Башҡорт ғаиләһе көнө менән!
Әсәйҙән - наҙ, матурлыҡ, атайҙан - көс, батырлыҡ, олатай-өләсәйҙән - аҡыл, сабырлыҡ... Ҙур, татыу ғаиләлә ошолай бар яҡлап теүәл тәрбиә алып, бөтөн күңелле булып үҫә башҡорт балаһы. Янындағы ололар бер-береһен яратып, ихтирам итеп йәшәһә, тулы бәхетле бала киләсәгебеҙҙе нурлы, ҡотло итер. Илебеҙгә ҡеүәт, бәрәкәт өҫтәр. Барыһы ла бәләкәй дәүләттән - ғаиләнән башлана. Уны ҡәҙерләйек, хәстәрләйек, тамырҙарыбыҙҙы һаҡлайыҡ! Башҡорт ғаиләһе көнө менән, ҡәҙерле милләттәштәр!
Халҡыбыҙҙың аҡыл хазинаһынан:
* Татыу ғаилә – ил күрке.
* Кесегә мәрхәмәт ит, олоға итәғәт ит.
* Олоно ҡәҙерләһәң, олоғайғас ҡәҙер күрерһең.
* Бер олоноҡон, бер кесенекен тыңла.
* Ҡояш янында - йылылыҡ, әсә янында - изгелек.
* Малайға тәрбиә биреп - ил тәрбиәләйһең, Ҡыҙға тәрбиә биреп - милләт тәрбиәләйһең.
* Ағаһынан күреп ҡусты үҫер, апаһынан күреп - һеңлеһе.
* Әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос, атаһына ҡарап улын ҡос.
* Ҡыҙы барҙың наҙы бар.
* Ҡыҙлы йорт – нурлы йорт.
* Ул – һөйөнөс, ҡыҙ – ҡыуаныс.
* Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә — ҡатын.
* Ҡатын һәлкәү булһа, ир ялҡау булыр.
* Ҡатынды йөҙөк ҡашы иткән дә, муса ташы иткән дә — ир.
* Ҡатын уңғаны иргә яраған, ир уңғаны илгә яраған.
* Бала - ата-инәгә алтын бағана.
* Бала ҡәҙерен әсә белер, ил ҡәҙерен ир белер.
* Ҡыҙ байлығы - күркәм холоҡ, ир байлығы - тәүәккәллек.
* Ҡыҙ күңелендә — балалы бишек, ир күңелендә — эйәрле ат.
#ҡоролтай #Курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #Семья #Башкортостан #культура #Ғаилә