АЛЛАҺ КЕМДЕ ЯРАТА?
Хөрмəтле мосолман ҡəрҙəштəрем!
Һəр беребеҙ үҙенең теге йə иһə был яҡын кешеһе күҙендə үҙенең ниндəй булғанын белергə телəйҙер. Əгəр беҙгə: «Һине атайың (əсəйең, ағайың, апайың һ. б.) ярата», – тиһəлəр, беҙ быға битараф ҡарамаҫбыҙ, шулай бит? Йəки киреһенсə, «Һине атайың (əсəйең, ағайың, апайың һ. б.) яратмай», – тиһəлəр, беҙ вайымһыҙ рəүештə ҡул һелтəп ҡуйырбыҙмы? «Һине фəлəн кеше ярата/яратмай» тигəн һүҙҙəрҙе ишетеү менəн, беҙ, əлбиттə, үҙебеҙгə ҡарата ошо мөнəсəбəттең сəбəбен белергə телəрбеҙ. Был – кешелəр араһында ғына булған эштəр. Ə ниңə һуң күп кешелəр үҙҙəренең йыһандарҙы Бар итеүсе, уларҙың Хужаһы, Идарасыһы булған Аллаһ Тəғəлə хозурында ниндəй бəндə булғанын белергə тырышмай, хатта бының турала уйлап та бирмəй?!
Беҙҙең һəр һулышыбыҙ – Раббыбыҙ Аллаһ тарафынан бирелгəн ниғмəт. Əгəр Ул ҡушмаһа, беҙ хатта тын да ала алмаҫ инек, һəм, һөҙөмтəлə, тыныбыҙ ҡыҫылып, ниндəйҙер өс-дүрт минут эсендə юҡ булыр инек, ағай-эне! Шулай булғас, Аллаһ Тəғəлəгə яҡынайыу юлдарын, икенсе һүҙ менəн əйткəндə, «Кемде Аллаһ ярата, ə кемде яратмай?» тигəн һорауға яуап белергə ваҡыт түгелме икəн? Əйҙəгеҙ, ошо һорауға яуаптарҙы Ҡөрьəндəн һəм Мөхəммəт Пəйғəмбəребеҙҙең ﷺ Сөннəтенəн эҙлəйек, һəм ҡайһы бер аят менəн хəҙистəрҙе хəтеребеҙгə төшөрөп китəйек!
✅ Беренсенəн, Аллаһ Тəғəлə гонаһ ҡылыуҙан баш тартып, тəүбəгə килеп, рухи яҡтан таҙарынған кешелəрҙе ярата:
✨«Ысынлап та, Аллаһ тəүбə итеүселəрҙе ярата һəм йəн менəн тəн бысраҡтарынан сафланғандарҙы ярата»✨ («Һыйыр» сүрəһе, 2:222).
Бер хəҙистə Пəйғəмбəребеҙ ﷺ Аллаһ Тəғəлəнең тəүбə ҡылыусы кешегə ни тиклем шатланыуын шулай тип аңлатҡан: «Дөрөҫлөктə, Аллаһ үҙ ҡолоноң тəүбəһенə ошондай кешенəн дə нығыраҡ шатлана: ул кеше ризыҡ һəм һыу менəн тейəлгəн дөйəһе өҫтөндə сүллектə китеп барған; шунан уның был дөйəһе юғалған; ул дөйəһен эҙлəп-эҙлəп, өмөтөн өҙгəн һəм ниндəйҙер ағас күлəгəһенə килеп ятҡан да, йоҡлап киткəн; уянып китһə, дөйəһенең эргəһендə баҫып торғанын күреп ҡалған һəм уны йүгəненəн тотоп: “Эй Аллаһ! Һин – минең ҡолом, ə мин – Һинең Раббың! – тип ҡысҡырып ебəргəн. Сикһеҙ шатлығынан ул яңылышҡан һəм һүҙҙəрҙе бутаған» (Бохари, Мөслим йыйынтыҡтарынан, хəҙистең тексы һуңғыһынан).
Хөрмəтле ҡəрҙəштəр, тəүбəгə килеү бер ҡасан да һуң түгел – быны мосолман ҡасан эшлəһə лə, уны Раббыһы шатланып ҡаршы аласаҡ. Əгəр кемегеҙҙер ислам диненең иң беренсе ҡушыуын – намаҙҙы үтəмəгəн булһа, тəүбəгə килеп, намаҙға баҫығыҙ, Раббығыҙҙы шатландырығыҙ һəм Уның яратҡан ҡолдары араһынан булығыҙ.
✅ Икенсенəн, Аллаһ Тəғəлə сабырлыҡ күрһəтеүсе ҡолдарын ярата. Ҡөрьəндə:
✨«Ə бит Аллаһ сабырлыларҙы ярата!» – тиелə («Ғимран ғаилəһе» сүрəһе, 3:146).
Сабырлыҡ тигəн нəмə мосолманға һəр ваҡыт кəрəк: намаҙ ҡылыр өсөн ҡайһы ваҡыт тəһəрəтте һыуыҡ һыу менəн, һыуыҡ көндə алырға тура килə; иртəнге намаҙға уяныу ҙа һəр ваҡыт еңел бирелмəй; йəй көнө ураҙа тотҡан саҡта ла һыу эске килеп китə. Шулай уҡ теге йəки был һынауҙар килеп тора, лəкин быларҙың барыһын да түҙеп үткəреп ебəрергə кəрəк. Түҙеү, йəғни сабыр итеү – ул телеңде, күңелеңде, ҡулыңды Аллаһ ҡушмаған нəмəлəрҙəн һаҡлау, тигəн һүҙ. Мəҫəлəн, кемдер аҡсаһын юғалтһа, ул күңелендə Аллаһтың тəҡдире менəн риза булмайынса: «Эй Аллаһ! Ни өсөн һин мине һынайһың?» – тип үсегергə тейеш түгел. Мосолман телен дə тыйырға тейеш: «аҡсам юғалды» тип, асыуыңды ҡатыныңа йə ғаилəңə төшөрөү дөрөҫ түгел.
Шулай уҡ был ваҡиға менəн тəьҫирлəнеп китеп, нимəгəлер һуғып йə тибеп, шулай “тынысланырға” маташыу ҙа ярамай.
✅ Өсөнсөнəн, Аллаһ Тəғəлə ғəҙел кешелəрҙе ярата. Ул Ҡөрьəндə был хаҡта нəҡ шулай ти:
✨«Ысынында, Аллаһ ғəҙелдəрҙе ярата!»✨ («Бүлмəлəр» сүрəһе, 49:9). Шулай уҡ Ҡөрьəн-Кəримдə:
✨«Эй һеҙ, иман килтергəндəр! Ғəҙел шаһитлыҡ итеп, Аллаһ ризалығы өсөн ныҡ тороғоҙ (дөрөҫлөктө йəшермəгеҙ). Ниндəйҙер кешелəргə ҡарата булған нəфрəтегеҙ һеҙҙе ғəҙелһеҙлеккə этəреп, гонаһҡа килтермəһен. Ғəҙел булығыҙ, был – тəҡүəлеккə яҡыныраҡ. Аллаһ язаһынан һаҡланығыҙ! Ысынында, Аллаһ ҡылған ғəмəлдəрегеҙҙəн хəбəрҙар!»✨, – тиелгəн («Аш табыны» сүрəһе, 5:8).
Ғəҙел булыр өсөн дөрөҫлөктө йəшермəй, уны ҡабул итеп, ҡайһы ваҡыт үҙеңдең туғандарыңа, хатта үҙ-үҙеңə лə ҡаршы барырға тура килə. Лəкин нəҡ шундай кешелəрҙе Аллаһ ярата.
✅ Дүртенсенəн, Раббыбыҙ үҙ эштəрен Аллаһҡа тапшырыусыларҙы, йəғни Уға тəүəккəллəгəндəрҙе ярата.
✨«Аллаһ Уға тəүəккəллəүселəрҙе ярата!», – тиелə Ҡөрьəндə («Ғимран ғаилəһе» сүрəһе, 3:159).
Эштəрҙе Аллаһ Тəғəлəгə тапшыра белеү – ул имандың бер тармағы, ҡəрҙəштəр. Ҡайһы бер кешелəр саманан тыш тыңғыһыҙ була. Əйтерһең, эштең һөҙөмтəһе уларҙың ҡулында. Аллаһ Тəғəлə беҙгə сəбəп əҙерлəргə бойорған, ə һөҙөмтə тик Унан ғына килə. Əгəр һин, мəҫəлəн, имтихандарға тулыһынса əҙерлəнеп, кəрəкле нəмəлəрҙе уҡының икəн, ныҡ борсолма – һорауҙарға яуаптарҙы яҙ ҙа, ҡалғанын Аллаһҡа тапшыр, тыныслан һəм Уға доға ҡыл.
✅ Бишенсенəн, Аллаһ Тəғəлə мосолмандарға ҡарата тыйнаҡ һəм баҫалҡы, ə кафырҙарға ҡарата үҙен ғорур тотҡан ҡолдарын ярата. Был турала Ҡөрьəндə шулай тиелə:
✨«Эй һеҙ, иман килтергəндəр! Əгəр арағыҙҙан кемдер берəү үҙ диненəн кире ҡайтһа (ислам диненəн сығып, мөртəт булһа), Аллаһ Ул уларҙы яратҡан, ə улар Уны яратҡан, мөьминдəр алдында түбəнселекле (мəрхəмəтле), ə кафырҙар алдында бөйөк (ҡырыҫ, уҫал) булған, Аллаһ юлында көрəшкəн һəм шелтəлəүселəрҙең шелтəһенəн ҡурҡмаған башҡа кешелəрҙе килтерер»✨ («Аш табыны» сүрəһе, 5:54).
Күреүебеҙсə, Аллаһ Тəғəлə был аятта Ул яратҡан мосолмандарҙың сифаттарын һанап киткəн. Ул сифаттарҙың береһе – мосолмандарға ҡарата яҡшы мөғəмəлə итеү, ə кафырҙар алдында ғорур булыу. Ғорур булыу кафырҙар алдында ҡаты, тəкəббер һəм əҙəпһеҙ булыуҙы аңлатмай, ə кəмһенмəү, инəлмəү, ҡурҡмау, ярамһаҡланмау тигəнде аңлата. Былар барыһы ла йомшаҡлыҡ, баҫалҡылыҡ, əҙəплелек кеүек сифаттарға ҡаршы килмəй.
Хөрмəтле йəмəғəт! Аллаһтың һөйөүенə ирешер өсөн беҙ үҙебеҙҙə бихисап яҡшы сифаттар булдырырға тейешбеҙ. Юғарыла əйтеп үткəн нəмəлəр – шул сифаттарҙың ҡайһы берəүҙəре. Бынан тыш, башҡа аяттарҙа һəм хəҙистəрҙə Аллаһ Тəғəлəнең яратҡан ҡолдары тураһында күп нəмə əйтелгəн. Уларҙа килəһе кешелəрҙең Уға яҡын булыуҙары хаҡында хəбəр ителгəн: ғалимдар, динде күтəреүгə ярҙам итеүсе кешелəр, күп балалы ата-əсəлəр, төндəрен намаҙға баҫыусылар (тəһəджүд намаҙы), нəфел ураҙа тотоусылар, зикер ҡылыусылар, бер-береһен Аллаһ ризалығы өсөн яратыусылар, мəсеткə йыш йөрөүселəр, йомарт кешелəр, бурыстарын ҡайтарыуҙы ҡабаландырмағандар йə иһə уны бөтөнлəй ғəфү иткəндəр, бөтə йəн эйəлəрен йəллəүселəр, яҡшы ғəмəлдəрҙе йылдар буйы алып барыусылар, зинаға саҡырылған ваҡытта унан баш тартыусылар, саҙаҡаларын башҡа кешелəргə һиҙҙермəй генə биреүселəр, бала саҡтан ғибəҙəт ҡылыусылар һ.б. Ҡыҫҡаһы, Аллаһ Тəғəлə тəҡүəле кешелəрҙе ярата, һəм күп кенə аяттарҙа Ул был хаҡта хəбəр итə. Мəҫəлəн:
✨«...Кем үҙ килешеүен үтəй һəм Аллаһтың əмерҙəре менəн тыйыуҙарына буйһоноп, Уның язаһынан һаҡлана... Ысынлап та, Аллаһ тəҡүəлелəрҙе ярата!»✨, – тиелə Ҡөрьəндə («Ғимран ғаилəһе» сүрəһе, 3:76). Тəҡүəле булыу иһə Аллаһ əмерҙəрен үтəү һəм Пəйғəмбəребеҙ ﷺ Сөннəтенə эйəреү аша ғына мөмкин, ҡəрҙəштəр. Шулай итеп, əгəр ниндəйҙер яһил кеше йəки бидəғəтсе Аллаһтың һөйөүенə өлгəшеү өсөн Сөннəттəн башҡа еңелерəк йə ҡыҫҡараҡ юл бар тиһə, ул алдаҡсы булыр. Тик Пəйғəмбəребеҙгə ﷺ генə эйəреп, унан бөтə эштəребеҙҙə лə үрнəк алһаҡ ҡына, Аллаһ Тəғəлə беҙҙе яратасаҡ:
✨«Əйт, эй Рəсүл: Əгəр һеҙ Аллаһты яратһағыҙ, минең артымдан эйəрегеҙ, шул сағында Аллаһ һеҙҙе яратыр һəм гонаһтарығыҙҙы ярлыҡар. Аллаһ бит – Кисереүсе һəм Рəхимле»✨(«Ғимран ғаилəһе» сүрəһе, 3:31).
Аллаһ Тəғəлə беҙҙең барыбыҙға ла Мөхəммəт Пəйғəмбəребеҙҙең ﷺ тормош юлын яҡшы өйрəнеп, уның Сөннəтен дөрөҫ аңлап, йəшəйешебеҙҙə шул Сөннəтте маяҡ итеп алырға ярҙам итһен һəм тура юлдан ситкə тайпылыуҙан һаҡлаһын! Əмин!
Ишморат хәҙрәт Хәйбуллаһ.