Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Февраль 2022, 12:00

Тәлғәт ШАҺМАНОВ

Тәлғәт ШАҺМАНОВ ИКМӘК БУЛҺА, ЙЫР ҘА БУЛЫРМәҡәлә яҙыу өсөн тапалған исем. Шулаймы? Тапалған булһа ла, уйландым-уйландым да шуны баш итеп ҡуйырға булдым әле үҙемдең яҙмама. Ни өсөн? Сөнки һуңғы йылдарҙа милләттәштәрем, халҡыбыҙҙы тергеҙәбеҙ, тип, фольклор менән кәрәгенән артыҡ ныҡ мауығып китте, саманы юғалтты.

Тәлғәт ШАҺМАНОВ
Тәлғәт ШАҺМАНОВ

Тәлғәт ШАҺМАНОВ

ИКМӘК БУЛҺА, ЙЫР ҘА БУЛЫР
Мәҡәлә яҙыу өсөн тапалған исем. Шулаймы? Тапалған булһа ла, уйландым-уйландым да шуны баш итеп ҡуйырға булдым әле үҙемдең яҙмама. Ни өсөн? Сөнки һуңғы йылдарҙа милләттәштәрем, халҡыбыҙҙы тергеҙәбеҙ, тип, фольклор менән кәрәгенән артыҡ ныҡ мауығып китте, саманы юғалтты. Йырлап-бейеп кенә милләтте тергеҙеп, үҫтереп булһа икән ул. Башҡорттарҙың күпселеге ауылда йәшәй. Ауыл хужалығы хәҙер, дөрөҫөн әйткәндә, фермерҙар ҡулында. Әммә улар ҙа артыҡ эш ҡыра алғаны юҡ. Ауылдың социаль-иҡтисади хәле үтә лә мөшкөл. Ололар яҡты донъянан китә, йәштәр ҡалаларға китә. Ауылдар күҙгә күренеп бөтә. Ә беҙ илайһы урынға һаман йырлайбыҙ ҙа бейейбеҙ. Ғалимдар, фольклорлаштырыу менән артыҡ ныҡ мауығыу милләтте бөтөрөүгә юл аса, ти. Беҙ быны аңһыҙ рәүештә эшләйбеҙме әллә кемдәрҙер аңлы рәүештә беҙгә аҫтыртын уй-ниәттәр менән уны көсләп тағамы? Дөрөҫөн әйткәндә, байрам республикаһына әйләндереп алдыҡ бит Башҡортостаныбыҙҙы. Кемдәр ата-бабаларының ерҙәрендә йәшәүҙе, заманында улар эшләгән, хеҙмәт иткән баҫыуҙарҙы яңынан һөрөп икмәк үҫтереүҙе дауам итер һуң? Гелән йырлап ҡына тамаҡ туйҙырып булмай бит. Шул уҡ ваҡытта, хәҙер кемдең ҡулында, шуның ауыҙында, тип ҡул һелтәп ултырып йә әйләнгән һайын эш тип Себер сығып китеп тә булмай. Ир-егеттәребеҙҙә ил тойғоһо, тыуған ергә тоғролоҡ тойғоһо уянһын, улар, властар менән уртаҡ тел табып, республикабыҙҙың ауыл хужалығын социаль-иҡтисади яҡтан тергеҙеү, үҫтереү стратегияһын эшләһен, был мәсьәләләрҙе үҙ ҡулдарына алһын ине. Ят бауырҙар ерҙәребеҙгә хужа булып, республикаға исем биргән милләт вәкилдәрен ҡыҫырыҡлап сығарып бөтмәҫ борон.
Бабайҙарҙың һүҙенә ҡолаҡ һалыу - борондан ҡалған изге йола. Икмәк булһа, йыр ҙа булыр, тигән һүҙҙәр Брежнев бабайыбыҙҙан ҡалған һүҙҙәр ул. Мортаза Рәхимов бабайыбыҙ ҙа, эшләр кәрәк, тип гел генә әйтеп тора.

Тәлғәт ШАҺМАНОВ
Тәлғәт ШАҺМАНОВ
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: