Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Март 2022, 10:00

Рита ФӘТҠУЛЛИНА

Бөгөн #шағирә, #уҡытыусы, #ғалимә, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы Рита Харис ҡыҙы Фәтҡуллина тыуған көнөн билдәләй! Шиғырҙарынан моң урғылған талантлы ҡәләмдәшебеҙҙе ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм уға күңелебеҙ түрендәге иң саф теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ! 

Рита ФӘТҠУЛЛИНА
Рита ФӘТҠУЛЛИНА

Бөгөн #шағирә#уҡытыусы#ғалимә, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы Рита Харис ҡыҙы Фәтҡуллина тыуған көнөн билдәләй! Шиғырҙарынан моң урғылған талантлы ҡәләмдәшебеҙҙе ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм уға күңелебеҙ түрендәге иң саф теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ! 

Ямғыр теләү

Шундай итеп миңә өндәш әле,
Был донъяла йылы булып китһен.
Күк йөҙөндә хатта ҡояштың да
Күҙҙәрендә тамсы йәше кипһен.
Ул да һалҡынлыҡты еңәм тиеп
Эске яныуҙарҙан талсыҡҡан.
Ҡыҙҙырмаһын. Ихлас йылмайһын тик
Таңда көлөп баҡҡан ысыҡҡа.
Сәскә тажындағы тамсыҡайҙы
Мин дә шатлыҡ тиеп юрармын.
Керпегемә ҡунған йәйғор аша
Аҡ болоттан бәхет һорармын.
Ҡойоп ямғыр яуһын! Бәхет яуһын!
Ерҙең наҙға сарсауҙары бөтһөн.
Шундай итеп өндәш әле миңә,
Бар донъяға рәхәт булып китһен.

Рита ФӘТҠУЛЛИНА
Рита ФӘТҠУЛЛИНА
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: