылдарында «Йәшлек» гәзитен ойоштороуға күп көс һала, мөхәррир урынбаҫары була. Артабан «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәгенең яуаплы сәркәтибе вазифаһын да алып бара.
1993 йылдан ул йәштәр журналы «Шоңҡар»ҙы ойоштороп сығарыуҙа ҡатнаша. 1994 йылдан баҫманың баш мөхәррире була.
Оҙаҡ йылдар дауамында республика матбуғатында эшләй. Шоңҡар журналының беренсе баш мөхәррире.
Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА
РӘССАМ
Бурап-бурап яуҙы ҡыштың ҡары,
Ҡояш нурын гүйә һеперҙе.
Арып талғанында әсе елдән,
Рәссам көләс сәскә төшөрҙө.
Ҡойоп-ҡойоп яуҙы яҙғы ямғыр,
Күктең төбө гүйә тишелде.
Бумалаһын ҡулға алды рәссам,
Киндеренә йәйғор төшөрҙө.
Һары һағышҡа көҙ һабышҡанда,
Буяуҙарын алып ул йәнә,
Туҡымаһын алып төшөрҙө
Төрлө сәскәләрҙән гөлләмә.
Йәйен генә бер аҙ буталанды,
Төшөнмәне йәне хәсрәтен:
Үҙ хистәрен аңламаҡҡа була
Үҙ-үҙенең яҙҙы портретын.
ТАМЫРҘАР
Ерҙең һуты япраҡтарҙа:
Һөт барҙа туҡ тамаҡтар.
Тамыр аша туҡланалар
Урмандағы ағастар.
Ярҙамлаша бер-беренә,
Ризыҡтарын бүлешә,
Урмандағы бар үҫемлек
Тамыр аша күрешә.
Хәбәрләшә, һөйләшәләр,
Мәғлүмәт тараталар,
Ямғырҙарҙы саҡыралар,
Болоттарҙы тарталар.
Хатта олоно ҡырҡылған
Ағасты терелтәләр:
Төпһәләргә ғүмер биреп,
Ботаҡтар үрҙертәләр.
Урман менәән, ер-һыу менән
Идара итә тамыр.
Тамырҙан да ҡөҙрәтлерәк
Нимә бар ерҙә тағын?
Тамырыбыҙ - хәтер барҙа
Ҡоромаҫ донъя ҡаны:
Шаулап торор, мәңге булыр
Кешелектең урманы.
ХӘТЕР
"Үлгәндәрҙең ҡәберен бел,
Тереләрҙең ҡәҙерен бел!"
Күтәралһын һине ерең,
Йәшәүеңдең әжерен бир!
Ҡорбандарҙың ҡәберҙәргә,
Иҫләнергә хаҡтары бар.
Йәлләдтәрҙең хәтерләерлек,
Фаш итерлек яҡтары бар.
Батырҙарҙың ҙурланырлыҡ
Тарихта үҙ урыны бар.
Бурыс үтәр өсөн өсөн ерҙә
Тереләрҙең торомо бар.
Хәтерһеҙлек - бәғерһеҙлек,
Тип раҫларға йөрьәт итәм.
Хәтерлелек - йөрәклелек,
Көрәш өсөн ҡөҙрәт икән!
Юҡ донъяла хаҡлыҡтан тыш
Бер төрлө лә бүтән хәтер.
Ҡатил уйынсығы түгел,
Хәтер түгел яуыз мәкер.
Йөрәктәрҙе өҙә генә
Хәтеребеҙ - һағышыбыҙ.
Һәр үленең исеменең
Артында бит тарихыбыҙ!
Онот, тиеп золомдарҙы
Йыуаталыр беҙҙе ваҡыт.
Шыбырлай тик хәтер беҙгә:
"Ҡотолмаҫһың минән ҡасып!"
Хәтеребеҙ - моратыбыҙ,
Кеше иткән иманыбыҙ,
Алйыуға юл ҡуймай торған
Үҙ башыбыҙ,үҙ аңыбыҙ.
СИФАТ
Башҡорт атлы икәнеңде
Бер ҡасан да онотма:
Рәнйетергә һис хаҡың юҡ,
Ер-һыуыңды олоҡла!
Хоҡуғың юҡ: халҡыңдың һис
Хаҡ йолаһын тапама,
Выждан ҡушмаҫ ҡонло ризыҡ,
Ҡанлы аҙыҡ ашама!
Илгә ҡайғы килгәнендә
Бөркөтмө саңҡылдамаҫ!
Суҡышында ҡалъя булған
Ҡарға тик ҡарҡылдамаҫ!
Йортҡа ҡараҡ килгәнендә
Һөйәкле көсөк өрмәй.
Талаусыға яу асмаған
Башҡорт түгел бөтөнләй!
Ҡаҙандан ҡапҡас киткәндә
Эттән ҡаса ояты.
Башҡортто башҡорт итәлер
Хисап түгел, сифаты.
ҠОЯШ
Күктең күҙе - ҡояш баға
Баыбыҙға бер тигеҙ.
Үгеҙе лә, ҡуңыҙы ла
Уның өсөн нәҡ игеҙ.
Һөйөп ҡарай, айырмай ул
Байғураны уғрынан,
Сатраптарҙы, һатлыҡтарҙы,
Намыҫлыны тоғронан.
Абыҙҙы ла, наҙанды ла
Нурҙары менән күмә,
Хеҙмәт итә яҡтылыҡҡа,
Фиҙәкәрлеккә эйә.
Изгеләр юҡ ҡояш өсөн,
Юҡ шулай уҡ яуыздар,
Сама белгән зауыҡлылар,
Сик белмәҫ ялмауыҙҙар.
Милләте лә, дине лә юҡ -
Ҡәғбә ни ҙә, түшәм ни!
Битараф ул, ҡояш өсөн
Нишана ни, ишан ни!
Һәр кем үҙе һайлай ләкин
Үҙ күңеле сырағын,
Үҙ дейеүен, пәйғәмбәрен,
Салауатын, доғаһын.
Ҡараңғыны үҙе һайлай,
Үҙе һайлай сатҡыны,
Ай шикелле сағылта йә
Ҡояштағы яҡтыны.
Үҙе ҡыла яҙыҡтарын,
Үҙе ҡыла сауабын,
Ҡылған ғәмәлдәре өсөн
Үҙе бирә яуабын.
АҠ ҠАҒЫҘ
Бала күңеле - аҡ ҡағыҙ
Бер хәрефе булмаған,
Алда ниҙәр күрәсәге,
Яҙмышы яҙылмаған.
Бала мейеһе - буш дәфтәр
Бер бите лә тулмаған,
Иҫкә алыр бер ниһе юҡ,
Хәтер менән тыумаған.
Йән киҫәге генә әле
Аҡ ҡағыҙҙай саф сабый.
Хаҡ тәрбиә алаһы бар:
Тормош талапсан ҡазый.
Алда әле ысын дәрес:
Имгәне ҡан буласаҡ,
Рух ризығы ғына һәр саҡ
Сабыйға аң буласаҡ!
Урап үтер уны һәр саҡ
Донъяларҙың яҙығы.
Шул саҡта ғорур буласаҡ
Алдындағы ҡағыҙы.
ҠОЛАҠСА
Күҙҙәрҙә - ҡаплама,
Ҡолаҡта - ҡолаҡса,
Донъяла ни хәлдәр -
Ике тин, бер аҡса!
Кемгә йә нимәгә
Белмәйсә күнеүен,
Ҡолаҡсан йөк аты
Белә тик елеүен!
Белә тик туламай,
Бышҡырмай барышын,
Ишетмәй сығынсы
Ҡыңғырау тауышын.
Һағынмай сырҡырап
Кешнәгән саҡтарын,
Күрмәй ул тәртәлә
Күршеләш аттарын.
Һуҡыр ул, һаңғырау
Ҡолаҡсан йөк аты,
Ирекһеҙ бер тотҡон,
Хоҡуҡһыҙ ҡол заты!
Аһ, яуыз ҡолаҡса
Өммәттең күҙендә!
Күҙҙе лә астырмай
Оятлы илемдә...
УТ КҮРШЕ
Һүнгәнеңдә ҡуҙ алырға
Инергә кәрәк күршең,
Онға, тоҙға, кәрәк булһа
Көлгә лә керер кешең!
Янғаныңда күршең тәүҙә
Һыу килтерә йүгертеп.
Күрше түгел йөрөүселәр
Ҡау аҫтына ут төртөп!
Ҡыйығыңдан яҙғаныңда
Ут күршең һыйындырыр.
Дошман көлөр, үсәнеүҙән,
Тештәрен ҡойолдорор.
Ҡойошҡанға ҡыҫыла ул
Ҡойолдороҡ ҡояңҡы,
Ут ҡапҡанда үҙ йортона,
Дуҫым, тигән кейәңке.
Күрше ҡуҙы, күрше уты -
Мөҡәддәс, изге ялҡын!
Күрше хаҡы -Тәңре хаҡы!
Белеп әйткәндер халҡым.