Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ
Ямаҡай
Дамир дуҫыбыҙ "Йәшлек" гәзитендә эшләп йөрөй. Бер мәл бүлмәһенә барып инһәм, үҙе әйтмешләй, ҡыл-ғәләмәт килеп, баш ҡалҡытмай эшләп ултыра. Һаулыҡ һорашырға ла ваҡыты юҡ. Алдында тауҙай өйөлгән фотоларҙы ҡарап ике төркөмгә бүлә. Баҡтиһәң, гәзит ойошторған "һылыуҡай" бәйгеһенә килгән фотоларҙың яҙмышын хәл итә, имеш. Үтә сибәрҙәрҙе бер урынға, ҡалғандарын икенсе ергә һала. Мин һүҙ ҡушып һөйләшергә итәм, әммә дуҫым ләм-мим.
--Былары аңлашыла, сибәрҙәр, ә икенсе төрмөмдә кемдәр? — тип һаман өндәшмәҫ Дамирҙың зыйтына тейәм.
--Ямаҡай....
...Был көндө дуҫымдың миңә әйткән берҙән-бер һүҙе ошо булды. Эш кешеһенә ҡамасаулап йөрөгән мин алйот, тиҙ генә сығып һыпырттым.
"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 604-се күҙәтеү.