Кеше ни өсөн китап уҡый?
"Теге өсәү" Бөтә донъя яҙыусылар көнө уңайынан ҡыҙыҡлы һөйләшеү ойошторҙо. Һорау шулайыраҡ ҡуйылды: "Ниндәй китап уҡырға, китап уҡып ҡына байығып буламы?" Миңә бигерәк тә бер радио тыңлаусының: "Ниндәй генә китап уҡыма, елкәң соҡор булһа, бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ..." тигән фекер оҡшаны. Тапшырыу барышында үҙем иһә шундайыраҡ һорауға яуап эҙләнем: "Кеше ни өсөн китап уҡый?"
Ауылыбыҙ Әбүғәлисинаһы, класташым, күршем, бала саҡ дуҫым Хәйҙәр Ғәйетбаев (ауыр тупрағы еңел булһын!) ғүмере буйы китап уҡыны. Физика, математика, химия, астрономия фәндәренән тыш тарихты, донъя әҙәбиәтен, динде яҡшы белде, беҙ "Әлифба"ны өйрәнгән саҡта ғәрәпсә доғалар уҡый ине инде. Өйҙәрендә уҡырға китабы булмаһа, химия, физика дәреслектәрен уҡып ултырыр ине. Уның әйтергә яратҡан һүҙе була торғайны: "Кәмендә БДУ тамамлар кәрәк..."
БДУ-ға ла, педагогия институтына ла физмат, химия, филология факультеттарына үҙ тырышлығы менән уҡырға инде ул, умартасыға ла уҡыны, ары һуғылды, бире, әллә күп уҡыуы, күп белеүе ҡамасауланымы, бер йүнәлеш буйынса ла китә алмайынса, ахырҙа, фажиғәле рәүештә баҡыйлыҡҡа күсте.
Йыш ҡына Хәйҙәр менән бәхәсләшә торғайныҡ. Ул үҙенең күп уҡыуын рухи талабы тип атар ине. Күп уҡыуы, төрлө йүнәлештәге ғилеме донъялыҡта кәрәк булмаһа ла, моғайын, баҡыйлыҡҡа кәрәккәндер тием. Рухи үҫеш талабы, нимәгә генә тимә, йән хәсиәте. Тимәк кеше донъялыҡта талап ителгәне өсөн генә түгел, мәңгелек донъя өсөн әҙерләнеп рухын үҫтерә, зиһенен байыта, китап уҡый, аҡ менән ҡараны айырырға өйрәнә. Хоҙай ризалығы өсөн!
"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 605-се күҙәтеү.