Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Февраль 2022, 09:10

Йыһат СОЛТАНОВ

Йыһат СОЛТАНОВ Нурлы карапРафаэль Сафин ҡорҙашҡа.Хәтереңдә микән, Рафаэль дуҫ,Өскөлләнгән осор — өс таған?Аҡ күңелең кеүек яҡты бүлмәңХәтеремдә минең ныҡ ҡалған:

Йыһат СОЛТАНОВ
Йыһат СОЛТАНОВ

Йыһат СОЛТАНОВ

Нурлы карап
Рафаэль Сафин ҡорҙашҡа.

Хәтереңдә микән, Рафаэль дуҫ,
Өскөлләнгән осор — өс таған?
Аҡ күңелең кеүек яҡты бүлмәң
Хәтеремдә минең ныҡ ҡалған:

Коммунистик урам мөйөшөнән
Алға ашҡан ҡыры, ослайып, —
Фатирың бит дауыл яра ине
Хәрби карап кеүек мусланып!

Күренгәндер миңә, бәлки, шулай —
Хәрби моряк булған һантыйға.
Аҡ карапта йөҙгән, — их! — ул төндәр,
Күңелдәрҙе мансып яҡтыға!

Гиҙҙек өсәү нурлы карабыңда —
Рәми, Йыһат һәм һин, Рафаэль.
Беректерҙе беҙҙе әллә шатлыҡ,
Әллә хаҡлыҡ, әллә яфа гел?..

Гармуныңды тартып ебәрәһең
Йән һыҡтаған оҙон ғәмдәргә.
Күкрәгеңде телгән “Ҡолой кантон”
Килеп керә беҙҙең йәндәргә:

“Кантон да ғына кантон килә, тиҙәр,
Килгән кантондарҙан ҡаҡшаныҡ.
Яуыз кантондарҙы ҡуя икән
Рәсәй тигән яуыз батшалыҡ”...

Карабыбыҙ бара моңға тулап,
Моң һемереп беҙҙең йән ҡана.
Күҙҙәрҙән йәш беҙҙең тамған мәлдә
Ҡурайҙарҙан мәллә ҡан тама?..

Их Рафаэль! Изге-моңло төндәр!
Текә торған тура, ныҡ һының!
Рәми менән мине иҫәрләтеп
Төндәр буйы шиғыр уҡының.

Лермонтовты, Блок, Есенинды
Һинең аша астым яңынан.
Дөрөҫ булыр әгәр, сыҡтым, тиһәм,
Рафаэль һәм Рәми янынан.

Һабан һөрөп күнгән ерекмәнде
Алдығыҙ шул шиғри дуҫлыҡҡа.
Ауыр заманамда һеҙ булғанға
Ҡоламаным ҡола-бушлыҡҡа.

Ҡолар саҡта сөнки ике яҡтан
Ике дуҫтың тотто яурыны.
Шиғырыма һеҙ күрһәткән һаҡлыҡ
Хаҡлыҡ булып бик йыш яңраны.

Таң атҡансы уҡып сығыуығыҙ
Повесымды, проза булһа ла!..
Икәүләшеп иртән “Ағиҙел”гә
Илтеүегеҙ! — Бына был далан!

Даланлы мин һеҙҙең далан менән,
Ике дуҫым, ике ҡорҙашым.
Рафаэль дуҫ, нурлы карабыңда
Нурға сумды әлдә юл башым.

22.07.1999.

Йыһат СОЛТАНОВ
Йыһат СОЛТАНОВ
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: